Нәжибә Исхаҡ ҡыҙы Солтанова-Әмирханова Учалы районынан бер йәшкә олораҡ – 1929 йыл Ғафури районының Үтәк ауылында тыуған. Тормошоноң төп өлөшө Учалы тәбәгенең Урал ауылында үтә уның. Намыҫлы хеҙмәт итеп, тормош иптәше менән 62 йыл бергә татыу йәшәп, ике ул, биш ҡыҙ үҫтерәләр.
Балалары Нәжибә апайҙың хәтирәләрен туплап, “Иҫемдә ҡалғандар” тигән китап нәшер иттеләр. Тетрәндергес яҙмалар! Һеҙҙең иғтибарға был баҫманан өҙөктәр килтерәбеҙ.
Һуғыш башланды.... Һуғыш башланғанғаны әле лә иҫемдә. Рәбиғә менән самауырҙы ҡом менән ышҡып йыуырға йылға буйына төшөп барабыҙ. Бер ваҡыт күкте ҡаплап, гөж килеп самолеттар оса башланы. Ҡурҡыныс! Башҡа тейә яҙып осҡан кеүек. Һәм күптәр, ярты көн осто улар. Беҙ бер ни белмәйбеҙ, өйгә ҡайтырға ашыҡтыҡ. Шул саҡ күрше Шәмсурый әбей илап керҙе:”Зәйнәп, һуғыш башланған бит, шуға самолеттар оса!”
Күп тә үтмәне, ирҙәрҙе фронтҡа ала башланылар. Бар халыҡ оҙатып ҡала. Беҙгә лә повестка килде. Повесткала фамилия янында К.Ш. тип кенә күрһәтелгән, әткәй Кәфи Шакир улынамы, әллә ҡустыһы Ҡәбиргәме, тип аптырап ҡалып, хәрби комиссариатҡа киттеләр. Әткәйгә булды, ҡустыһын саҡ ҡына һуңғараҡ саҡырҙылар, ул кире әйләнеп ҡайта алманы. Кәфи әткәй китер алдынан ҡайҙандыр өс тоҡ он килтереп китте: “Күрһәтмәгеҙ, әйтмәгеҙ, аҙлап ҡына ашағыҙ”, -тип бойорҙо. Ғөмүмән, миңә үгәй булһа ла, әүлиә кеүек кеше ине. Изге күңелле, абруйлы, һөнәрле. 91 йәшен тултырып баҡыйлыҡҡа күсте.
Ә ашау яғы бик хөртәйҙе. Яҙ етһә, эреп тә бөтмәгән ҡар өҫтәнән яланға иген башаҡтары эҙләргә сығабыҙ. Көнө буйы йөрөп тә, биҙрә төбөндә генә йыйыла. Әллә нисә көн сүпләгәнең күп тигәндә бер-ике кило самаһы. Сәләх бабайҙың ҡул тирмәненән үткәрттереп алабыҙ, эш өсөн сынаяҡтай ғына сүмесе менән үҙенә “гүрсә” (“горсть”) алып ҡала. Берҙе генә бәхет йылмайҙы, Рауза менән сысҡан өңөн тап иттек, күп итеп иген йыйған – беҙҙең тоҡсай ҙа тулды, яулыҡ та тулды, артып та ҡалды. Ләкин иртәгеһенә килгәндә башҡа кешеләр ҙә был урынды белеп, беҙгә башҡа ҡалмағайны.
Һуғыш йылдарында күп кешеләрҙе үлән аслыҡ үлеменән ҡотҡарҙы – ҡуян тубығы, кесерткән, балтырған, көпшә, ҡаҡы, кәзә һаҡалы, кәкүк уты, йыуа, бетлекәй, һарыҡ кәбеҫтәһе һәм башҡа. Иң әүрәткәне - әтлек (тамыры кишер кеүек) һәм һарына (һары, йомортҡаға оҡшаш), тик һирәк осрай, тапһаң оло ҡыуаныс –төйөп йәймә йә бутҡа бешерергә мөмкин. Берҙе Нәғимә әбей балаларҙы йыйып, ошо үҫемлектәрҙе эҙләргә “Ҡара һыйыр” тип аталған урманға алып барҙы. Тик күпмелер ваҡыттан:”Йүгерҙек, ҡасҡын күрҙем!”-тип һөрән һалды. Йылай-йылай ауылға йүгеҙҙек, хәл бөттө. Ул тирәгә башҡа барманыҡ. Ҡасҡындар тураһында ҡурҡыныс хәбәрҙәр байтаҡ ишетелә ине ул саҡ. Юҡҡа ғына төндәрен ауылдың ике осонда ла ҡарауылсылар ҡуйылманы. Нәғимә әбей менән Хәлим бабай был вазифаны башҡарҙылар.
