Ахун ауылында ғүмер иткән Нурия Камай ҡыҙы Кәримова – Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында колхоздағы фиҙаҡәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән тыл ветераны.
Бер быуатҡа яҡын һикәлтәле ғүмер юлдарын үтеп, абынмай-һөрөнмәй, алсаҡ күңеллелеген һаҡлап, балаларының хәстәрлегенә төрөнөп, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләләренә йылылығын өләшеп йәшәй 93 йәшлек ағинәй. Күпте белгән, күпте күргән хәтер һандығының тәрәнлегенә иҫ китерлек, күңел һандығында һаҡланған һәр ваҡиғаны бөгөнгөләй тәфсирләп, фәһемле итеп еткерә белеүе генә ни тора! Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән, аслыҡ-яланғаслыҡты күргән, ауыр эштәрҙә эшләгән Нурия Камай ҡыҙының әле лә шәп булыуы, бик күп мәғлүмәттәр белеүе, беҙҙе, дөрөҫөн әйткәндә, телдән ҡалдырҙы. Йөҙҙө ҡыуған ағинәй һикһән йыл булып үткән ваҡиғаларҙы көнө менән һис яңылышмай һөйләй. Күҙе күрә, гәзит-журналдар, китаптар уҡый, телевизор ҡарай, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына. Беҙ килгән көндө ураҙала ине. “Хәлемдән килерме-юҡмы, тип тотоп ҡарарға ниәтләнем, көн дә булмаһа ла, самалап ҡарармын”, - ти ул.
Нурия Кәримова 1932 йылдың 4 февралендә күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Өс ҡыҙ, өс малай тәрбиәләнәләр. Бөгөн улар араһынан Нурия әбей генә иҫән, бер туғандары күптән гүр эйәләре. Атаһы ғүмер буйы колхозда комбайнсы булып эшләй, бер күҙе зәғиф булыуы арҡаһында һуғышҡа алмайҙар. Ал-ял белмәй тылда эшләп Еңеүҙе яҡынайтыуға көс һала.
Етенсе класты тамамлағас, һигеҙ класташы менән Учалы ауылына һигеҙенсегә уҡырға юлланалар.
- Ул ваҡытта ятаҡ юҡ ине, ахырҙа, бер рус әбейенә өйгә керҙек. Ул бик уҫал ине, дәрес әҙерләргә лә хут бирмәне. Еемәһә ауылды, атай-әсәйҙе өҙөлөп һағындырыла. Яңы йылға тиклем шулай ҙа көс хәлгә түҙҙек, һуңынан башҡалар менән артабан уҡымаҫҡа һөйләштек тә, башҡа килмәйбеҙ тип ҡайтып киттек. Класс етәксебеҙ Хәнифә Сафа ҡыҙы беҙҙең ауылдан ине, саҡырып алып өгөтләп тә, шелтәләп тә ҡараны. Эх, аҙаҡ үкенерһегеҙ инде, тиһә лә, кире барманыҡ. Үкенмәнем дә, ул ваҡытта иң көслө сағыбыҙ. Баҫҡан урында ут сығарып йөрөйбөҙ. Ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс, бөтә ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр иңенә төштө. Улар көслө заттарҙы алыштырып, тырышып эшләне. Мин дә, башҡа үҫмер балалар менән, шул рәттә булдым. Яҙғыһын сәсеүҙә, көҙөн ураҡта, бесәндә йөрөйбөҙ. Бөтә эш ҡул көсө менән эшләнә ине. Ни ҡушһалар, шуны башҡарҙыҡ. Ас килеш колхоз эшенә йөрөнөк. Апайым менән бергә эшләйбеҙ, хәтеремдә, ике ҡаҙан аҫып ҡуйып, береһендә - балтырғандан, икенсеһендә ыумас менән аш бешерәләр. Ҡайҙа бараһың, ашҡаҙанға йылы төшһөн тип