- Һеҙ теге… яҙыусылар ише килештереп әйттегеҙ.
Һурылған төтөн, тын юлдарын әсеттереп, өтөп алды. Быуылып йүтәлләй башла-ным.
- Онотҡанһың да. Тартмаҫҡа ине. - Әсғәт дуҫтарса кәңәшен бирҙе.
- Ысынлап та, баш әйләнеп китте. Ошоно тартам да башҡаса ауыҙыма ла ал-майым.
- Шулайт шу… Ыслушай, Хәмит, һиңә бер тарих һөйләйемме?
- Мәктәптә уҡығанда тарих фәнен үҙ күрә торғайным, һеҙҙең өҫтәмә мәғлүмәттә-регеҙ моғайын да зыян итмәҫ. - Шаяртып яуапланым.
- Юҡ, был айырым тарих, мөхәббәт тарихы…
- О-о-о, һеҙ мине бөтөнләй ҡыҙыҡтырмаҡсыһығыҙ. Төн оҙон, ҡабаланаһы түгел. - Ҡулдарымды ҡаушырҙым да тыңларға йыйыныуымды белдереп уның яғына ҡай-ырылдым.
Тәмәке ҡуҙы Әсғәттең уйсан йөҙөн яҡтыртты.
- Рәйлә менән беҙ - күрше ауылданбыҙ, ә ҡатыным Сәйҙә тураһында һүҙ аҙаҡтан. Әйттем бит инде, мәктәпте бөтөргәнсе, бер парта артында ултырып уҡыныҡ. Ба-шта айырылғыһыҙ дуҫтар булдыҡ: мәктәптән Рәйләнең сумкаһын күтәреп алып ҡайтам, ҡайтҡас та, малайҙар, өйкөлөшөп, - бер яҡта, мин Рәйлә менән уйнайым. Үҫмерлек осоронда аралар йырағайғандай итте. Сәбәбе, ни тиһәң дә, егет ҡорона индем, ә Рәйлә әрпеш өйрәк бәпкәһенән һушты алырҙай һылыу аҡҡошҡа әүер-елде. Ул нисек кенә ылығып бармаһын, тупаҫ ҡыланып, уны үҙемдән биҙҙерҙем, сөнки Рәйлә ауылдың берҙән-бер һылыуы, ә мине Хоҙай Тәғәлә, әйтерһең дә, ҡал-дыҡ-боҫтоҡтарҙан ҡоршаған, әүәләгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, Рәйләгә илереп ғашиҡ булыу менән бер рәттән, уға тиң түгеллегемде тойҙом. Рәйлә уғата оҫта бе-йей. Кис клубҡа барһам, түңәрәкте бер итеп тыпырҙай ҙа миңә килеп баҫа. Эсем ул тип өҙөлә, ә телем икенсене әйтә:
- Кит әле бынан, бәйләнсек серәкәй.
Рәйлә сер бирмәй, йылмайып, башын ғорур сөйөп, китеп бара. Ә мин клубтан үҙемә тиң тип иҫәпләгән ҡыҙҙы оҙатып китәм.
Мәктәпте тамамлағас, Рәйлә Силәбеләге хореографик училищеға уҡырға инеп ҡайтты. Уның уңышын күрмәмешкә һалыштым, ҡотламаным да белекһеҙ.
Рәйләнең артынан төҫкә-башҡа күрмәлекле, әммә һөмһөҙ, әрһеҙ Зиннур йөрөй башланы. Теге оҙатып килә лә йөҙөнә серлелек ғәләмәте сығарып һуҙа:
- Егеттәр булды, бөтәһе лә булды.
Ошо хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, маҡтансыҡтың өҫтөнә ярһыған януарҙай ташландым, иҙә инем, саҡ һалдырып алдылар.
Иртәгеһенә Рәйлә клубта яныма килде лә, күҙҙәрен осҡонландырып, былай тине:
- Их, нимә беләһең һин!
- Һөйәркәң йәлме? Телен тыймаһа, тағы кәрәгенә аласаҡ.
- Туң йөрәк!