Ә яҙ көнө кешеләр баҡсаға, көҙҙән ятып ҡалған бәрәңге эҙләргә сыға.Һиркәләп кенә тапҡанды йәймә итеп ҡыҙҙырып ашала.
Ныҡ асыҡҡандар алабута орлоғон да ашаны, яңылыштан ағыулы үлән ашағандар ҙа булды. “Бөгөн сөгөлдөр япрағы ла юҡ, иртәгә үләбеҙ!”- тип биш йәшлек малайҙың йылауҙан шешенеп урамда килеүе һаман хәтерҙә... Кемдең бар, тиренән ҡайыштарҙы ебетеп бешереп тә аҙапланды. Аслыҡтан хәлһерәп үлеүселәр булды беҙҙә. Бындай михнәттәрҙе башҡа бер кем дә күрмәһен инде!
Эшкә яраныҡ. Һуғышға тиклем 4 класс ҡына бөтөрөп өлгөрҙөм. 12-13 йәштән ныҡлап эшкә егелдек. Мөшәрәфә менән миңә һарыҡ ҡарарға ҡуштылар. Бәрәнләгән һарыҡтарҙы айырып ситлеккә ҡуйыу менән ныҡ ҡаңғыра торғайныҡ. Көс етмәй! Ҡараңғыла елгә йәһәт һүнеп барған “һуҡыр лампа” менән күпте күрәңме инде – яңы тыуған бәрсәтәр туңып та үлгеләй. Йәһәт йәшерергә тырышабыҙ, “ҡоротҡослоҡта” ғәйепләп төрмәгә ултыртырҙар, тип ҡурҡабыҙ.
Башҡаһынан тыш, һарыҡтарҙың тиҙәген йыйып, егелгән үгеҙҙә баҫыуға алып барып түгеү ҙә беҙҙең өҫтә. Ул үгеҙҙе алыу өсөн дә сират көтөр кәрәк.
Йәй иһә малдарҙы Межозерный күле буйына көтөүлеккә алып сығабыҙ. Һуғыш дәүерендә брынза яһау өсөн һарыҡтар ҙа һауыла ине. Һарыҡ һаны тулмай икән, төн-көн, ҡар яуа йә йәшенле ямғыр тип ҡарап тормайынса, эҙләргә сығарып ебәрәләр. Берҙе яңылыш иҫәпләп, “Биш һарыҡ тулмай, хәҙер һыйырығыҙҙы барып алабыҙ!” – тип ҡотто осорҙолар. Ярар ҙа, әнкәй килеп, хисаплағанда улар үҙҙәре хаталаныуы асыҡланды. Һуғыш йылдарында бүре күбәйҙе, көтөүгә сыҡҡанда ҡурҡыр инек. Бер көтөүҙән 20-ләп һарыҡты боғаҙлап киттеләр, ашауын да йүнләп ашамағандар бит әле.
1942-1943 йылдар булһа кәрәк, иген урылып бөтмәү арҡаһында бар ҡатын-ҡыҙҙы, шул иҫәптән ҡыҙ-ҡырҡынды баҫыуҙарға сығарҙылар. Ҡар яуған, түҙеп торғоһғоҙ һыуыҡ. Кемдеке бар – быйма кейгәндәр, күпселектә – сабата. Ас кеше һыуыҡҡа тиҙ бирешә, беҙгә яланға “столовый” килтергән булалар. Аш тигәне шау һыу, кәбеҫтә япрағы ла, бер бәрәңге киҫәге.