ашаған булабыҙ. Ҡыҙҙар иһә йыйылышып бирелгән 450 грамм һоло кәбәген ҡушып йәймә бешерәбеҙ. Картуфтан өҙөлмәнек, баҡса тултырып йәшелсәһен дә ултырта инек. Инәйем сөгөлдөр менән кишер япрағы, ыумас һалып аш бешерә ине. Ашарға ризыҡ етмәүе үҙәктәргә үтте, шуға яҙҙан алып ашарға яраҡлы үлән ашаныҡ. Еңеү көнөн дә яҡшы хәтерләйем. Ул көндө өйҙә инек, бер заман урамда бер һыбайлының ҡысҡырып үткәнен ишеттек. Ҡурҡып киттек, сөнки ул йылды ауылда янғындар күбәйҙе, бер көндә биш-алты өй янмай туҡтамай торғайны. Йүгерешеп урамға сыҡһаҡ: "Ур-рааа, һуғыш бөткән!" - тип ҡысҡыралар, бар кешеләр шатлана, илайҙар. Һыбайлы малайҙы ауылға һөйөнсөләргә ебәргәндәр икән. Шунан клубта митинг үтте, ҡәртнәйем дәртле кеше булды, мине алды ла клубҡа киттек. Урамда колхоз рәйесе Усманов осраны. Зөбәйҙә апай, һуғыш бөткән бит, тип ҡыуанысынан илағаны һаман күҙ алдында. Уға ла еңелдән булманы шул һуғыш йылдарында. Һуғыштан һуң тормош бер аҙ яйланды, әкренләп һалдаттар ҙа ҡайта башланы, - тип хәтер йомғағын һүтә ағинәй.
Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар төҙөлөш бригадаһында эшләй Нурия Камай ҡыҙы, ауылда ул төҙөмәгән бина-ҡура юҡтыр, моғайын. Иң һуңғы объект – спорт залын төҙөнөк, ти ул. Ауыр-ауыр таштарҙы күтәреп һалыу еңел булмай уға, әммә бер ваҡытта ла зарланмай. Ауыр эштең ҡасафаты олоғайғас үҙен һиҙҙермәй ҡалмай, әлбиттә, бер нисә йыл элек аяҡтары йөрөмәҫ була ағинәйҙең. Шуға ҡарамаҫтан, күңел көрлөгөн бер ҙә юғалтмай ул.
Буласаҡ тормош иптәшен һуғыштан һуң осрата Нурия әбей. Сабирйәнде һуғышҡа алғанда ул бала ғына була әле.
- Иремдең хәрби буласағын алдан белә инем. Хәтеремдә, ҡыҙҙар менән ҡырҙа ятып эшләйбеҙ, бер мәл оло ғына апай беҙгә, үҙегеҙҙең буласаҡ ирегеҙҙе беләһегеҙ килһә, йоҡлар алдынан 41 киҫәк икмәк ашап ятығыҙ, мулыраҡ тоҙларға онотмағыҙ. Тупһаға ултырып ашағыҙ, әҙерәк һүгенергә лә кәрәк. Кемде төшөгөҙҙә күрәгеҙ, шул кеше һеҙҙең яҙмышығыҙ булыр, тине. Беҙгә ни, етә ҡалды, уның әйткәнен үтәп йоҡларға яттыҡ. Иртәгәһенә торғас, ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ төшөгөҙҙө һөйләгеҙ, ти был. Мин үҙемдең төшөмдө һөйләй башланым, ҡойоға килгәнмен икән, бер мәл уның янына бер көтөү һалдаттар килеп төштө, шунда хәрби кейемдәге береһе миңә һыу алып эсерә. Эсмәй буламы инде, тоҙло икмәк ашап ятҡас, ауыҙ аңҡауға йәбешкән, төштә лә һыу тип һаташып ятҡанмын. Былай булғас, ирең хәрби буласаҡ, тигән булдылар миңә. Һалдат кейемендә төшөмдә күргән кешене күҙ алдыма килтерҙем дә, мин фәҡәт һуғышта булған кешегә кейәүгә сығам, тинем. Мин үҙем һуғыш тураһында кинолар ҡарарға, китаптар уҡырға яраттым, шуға ла иптәшемдең хәрби булыуын теләй инем. Бына, һүҙемдә торҙом, - тип көлөп бәйән итә ул.