Рәйлә ана шул баһаһын бирҙе лә иртәгеһен уҡырға китте. Ул киткәс, ауыл, юҡ, тотош донъям бушап төҫһөҙләнеп ҡалды. Күккә баҡһам да, башымды түбән эйһәм дә һөйкөмлө йөҙ күҙ алдымдан китмәй. Шулай ҡаңғырып йөрөгәндә арм-ияға повестка килеп төштө. Еңел һуланым - ҡотолам икән ғазаптарҙан, тыуған тө-
йәктән алыҫлашһам, бәлки, өҙгөләнеүҙәрем онотолор, бында ни һәр нимә уны ғына хәтерләтә.
Дуҫ-иштәрҙе кисәгә йыйҙым, унда, башҡа ҡыҙҙарға эйәреп, Сәйҙә лә килгәйне. Күрше райондан булыуы асыҡланды, әле Өфөлә ниндәйҙер почта бүлексәһендә эшләй икән. Төҫкә-башҡа ҡәҙимге, уртасанан ары киткән ере юҡ, хатта, ҡайһылыр кимәлдә, йәмһеҙ ҙә. Өй хужаһы булараҡ, хөрмәт йөҙөнән уға иғтибарлыраҡмын. Сәйҙә лә мине оҡшатты шикелле, йәшереп кенә күҙ һирпеп ала, әрһеҙ ҡарашым-ды һиҙмәмеш булып ҡылана.
Мәжлес ҡыҙған ғына мәлдә ишек шар асылып китте. Һалҡын боҫҡа эйәреп, сәс-тәрендә тәүге ҡар бөртөктәре емелдәгән Рәйлә килеп инде. Әллә һалҡындан, әллә тулҡынланыуҙан йөҙө алһыуланған. Ҡыҙмаса кешенең ни тартыныуы юҡ, ҡунаҡ-сыллыҡ күрһәтергә ашыҡтым:
- Кем килгән беҙгә, әйҙә, класташ, түрҙән рәхим ит!
- Рәхмәт. Мин бер минутҡа ғына, поезға сығып барышлай ғына боролдом.
- Иртәгә Армияға китәм, Рәйлә. - Йөрәкһеп әйттем.
- Ишеттем.
- Хәйерле юл теләп, тот ошоно бөтөргәнсе!
Томаналығым шул ҡәҙәре булғанмы икән, ҙур рюмканы тултырғансы ҡойоп, ара-ҡы тотторҙом. Кире ҡуйманы биргәнемде Рәйлә, бөтәбеҙҙе аптыратып, бөтөр-гәнсе эсте лә былай тине:
- Һинең иҫән-һау ҡайтыуыңды теләп, тамсыһын да ҡалдырмай эстем. Ә мин, бына, тәүге тапҡыр эскәс, иҫерҙем дә. - Ғәйепле йылмайҙы. - Хәйерле юл һиңә. Бәләкәй генә бүләк тә әҙерләгәйнем. Тик бер генә шартым бар: тегендә хеҙмәт ит-кән ереңә барғас ҡарарһың. - Ҡулыма бәләкәй генә төргәк тотторҙо ла, битемдән үбеп, тышҡа ынтылды. Төшөм дә, өнөм дә буталып, һынағастай ҡатып торҙом да ҡалдым.
