Һәр ауылда иле, халҡы өсөн янып йәшәгән кешеләр була. Абҙаҡ ауылынан Әнисә Камалитдинова шуларҙың береһе. Ул һәр ваҡыт халыҡ араһында. Кешегә һәр саҡ ярҙамсыл, үҙенең аҡыллы кәңәштәрен биреүсе лә.
Әнисә Талип ҡыҙы 1955 йылдың 24 мартында хозур тәбиғәтле, саф һауалы Балбыҡ ауылында донъяға килә. Бәләкәйҙән тырыш, үҙенең алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшеүсән булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй профтехучилищеһының киномеханик курсына уҡырға инә. 1973 йылда Абҙаҡ ауылына киномеханик итеп эшкә ебәрелә. Ун йыл ауылдаштарына кино күрһәтә. Һуңынан совхозда иҫәп буйынса бригадир вазифаһын башҡара, артабан оҙаҡ йылдар почтальон булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Әнисә Камалитдинова шиғырҙар яҙа, ҡала-район кимәлендә уҙған ижади конкурстарҙа ҡатнаша, “Яйыҡ” гәзите менән тығыҙ бәйләнеш алып бара. Мәҡәләләре гәзит биттәрендә донъя күрә. 1982 йылда хәбәрсе булараҡ журнал баҫмаһына подписка менән бүләкләнә. Абонементында “эшсе-крәҫтиән корреспонденты” тигән яҙыу ҙа бар, уны һаман да ҡәҙерләп һаҡлай ул.
Тормош иптәше Урал Фәррәх улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан олатай-өләсәй булып матур ғүмер кисерәләр.
Гүзәл ханым һәр ваҡыт хәрәкәттә. Эшләгән дәүерендә лә төп эше менән бер рәттән, иптәштәр суды һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар советы рәйесе вазифаларын алып бара, күп тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Әлеге көндә ул, хаҡлы ялға сыҡһа ла, ауыл ветерандар советын етәкләй, биш ауылдың ветерандарын үҙ ҡарамағына алған. Өлкән быуынға хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтә, проблемаларын хәл итергә булышлыҡ итә. Уларға сәйәхәттәр ойоштора. Бергәләшеп Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына, тегеү фабрикаһына экскурсияға барып ҡайтҡандар. Киләсәктә ветерандарҙың тағы бер хыялы – “Шүлгән-таш” мәмерйәһенә сәйәхәт ойошторорға ниәтләй. Ҡарттар йорто, “Өмөт” приюты тәрбиәләнеүселәрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, күстәнәстәрен тотоп йыш хәл белешергә бара.
Махсус-хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашалар. Ошо арала яугирҙарға ойоҡбаш-бейәләйҙәр, тәм-том менән посылкалар ебәргәндәр. Бынан тыш Камалитдиновтар ғаиләһе, ҡыҙҙары Фәүзиә һәм Әлиә менән яугирҙарға маскировка селтәре үреп оҙатҡан. Маскировка селтәрен бергәләшеп Аҡҡужа ауылында йәшәгән Әлиә ҡыҙыбыҙҙың өйөнә барып үрҙек, ти ул.
Йәмәғәт эштәренән тыш, Әнисә Талип ҡыҙы бик яуаплы һәм мөһим эшкә тотонған. Бына инде бер нисә йыл инде Абҙаҡ, Малай Муйнаҡ, Буранғол, Тәтлембәт, Әбсәләм ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында йыйынтыҡ туплай. Исемлектә һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалған, һуғыштан иҫән ҡайтыусыларҙың, тыл ветерандарының исем-шәрифе, тыуған һәм һәләк булған ерҙәре, фотолары теркәлгән. Йыйынтыҡты быйыл Еңеүҙең 80 йылылғына өлгөртөргә ниәтләй ханым.
-Атайым Талип Атауылла улы Сәғитов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бер ҡулы яраланып ҡайта. Уның бер туған ағаһы Таип бабайым да фронт юлы үтә, 1942 йылда саҡырылалар. Бик уҡымышлы кеше була, һуғыштан һуң Өфөлә оҙаҡ йылдар прокурор булып эшләй. Атайым биш балаға ғүмер биреп 1986 йылда вафат булды. Һуғыш тураһында һөйләргә яратманы, мин үҙем дә ниңәлер төпсөнмәгәнмен. Уның нисек һуғышҡаны тураһында тулы мәғлүмәт юҡ. Йыйынтыҡ туплауға иһә балалар, киләсәк быуын, үҙебеҙҙең быуын ил азатлығы өсөн көрәшкән ветерандарыбыҙ тураһында хәтер һаҡларға тейеш, тигән маҡсат менән тотондом. Мәҫәлән, Әбсәләм ауылынан 52 кеше һуғышҡа китә, 32 ятып ҡала. Буранғолдан 43 кеше ил һағына баҫа, 25 – һәләк була. 5 ауылдан 84 һалдат хәбәрһеҙ юғала. Мәғлүмәттәрҙе ветерандарҙың яҡындарынан, балаларынан йыям. Учалы районы ветерандар советы рәйесе Рафаэль Фәрүәз улы Фәйзуллиндың да ярҙамы бик ҙур был эштә. Үкенескә күрә, мәғлүмәт йыйыу еңел бирелмәй, төрлө хәлдәр була. Бәғзе берәүҙәр фотолары, биографиялары менән ихлас уртаҡлашһа, икенселәре ҡырҡа ҡаршы. Эшкә аяҡ салыусылар ҙа табылып тора, төрлө һүҙҙәр ҙә ишетәһең. Ундайҙарға иғтибар бирмәҫкә тырышам, һәр кеше үҙенең күңелендә нимә йөрөтә, шуны сәсә. Балалар ҙа бер-береһенә оҡшап тыумай бит, кешеләр ҙә шулай. Бынан тыш Чечня, Афғанстан, махсус-хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар тураһында ла мәғлүмәт туплай башлағанмын, улар ҙа йыйынтыҡ буласаҡ. Әлбиттә һуғыш ветерандары тураһында ҡул эше йыйынтыҡ ҡына түгел, китап булып баҫылһа, бигерәк шәп булыр ине лә бит, әммә барыһы ла финансҡа барып терәлә, - ти ханым.
Әнисә Талип ҡыҙы бәлки берәй бағыусы килеп сығып йыйынтыҡты ташҡа баҫтырырға ярҙамлашыр тип өмөтләнә.
Биләмәләрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған обелисктарҙы таҙалыҡта, тәртиптә тотоуға ла яуаплы ҡарай. Һуғыш ветерандарының ҡәберлектәренең торошо менән дә ҡыҙыҡһына.
- Бер ауылдың зыяратында ниндәйҙер вәхши һуғыш ветеранының ҡәбер ташын йығылтып, тәртипһеҙлек ойоштороп киткәйне. Кемдең ҡулы барғандыр был вандаллыҡҡа, белмәнек. Ауыл хакимиәтенә рәхмәт, ҡайтанан тәртипкә килтереп ҡуйҙылар. Ошондай аяныслы хәлдәр ҙә булғылай. Ҡәберлектәрҙең дә торошо төрлөсә, яҡындары ҡарап, тәрбиәләп торғандары ла, ташландыҡ хәленә килгәндәре лә бар. Хәтеремдә, бер мәл вонкомат хеҙмәткәре менән зыяраттар буйынса һуғыш ветерандарының ҡәбер таштарының торошон ҡарап, тикшереп йөрөйбөҙ, шул мәл ер ишелеп соҡроға төшөп китә яҙҙым, ҡәбергә төштөм икән тип торам. Шул ваҡыттағы ҡурҡыуым... Военкомат водителе һуңынан хеҙмәткәренә: “Ярай һеҙ эш буйынса йөрөйһөгөҙ, ә бынау оло апайға нимә ҡалған инде”, - тигән була.
Түҙеп ятып булмай шул бер нисек тә, кемдер был эште лә башҡарырға тейеш. Үлеләрҙең ҡәберен бел, тереләрҙең ҡәҙерен бел, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит, - тип бәйән итә Әнисә Камалитдинова.
Изгелек эшлә лә һыуға һал - халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, тигән халҡыбыҙҙың бик тапҡыр әйтеме бер. Әнисә Талип ҡыҙы эшләгән эштәрен изге ғәмәл менән атҡара. Уның тырыш хеҙмәтен бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары дәлилләй. Әйткәндәй, Әнисә апайҙың ире Урал Фәррәх улы ауылда староста. Ҡатыны менән бергә ауылдың йәшәйешенә ҡағылышлы һорауҙарҙы бергә-бер хәл итәләр.
Әнисә Камалитдинова март айында үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләйәсәк. Уға артабан да уңыштар, иң мөһиме, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.