Игенде йолҡҡолап, көлтәләргә бәйләйбеҙ. Ҡар ҡалын ятҡан урындарҙа салғы менән генә сабырлыҡ. Иген еүеш, шуға ла колхоз тимерлеге янында ҡоролған, мейес менән йылытылған “сушилка”ға ташып киптерелә. Унда инде икешәр кеше эшләйбеҙ. Исмаһам, унда йылы ине.
Машина. Һуғышҡа тиклем Урал ауылында бер машина бар ине, шоферы – Харис ағай. Ваҡыты-ваҡыты менән беҙҙе, балаларҙы, ултыртып йөрөттө. Шул машинаһында һуғышҡа ла оҙаттыҡ. Гөлъямал әбейҙең дүрт улы ла һуғышға китте, Харис, Зәки, Закир, Зариф. Закир ғына әйләнеп ҡайтты. Зәки менән Фатих үҙҙәре эшләгән тракторҙарҙа фронтҡа алындылар, икеһе лә Ленинградта ҡамауға ҡалып астан үләләр. Гөлъямал әбейҙең йылап һөйләгәне иҫтә ҡалды:” Улдарым хат яҙған – әнкәй, конвертҡа бер-ике сәйнәрлек кенә һағыҙ һал әле, аслыҡтан яңаҡтарыбыҙ ҡарыша, ҡуҙғалырлыҡ та, йөрөр ҙә хәл ҡалманы”.
Һалым. Һуғыш ваҡытында халыҡҡа налог һалдылар : 46 килограмм ит, 100 йомортҡа, йөн, тире, һөт. Малың бармы, юҡмы, һорап та тормайҙар, һалым түләргә ҡушалар. Шулай ҙа булды, бәғзе кешеләрҙе илата-илата ихатаһынан яңғыҙ малын, һуңғы кәзә йә һарығын да алып сыҡтылар. Нисектер һалым түләү өсөн, таныштар үҙ-ара килешеп, күмәгенә бер һыйыр һуйыр ине.
Кешеләргә үтә ауыр булды, әммә әллә ни ризаһыҙлыҡ әйтелмәне, барыбыҙ ҙа аңлап торабыҙ: һуғыштағыларға ниҙер ашарға ла, ниҙер кейергә кәрәк бит! Әл дә күмәкләп еңеп сыҡтыҡ, беҙҙең дә, Аллаһҡа шөкөр, көс һәм тырышлыҡ күп керҙе.
Еңеү! Ул көн аурыштырып торһам да, Сәлихә менән һарыҡ көтәбеҙ. Икенсе яҡта Лиф - йылҡы, Мансур – башмаҡ, Фәнүз – һыйыр көтәләр. Төш ваҡытында малды туплауға төшөрәбеҙ ҙә, бергәләп тамаҡ ялғарға ултырабыҙ. Фәнүз был көн ни сәбәптәндер ауылға ҡайтты. Бер ваҡыт йән-фарман сабып килә, үҙе ҡысҡыра, үҙе йылай: “Һуғыш, һуғыш туҡтаған! Һөйөнсө!” Ышанмайыраҡ торҙоҡ әле башта, һуңынан беҙ ҙә ергә тәгәрәшеп шатлыҡтан түгелеп иларға тотондоҡ.
Бала көйөнсә генә күпме ҡайғы, күпме михнәт күрҙек бит һуғыш арҡаһында...
“Вечер”. Иптәштәрем бесәнгә китә, ә мин һаман һарыҡ көтөүсе. Әхирәттәр юлда күренһә, мин соҡорораҡ ерҙә ҡасып ҡалам, ояламдыр инде, ҙурая башлағанмын бит. Бер үҙемә күңелһеҙ. Кистәрен “вечер”ға йөрөй башланыҡ, танауға еҫ кергән. Аяҡтарҙа сабата, өҫтә иҫке күлмәк, тип тормайбыҙ. Аҙаҡ “вечер”ға резин калуш кейеү таралды. Уға ағас үксә ҡуйып ебәрәләр, һикеренләп бейей башлаһаң, төшә лә ҡала. Әхәт гармунда уйнай, уның килгәнен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. “Наза”, “Третий лишний”, “Йөҙөк һалыш”, “Йәшермәк”, иң һуңында “Марш” бейебеҙ. Йәй көндәрендә ауыл осондағы яланда йыйылабыҙ. Бер тапҡыр Сафияларҙа ҡуна ҡалдым. Кис еткәс, Сафияның юрғанын кеше ятҡан кеүек төргәкләнек тә, тәҙәрәнән уйынға сығып ҡастыҡ. Тик бына атаһы Лотфулла бабай был хаҡта белеп ҡалып, арттан килеп етте. Ҡыҙына эләктерә һалды. Беҙ өйгә ҡарай йүгерҙек, юрған аҫтына сумып боҫтоҡ. Беҙҙән һуң ҡайтҡан Лотфулла бабай икебеҙгә лә юрған аша бер-икене эләктерҙе лә: “Бынан һуң бикләп тотасаҡмын!”- тип ҡурҡытып сығып китте.