Тәғәйенләнгән часҡа барып урынлашыу менән, түш кеҫәмдә тәнемде өтөп тын-ғылыҡ бирмәй ятҡан төргәкте һүттем. Унан сигелгән ҡулъяулыҡ, йәнә Рәйләнең фотоһы килеп сыҡты. Фотоның артына ҡыҙҙың адресы һәм ҙур итеп «Яратам!» тип яҙылған. Өҫтөмә тауҙай бәхет ишелдеме ни! Көнө буйы шул ғына һүҙҙәрҙе ҡа-батланым, сафта барғанда ла тиҫтәләгән кирза итектәр, маршҡа баҫып, йөрәгем көйләп һуҡҡан һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар төҫлө: «Яра-там…Яра-там…» Шунан кис етһә, наҙ менән тулы хат яҙам да, аҙаҡтан йыртып ырғытам: « Уның мине яратыуы мөмкин түгел, ышанмайым…»
Шулай икеләнеп йөрөгәндә Рәйләнән хат килеп төштө, адресымды табып, үҙе яҙ-ған. Хистәремде ауыҙлыҡлап ябай ғына итеп хат яҙҙым. Китте шунан хат алыш-ыуҙар. Мәгәр һөйөүемде белдерергә ашыҡманым, әйтерһең, фотоның артын уҡы-мағанмын да. Ҡайтҡас әйтермен, күҙҙәренә ҡарап әйтермен, тип хыялланам. Мөх-әббәт утында янған йәнемә армия ауырлыҡтары тойолманы, ике йыл беленмәй үтеп китте.
Армиянан ҡасан ҡайтырымды Рәйләгә яҙып торманым. Көттөрмәй генә ҡайтам, йәнәһе. Өфө вокзалына поезда килеп төштөм дә, кассаға оҙон сиратҡа баҫып, Сил-әбегә билет алдым. Әле ваҡыт иртәрәк булғанға бер аҙ ҡалала йөрөп алыу теләге менән сығыу яғына йүнәлгәйнем, берәү яурындан ҡаға. Ҡараһам, ауылдаш егет -
Баязит. Артыҡ аралашып, сер бүлешкән, минең ҡоромдағы егет түгел ине ул. Сит-тә эт тә яҡын, тигәндәй, ҡосаҡлашып күрештек. Ниндәйҙер кафеға боролоп, мин-ең имен-аман ҡайтыуымды йыуғандан һуң был, быға ғына мөрхәтһенмәй, ай-ва-йыма ҡарамай, үҙе йәшәгән дөйөм ятаҡҡа алып китте. Ул ауыл хужалығы инсти-тутында уҡып йөрөй икән. Теге Зиннур ҙа бында булып сыҡты. Тыйнаҡ ҡына та-липтар һыйын ҡуйып, табын да хәстәрләп ебәрҙеләр, мин дә портфель төбөндә ятҡан күстәнәс шешәне өҫтәлгә тыпылдаттым. Һүҙгә һүҙ ялғанды, апаруҡ ҡына ултырып ташланыҡ. Баязит сираттағы рюмканы ауыҙына оҙатҡас, һорай ҡуйҙы:
- Артабан ниндәйерәк пландар ҡораһың инде?
- Рәйләгә өйләнәм.
Яңылығым быларҙы аптыратманы, тиҫтерҙәр бер-береһенең серен, бигерәк тә ау-ыл ерендәге яңылыҡтарҙы беләләр инде ул. Баязит битараф ҡалды, ә Зиннурҙың йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу сағылды. Өндәшмәне. Бер аҙҙан иртәгә байрам түг-еллегенә һылтанып, сығып китте. Уны оҙатырға юлланған Баязит, оҙаҡ ҡына юғал-ып торғандан һуң, инде лә уратып һүҙ башланы:
- Рәйлә һылыулыҡҡа һылыу инде, юҡҡа ғына әртислеккә уҡымай. Ә әртистәр беҙгә, ауыл егеттәренә, иш түгел, улар халҡын ишетеп беләбеҙ… Быйыл йәй Рәйлә шуларҙың бер килкеһен эйәртеп апҡайтты, концерт ҡуйырға. Кис буйы бер егет менән бейене. Тегеһе бының ауыҙына инеп бара, тотмаған ерен ҡалдырманы. Кис-кеһен йоҡларға индергән шул йылғырҙы.
Үҙем дә һиҙмәҫтән, бының яғаһынан бөрөп алдым:
- Нимә лыбырҙайһың һин, хәҙер башыңды стенаға һылайым.