Сабирйән Кәримов һуғыштың башынан аҙағынаса яу ҡырында йөрөй. Колхозда тракторсы булып эшләгәс, уны танкист итеп беркетәләр. Курск дуғаһында, Беренсе Украина фронтында, Сталинград һуғышында ҡатнаша. Контузия алып госпиталдә лә ята, һуңынан төҙәлеп, ҡабат сафҡа баҫа, Еңеүҙе Дрезденда ҡаршылай. Батырлығы өсөн бихисап орден-миҙалдар менән наградлана.
- Күпте күреп, күпте кисерергә тура килә уға. Шуға ла һуғыш тураһында күп һөйләргә яратманы, һуғыш тураһында киноларҙы ла ҡараманы. Миңә тегендә күргәндәрем дә еткән, тип әйтә ине. Һуғыштағы бер ваҡиғаны һөйләгәне хәтерҙә. Курс дуғаһы алышында нейтраль һыҙыҡта танктары ватыла. Танк эсендә өс кеше, шул иҫәптән командирҙары булалар. Нейтраль һыҙыҡта иһә беҙҙекеләргә лә, тегеләргә лә ут асыу тыйыла икән. Танк эсендә ултырабыҙ, ул ваҡыттағы Сталиндың приказы буйынса үлһәң-үләң, әммә техниканы ҡалдырып китергә ярамай, тип һөйләй бабай. Ниместәр яндарына килеп, рус сдавайся, тип ҡысҡыралар икән, мылтыҡтары менән танкка һуҡҡыслайҙар, беҙ тауыш та сығармай ултырабыҙ, шунда 21 йәшлек командирҙарының бер төн эсендә сәсе ап-аҡ булды, ти. Беҙҙекеләр төнөн генә килеп танкты ремонтлайҙар. Өс көндән һуң көс-хәлгә эшләтеп, үҙҙәренекеләр яғына сығара алалар. Унда ла страховка өсөн трос тағалар, юл уртаһында һүнеп туҡтай ҡалһа, тартырға тип. Сығып та етәләр, ут та яуҙыра башлайҙар, Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән генә иҫән ҡалалар, - тип тормош иптәшенең һөйләгәндәрен бәйән итә Нурия Кәримова.
Сабирйән ағай 14 йәшкә оло була үҙенән. Уның менән нисек танышҡандарын бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй ул.
- Димсе диңгеҙ кисерә, тиҙәр бит. Уға Камайҙың ҡыҙҙары бар, оҡшағанын һайлап ал, тип әйткәндәр, арабыҙҙан мине оҡшатҡан. Беренсе тапҡыр клубта осраштыҡ, киноға саҡырҙы. Килдем, ҡаршы алды. Ҡараңғы ла йөҙөн дә ныҡлап ҡарап өлгөрмәнем. Бик тыйнаҡ ине, мә, үҙеңә билет ал тип, миңә 20 тин аҡса һондо шунда. Мин иһә билет алып, иптәш ҡыҙым менән кереп киттем, ул тороп ҡалды. Кинонан һуң оҙата барҙы, дуҫлашып йөрөй башланыҡ. 1952 йылда өйләнешеп йәшәй башланыҡ. Тормош иптәшемдән мәңгелеккә ризамын, бер ваҡытта ҡыйырһытҡаны, хатта ауыр һүҙ ҙә әйткәне булманы. Балалар тип өҙөлөп торҙо, яҡшы атай булды. Татыулыҡта мөхәббәтле ғүмер кисерҙек, - тип бәйән итә Нурия әбей.
Сабирйән бабай 85 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Бала ҡайғылары ла урап уҙмай Кәримовтарҙы, 51 йәшендә генә өс балаһын ҡалдырып, оло ҡыҙҙары вафат була.
Ата-әсәләренән үрнәк булырлыҡ тәрбиә алып, тырышып йәшәйҙәр Нурия Камай ҡыҙының балалары. Дүрт балаһынан туғыҙ ейән-ейәнсәре, ун һигеҙ бүлә-бүләсәре бар. Йорт эсе йыл әйләнәһенә уларҙың көләс тауыштарынан тынмай. Бөгөн Нурия әбей кесе ҡыҙы Нәжибәнең тәрбиәһендә көн күрә. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә төп кәңәшсе, ышаныслы терәк, өлгө булып йәшәй хөрмәтле ветеран.