Туйҙан – курингә.... 1948 йылдың февралендә тормошҡа сыҡтым. Туй табынына балды шәкәр сөгөлдөрөнән ҡайнатып бирҙеләр. Әнкәй миңә донъя көтөп алып китеү өсөн икешәр алюмин тәрилкә, ҡалаҡ һәм ҡашыҡтар, парлы сынаяҡ, тәҙәрә пәрҙәһе, бер бәләкәй табаҡ бирҙе. Ә бына өҫкә кейергә рәтле кейем-һалым бөтөнләй юҡ. Кейәүем Әбүҙәр ҙә миңә Барый абыйҙан алып торған костюм-салбарын кейеп килде, дәү кәүҙә булғас, еңе лә, балаҡтары ла ҡыҫҡа. Шулай ҙа миңә зерә матур булып күренде!
Ирем йортона күсеп тә өлгөрмәнем, 8 март мине “курингә”, ағас әҙерләүгә ебәрҙеләр, Әбүҙәрҙе лә Воскресенскийға тракторсыға уҡырға йүнәлттеләр. Ябалаҡлап ҡар яуа. Текә Урал тауҙарына үрмәләү үтә ауырға төштә, алмашлап атҡа үҙебеҙ юл һалабыҙ, эт кеүек арыныҡ. Эш ауыр, ашау яғы наҡыҫ, сәйҙе ҡар иретеп ҡайнатабыҙ. Бер көн, норманы тултырҙыҡмы-юҡмы, ауылыбыҙға ҡайтырға сыҡтыҡ. Икәү – ат санаһында, ҡалғандар – йәйәү, ваҡыты-ваҡыты менән алмашырға тейеш инек. Тик атлылар беҙҙе көтмәйенсә алға һыпыртҡан булып сыҡты. Ярар ҙа беҙ тауар вагонына ултырып, Белоретта төшөп ҡала алдыҡ. Эт бәләһе менән ҡайтыуға, 12 апрель Әбүҙәр ҙә ҡайтты. Мине ниһәйәт күсереп алып ҡайтты. Ул –тракторҙа эшләй, мин – ашнаҡсы. Самалы ғына һоло оно бирәләр, иләйем дә, умас итеп бешерәм, көрпәһенән кеҫәл ҡайнатҡан булам. Умасҡа һалырға картуфы ла һанаулы ғына бит әле. Берҙе шул тиклем вағын бирҙеләр, әрсерлек тә түгел. Тракторсылар ҡабығы менән бешереп, һуңынан төйөргә кәңәш иттеләр. Тик бына уныһы табаҡҡа елем кеүек йәбеште лә ҡуйҙы, нисек тә ашанылар, һайланып ултырырға форсат юҡ. Камил был хаҡта шундуҡ төртмәле шиғыр яҙып, көлдөрөп, күңелдәрҙе күтәрҙе. Бергә эшләгән егеттәрҙең береһе лә иҫән түгел инде хәҙер.
1950 йылда ғына тамаҡтар туя башлағандыр. Иген хәтәр уңды, үҙебеҙҙең ике комбайн өлгөрөлөк түгел, МТС-тан тиҫтәләп техника килтерҙеләр. Колхозсыларға ла ҡутарғансы иген таратылды, ә уларҙың был тиклем байлыҡты һаҡлан урындары юҡ. Үреп “күрептәр” (“короб”) яһарға тура килде, өйҙәрҙә тоттолар..