- Ебәр. Ебәр, тим! - тип ғыжылданы Баязит. - Һый-хөрмәт өсөн рәхмәтең ошо-мо?- Көскә ҡулымдан ысҡынып, яғаһын төҙәтте, туҙған сәстәрен рәткә килтерҙе. - Беләһең килһә, уның беренсе бураҙнаһын Зиннур йырған, мәктәптә уҡығанда уҡ әле. Үҙе шулай ти…
Йән асыуыма өҫтәлгә тондорҙом, ундағы һауыт-һаба иҙәнгә һибелде.
Иҫемде йыйғанда трамвайҙа китеп бара инем инде. Шулай маҡсатһыҙ, ҡулсала әйләнгән тейендәй, бер маршрутта оҙаҡ әйләндем. Күңелдә аңлата алмаҫлыҡ бу-шлыҡ. «Ысынлап та, үрелеп буй етмәҫлек йондоҙға ынтылғанмын… Буласаҡ сән-ғәт кешеһе нишләп кенә, ауылға кейәүгә сығып, унда йәшәһен инде? Баязит ха-ҡлы, беҙ - ике тарафҡа аҡҡан мәңге ҡушылмаҫ йылғалар. Ул ут булһа, мин һыу, ул аҡ икән, мин ҡара… Мәңге берекмәҫ ике яртыбыҙ…» Кеҫәмдә ятҡан теге билетты ҡап урталай йырттым да бәләкәй тәҙрәнән тышҡа ташланым. Көҙгө ел уны эл-әктереп алды, юғарыға сөйөп, йотоп та ҡуйҙы. «Осто хыял, инде ергә төшөргә ваҡыт…»
Уянғандай, тирә-яғыма ҡараным. Трамвайҙағы халыҡ, кис эштән ҡайтыр мәл булғанғалыр, бермә-бер артҡан. Арыраҡ бер ҡыҙ миңә ҡараған да ихлас йылмая:
- Һаумы, Әсғәт!
Сәйҙә лә баһа. Йылмайып сәләмләнем:
- Һаумы, һылыу!
Был, яныма килеп, шаяра-көлә һөйләшеп алып китте, мине осратыуына ҡыуана ине ул. Трамвайҙан төшкәс, ҡултыҡлап уҡ алды. Ниндәйҙер ятаҡ ауыҙына килдек. Уны-быны уйлап тормай, тоттом да тураһын ярҙым:
- Сыҡ миңә кейәүгә!
Башта Сәйҙә албырғап ҡалды, нимә тип яуап бирергә лә белмәй:
- Нисек шулай ҡапыл ғына… Хәҙер үкме?
- Хәҙер үк. Бөгөн үк.
- Нисектер уйламағанда…
- Уның ҡарауы, мин уйланым, хәл иттем. Саҡ ҡына булһа ла үкенмәҫһең яҙ-мышыңа, Сәйҙә, усымда ғына йөрөтөрмөн, һин тип кенә йәшәрмен!
- Ҡалай тиҙ. Телең телгә йоҡмай, ай-һай…
- Ант итәм!
Ҡыҙҙың ҡаршылашыуына ҡарамай киске поезға ултырып беҙгә барырға күндер-ҙем, иртәгәге көн уның ялы ла икән. Шуны һиҙҙем: өтөп алып барған тәүәкәл-легемә генә бирешмәгәндер Сәйҙә, тәүге осрашыуҙан уҡ оҡшатҡандыр. Хәйер, уны йылдар үткәс, бөгөн дә шикләнмәй әйтә алам, ҡатыным беҙҙең өсөн генә йәшәй бит.
Атай-әсәй өсөн икеләтә ҡыуаныс булды: улдары хеҙмәттән ҡайтып төшкән, яңғыҙ түгел, килен дә эйәрткән өҫтәүенә. Туғандарҙы, күрше-күләнде йыйып, ҡунаҡ күр-һәтеп ебәрҙеләр. Өйләнеүем хаҡында иртәгеһен тотош ауыл белә ине инде. Сәй-ҙәнең дә ата-әсәһен барып күрҙек, артыҡ һуҙмай, туй көнөн билдәләнек.
