

Ҡалабыҙҙың 10-сы мәктәбендә ошо көндәрҙә иҫтәлекле сара үтте - ошо мәктәпте тамамлаған, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған гвардия лейтенанты, штурмлау отрядының танк взводы командиры Ҡорамшин Альберт Рәил улы иҫтәлегенә "Герой партаһы" асылды. Был сара "Берҙәм Рәсәй" партияһының патриотик проекты, уның маҡсаты - балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, хәрби хәрәкәттәр геройҙарына ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыу.
Иҫтәлекле хәтер сараһында 10-сы мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары, Альберт Ҡорамшиндың ата-әсәһе Гүзәл Абдуллажан ҡыҙы менән Рәил Таяр улы, яҡындары һәм туғандары ҡатнашты.
Партала Альберттың хәрби фотоһы, ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә өлгәшкән уңыштары яҙылған, наградалары күрһәтелгән.
Альберт Рәил улы 1997 йылдың 30 июнендә Силәбе өлкәһенең Уйск районының Октябрьск ҡасабаһында донъяға килә. Һуңынан ғаилә Учалы ҡалаһына күсеп килә. Егет 10-сы мәктәпте тамамлағас, Учалы тау-металлургия техникумында автомеханикка уҡый. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Өфө автотранспорт техникумында техник-механик һөнәре ала. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына эшкә урынлаша. Махсус хәрби операция башланғас, атаһы Рәил Таяр улы менән кәңәшләшеп, Украинаға неонацистарҙы ҡыйратырға барырға ҡарар итәләр. 2022 йылдың апрелендә контракт төҙөй һәм махсус операцияға юллана, бер айҙан атаһы ла уның артынан китә.
Альберт тәүҙә Сыбаркүл танк дивизияһының алтынсы танк полкына эләгә. Үҙенә “Рубин” тигән позывной ала. Бер ай пехотала иҫәптә тора. 23 май иһә алғы һыҙыҡҡа юллана, Ҡыҙыл Лиманды алыуҙа ҡатнаша. Август айында яҡташыбыҙҙы взвод һәм танк командиры итеп ҡуялар. Уның ҡарамағында ике Т-80 һәм бер Т-72 танкыһы була. Ҡурҡыу белмәҫ яҡташыбыҙ һәр ваҡыт алғы һыҙыҡҡа атлыға, әллә күпме хеҙмәттәштәрен үлемдән ҡотҡара. “Рубин”дың батырлыҡтарын күреп тә юғары командование уға танк взводы һәм заманса Т-90 танкы менән идара итеүҙе ышанып тапшыра. Әйткәндәй, ниндәй генә танкта йөрөһә лә Альберт уларға ҙур хәрефтәр менән “Учалы” тип яҙып ҡуйыр була.
Альберт Ҡормашин өс тапҡыр яралана. Дауаланған ваҡытта ла үҙенең подразделениеһындағы егеттәр өсөн борсола, шуға ла яуҙаштарына кире ашыға. Көн һайын уларға телефон аша күрһәтмәләр бирә, контролдә тота. 2024 йылдың 30 мартында "Рубин" һуңғы яраланғандан һуң йәнә сафҡа баҫа.
- 2024 йылдың 7 апрелендә улым һәр ваҡыттағыса экипажы менән алғы һыҙыҡҡа юлланды. Улар МТ-ЛБ вездеходын, мотоуҡсылар тейәлгән БМП-ны оҙата барырға тейештәр ине. Улар менән уҡсылар ҙа бар ине. Киң яланға сығыу менән Альберттың танкын шартлаталар, уның артынан дошман ҡаты күҙәтеү алып барған булып сыҡты. Улым шундуҡ һәләк була, экипажының егеттәре иҫән ҡала. Яу яланынан уның үле кәүҙәһен сығара алманым, нацистар беҙгә танкка яҡын барырға форсат бирмәне, бер туҡтауһыҙ өҫтән дрондар менән һөжүм иттеләр. 5 май көнө генә көс-хәлгә, дошман иғтибарын ситкә йүнәлткән арала, сығара алдым, - тип иҫләй ул дәһшәтле мәлдәрҙе атаһы Рәил Ҡорамшин.
Ҡыйыу яҡташыбыҙ күрһәткән батырлыҡтары өсөн бихисап наградаларға эйә. Өс тапҡыр “Батырлыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ була, шулай уҡ “Генерал Шайморатов” миҙалы һәм Генерал Шайморатов ордены менән дә наградланған. Үҙе үгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены бирелгән.
Хәтер һәм хөрмәт сараһында ҡатнашыусылар ҡаһарман хаҡында яҡты иҫтәлектәр менән уртаҡлашты, уҡыусыларҙы илһөйәр булып үҫергә өндәне, ошондай геройҙар менән ғорурланырға һәм уларҙың беҙҙең тыныс тормош өсөн ҡорбан булыуын оноторға ярамағанлығын еткерҙеләр. Яугирҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар...