Яйыҡ
0 °С
Болотло
Новости
22 Октябрь , 09:20

 Сибайҙан сыҡҡан машинала ете кеше һәләк булды

Төмән өлкәһе Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Тобольск ҡалаһы янында, Тюмень – Ханты-Мансийск федераль автомобиль юлының 276-сы саҡрымында булған фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибайҙан сыҡҡан машинала ете кеше һәләк булдыСибайҙан сыҡҡан машинала ете кеше һәләк булды
 Сибайҙан сыҡҡан машинала ете кеше һәләк булды

Урындағы дәүләт инспекцияһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 21 октябрҙә “Фольксваген Каравелла” микроавтобусы Төмән – Ханты-Манси федераль автомобиль юлының 276-сы километрында “Ман” йөк машинаһының артына барып инә. Юл-транспорт ваҡиғаһы “Юл эштәре” билдәһе зонаһында була, йөк машинаһы автомобилдәр колоннаһында реверсив хәрәкәт менән светофор янында һуңғы булып торған. Көслө бәрелештән “Фольксваген” янып китә.

Сургутҡа юл тотҡан микроавтобуста водитель һәм һигеҙ пассажир булған. Ҡот осҡос бәрелеүҙә ете кеше — дүрт ир-егет һәм өс ҡатын-ҡыҙ һәләк булған. Водитель (33 йәш) һәм 57 йәшлек пассажир йәрәхәттәр алған, улар дауаханаға оҙатылған.

Билдәле булыуынса, микроавтобус Сибайҙан өс пассажир менән сыҡҡан, юлда уға Силәбе һәм Төмән өлкәләрендә тағы пассажирҙар ултырған.

Әлеге ваҡытта һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡлана. Фаразлауҙар буйынса, улар Башҡортостандың Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан Сорғотҡа юлланған вахтасылар булыуы ихтимал.  Билдәле булыуынса, уларҙың иң йәшенә — 35, иң олоһона 65 йәштәр самаһы.

ИА "Башинформ"

Автор:Алия Даутова
Читайте нас