Туй ҡыҙған ғына мәлдә, теге саҡтағылай, ишек асылып китте лә, аҡ ағымға эйәр-еп, Рәйлә пәйҙә булды: үҙгәргән дә һымаҡ, тағы ла һылыулана төшкән, юҡ, үҙгәрмәгән, элекке Рәйлә, хатта керпектәренә, сәстәренә ҡунған ҡарҙар ҙа, армияға китерҙән алдағы осрашыуҙан иремәй ҡалып, элекке сафлыҡты һаҡлайҙар төҫлө.
Гөж килгән туй тынып ҡалды, шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Ул башлығын, өҫтөндәге пальтоһын атып бәрҙе:
- Уйнағыҙ, бейеү көйөн, бейегем килә.
Эй шашып бейене лә һуң шул саҡта, тыпырҙауҙары, аҡҡоштай йөҙөүҙәре әле лә күҙ алдымда. Шунан миңә өндәште:
- Әсғәт, ҡой әле араҡы, эскем, иҫергем килә!
Рюмканың төбөнә араҡы тамыҙҙым.
- Нимә, һинең бәхетең шулай ярты-йортомо? Тултырғансы, мөлдөрәмә булғансы ҡой!
Тағы ла бөтөргәнсе түңкәрҙе. Араҡыны ауыҙына ла алмаған Рәйләнең эскәнен ике тапҡыр күрҙем шулай. Ул кинәт ҡулындағы һауытты иҙәнгә сәсрәткәнсе бәрҙе. Беҙҙең бәхет, ваҡ киҫәктәргә онталып, тырым - тырағай остомо ни!
- Әсе! Бик әсе!
Нимә булырын көтөп тын ҡалған ҡунаҡтар, өҫтәренән ауыр йөк төшкәндәй, ир-кен һулап, кемуҙарҙан ҡеүәтләй башланылар:
- Әсе! Әсе! Әсе!
Йөҙөн ҡушуслаған ҡыҙҙың күҙҙәренә йәш эркелеүен күрҙем.
- Ә һин, Әсғәт, әсе яҙмыш кисермәй бәхетле йәшә!
Рәйлә шулай тине лә кейемен эләктереп, сығып йүгерҙе.
Әсғәт яңынан тәмәке тоҡандырҙы, минең өсөн мауыҡтырғыс мөхәббәт тарихы дауам итте:
- Былай баштан уҡ арыу йәшәп алып киттек. Армияла уҡыған һөнәр буйынса шофер булып бүлексәгә эшкә төштөм, Сәйҙәне почта начальнигы итеп ултыртты-лар. Ике йыл тигәндә өй бөтөрөп индек. « Рәйлә Өфөлә эш башланы. Онотҡанда бер ҡайта ауылға, унда ла миңә осрамай, нишләптер. Һалдат альбомының беренсе битенә үҙемдең фотоға йәнәшләтеп Сәйҙәнекен йәбештерҙем. Рәйләнекен йыртып ырғытырға көсөмдән килмәне, эш блокноты араһына ҡыҫтырып, түш кеҫәмдә йөрөттөм. Бер көн фотоны Сәйҙә күреп ҡалды бит. Тауыш ҡуптарманы ҡуптар-ыуға, улай яһил холоҡло түгел. Бары иртәгеһенә сумаҙанға әйберҙәрен тултырып ҡайтты ла китте.
Бер аҙна самаһы өңөнә йоҡларға ятҡан айыу һымағыраҡ йәшәлде, ҡырын-майым, тамаҡҡа аш үтмәй, өҫ-баш китте ҡатып. Барҙым Сәйҙә артынан.
- Ҡайтайыҡ, өйҙөң ҡото юҡ, - тим.
Ул мине көткән, ахырыһы, йөҙө бойоҡ, күҙҙәре болоҡһоу ҡарайҙар. Шул һүҙ-ҙәрҙе әйткәйнем, ҡысҡырып иланы ла ебәрҙе. Ҡайттыҡ. Рәйлә тураһында башҡаса һүҙ булманы. Ғәйебем дә юҡ ине шул, зирәк ҡатыным шуны аңлағандыр. Хыянат-һыҙ мөхәббәттә кем ғәйепле, минме, әллә Рәйләме?
Күңелде өҙлөкһөҙ йәнә бер хәсрәт юшҡыны ҡырҙы - балабыҙ булманы. Им - том-солорға ла, төрлө табиптарға ла күп йөрөнөк, бармаған ер ҡалмағандыр. Ниһайәт, теләгебеҙгә ирештек, Сәйҙә ауырға ҡалды. Бала көтөп йәшәйбеҙ, өй эсе уйынсыҡтар менән тулды: Сәйҙә ҡыҙ бала кейемдәрен тегә, мин малай көтөп хыялланам. Шулай бер көнө эштән ҡайтһам, ҡатын ауырыҡһына. Йүгерә-атлай медпункҡа йүнәлдем. Клуб янынан үтешләй күҙем ҙур афишаға төштө: «Конце-рт… Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы…» Рәйләнең фамилияһы яҙылған, бейеп төшкән һүрәте лә бар. Йөрәк урынына ҡупты әй, нисек итеп медпунктҡа барып ҡайтҡанды хәтерләмәйем.
Фельдшерҙың артыҡлап иҫе китмәне, тикшереп ҡарағас, һығымта яһаны: «Ир-тәрәк әле… Ауыр нәмә күтәргәнһеңдер, тынысланып ятһаң, үтер. Тик Әсғәт, күҙ-ҡолаҡ булып, эргәңдән китмәһен. Кәрәкһә, миңә хәбәр итегеҙ, район дауаха-наһына барыуы оҙаҡ булмаҫ, машина эргәлә.»
Әҙерәктән Сәйҙәнең хәле арыуланғандай итте. Минең башта бер генә уй, нисек тә концертты ҡарау. Машина менән алып барам, әгәр яйһыҙ булһа, күтәреп кенә индерермен, яратып тыңлаған йырсым килгән, тип хәйләләшәм. Сәйҙәне күндерә алманым тәки. Ҡул һелтәп, үҙем киттем.
Концерт күптән башланғайны. Клуб, төйөп тыҡҡандай, халыҡ менән шығырым тулы, аяҡ баҫыр урын юҡ. Көскә йырып инеп, ишек төбөнә терәлеп баҫтым. Йыр-ҙар, баян-ҡурай моңдары ла кәрәк түгел миңә, тоҙһоҙ мәҙәктәре лә көлдөрмәй, ба-ры тик түҙемһеҙләнеп, Рәйләнең сәхнәгә сығыуын көтәм. Бына ул сыҡты халыҡ ал-дына: бөгөлөп-һығылып торған кәүҙә, һылыу йөҙ, батшабикәләргә хас ғорур ҡа-раш. Рәйлә бейей, үҙе, күҙҙәрен йүгертеп залдан кемделер эҙләй төҫлө, уҫлаптай кәүҙәмде йәшерер-боҫорор урын ғына юҡ, таш ҡаялай һерәйгәнмен. Уның ҡа-рашы миндә туҡталды, йылмайғандай итте. Уны күрҙем. Шуныһына ла риза, башымды баҫып, сығыу яғына ынтылдым. Аяҡтарым үҙҙәренән үҙҙәре ауыл осондағы Ҡыҙҙар ташына тартты. Беҙ бала саҡта Рәйлә менән шул таш өҫтөндә уйнарға ярата инек.
Һеңгәҙеп күпме ултырғанмындыр, артымдан яҡынлаған аяҡ тауышы ишетелде. Боролдом да ҡаттым да ҡалдым, эргәмә генә Рәйлә килеп баҫҡан, имеш. Ырғып торҙом да уның яурындарынан матҡып, йөҙөнә төбәлдем:
- Рәйлә, китәйек бынан, ҡайҙа булһа ла, китәйек. Күпме былай ике ут араһында йәшәргә мөмкин. Арыным.
Ҡосағыма ҡыҫтым, һутлы ирендәрен һурып үптем. Рәйлә лә минең ярһыу-ҙарыма ирек ҡуйҙы, үҙе лә аҙға ғына һыйынғандай итте, шунан ике ҡуллап мине ситкә этте:
- Күпме көттөм ошо осрашыуҙы… Тик хәҙер һуң инде… Элегерәк шулай ҡыйыу булһаңсы. Яҙмышыбыҙ менән ҡайһылай уҫал шаярҙың, һөйөүемә, сафлығыма ышанманың… Хәҙер һин ҡатын ире, уны хәстәрләргә, уны һаҡларға, уны яҡларға бурыслыһың. Әгәр ҡатыныңа ҡасан да булһа хыянат итһәң, минең иң күрә ал-маған кешемә әүереләсәкһең, шуны онотма… Ә мин бейейем, бөтә ҡайғыларға, юғалтыуҙарға үс итеп, бейемем.
- Артабан нисек йәшәргә һуң?
- Донъяла һин бар икәнлекте беләм бит, артығы кәрәкмәй ҙә.
Шул мәлдә беҙгә ҡарай йүгереп килгән аҡ һын күренде. Кесе һеңлем, эргәбеҙгә килеп етер-етмәҫтән, иламһырап ҡысҡырып ебәрҙе:
- Ҡайҙа йөрөйһөң, ағай, бөтә ауыл буйлап эҙләйбеҙ. Еңгә ҡан эсендә ята.
Сәйҙәне район дауаханаһына алып барҙыҡ. Әгәр шул мәлдә Рәйлә ҡан тапшырмаһа, улым да, ҡатыным да тере ҡалырҙар инеме икән, белмәйем.
Шул мәлдә операция бүлмәһендә ут һүнде:
- Был нимә булды әле? - Әсғәт аяғүрә баҫты.
- Операция тамамланғандыр, инде күпме көтөргә була.
- Хәмит, инеп кенә белешеп сыҡ инде, аяҡтарым атламаҫ булдылар ҙа ҡуйҙыла-рсы.
Әйләнеп сыҡҡанда ул элекке хәлендә тора ине:
- Йә, нисек?
- Йәшәйәсәк Сәйҙә, йәшәйәсәк. Аҙна-ун көндән үҙ аяҡтарында ҡайтып та инер әле. Рәйләнең ҡаны ҡотҡарған тағы.
Әсғәт ҡулымды һәрмәп алып шыраулы усына йомарланы:
- Рәхмәт һеҙгә! Мең рәхмәт!
- Операцияны бит хирург яһаны.
- Барыбер рәхмәт!- Ул ашығып, юл аша торған йөк машинаһы яғына ҡарай йү-гермәләп атланы ла кире ҡайырылды. - Осрашырбыҙ әле бер ваҡыт, юл төшһә лә, төшмәһә лә, барып сыҡ. Ҡотло, бәрәкәтле ул беҙҙең йорт. Күрерһең.
- Әсғәт… ҡатыныңды яратаһыңмы?
Ҡайтырға йыйынған Әсғәт кире боролоп килде лә ышаныслы яуапланы:
- Яратам… Бик яратам. Өйөбөҙҙөң йәме, йылыһы ла, ҡабыр ризығыбыҙҙың та-ты ла, йәшәүебеҙҙең мәғәнәһе лә ул.
- Ә Рәйлә?
- Рәйлә… Ул - алыҫтағы йондоҙ… Тормош күген биҙәүсе йондоҙ. Уға үрелеп, ынтылып ҡына етерлек түгел. Ә шулай ҙа тормошома дәрт-ҡеүәт биреп, өмөт са-тҡыһылай юлымды яҡтырта.
- Ошо ике уттың ҡайһыһы ҡәҙерлерәк?
- Икеһе лә… Ярай, хуш.
Машина ут көлтәһен балҡытып китеп барҙы, алыҫлашҡас, офоҡта баҙыҡ булып, айырымланып күренгән йондоҙға ҡушылып өс ут нөктәһен хасил итте. Шул нө-ктәләр кинәт сойорғоп күктәргә ашыр һымаҡ ине лә, ашманы, ҡушарлап янғаны алыҫта тимгелләнә башлаған тауға артылғас,ерҙән, үҙ юлы менән китте.