Яйыҡ
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
24 Апрель 2025, 10:28

Яу һәм ялан батыры итәғәтле кеше ине

Ф.Зағафурановтың ҡулынан Башҡорт АССР-ы Юғары Советы президиумының Почет грамотаһы тапшырыла, Учалы районын Мәскәүҙә ВДНХ-ла вәкилләү хөрмәте күрһәтелә.  Делегация менән барып, Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенән көмөш миҙал алып ҡайталар.

Яу һәм ялан батыры итәғәтле кеше ине
Яу һәм ялан батыры итәғәтле кеше ине

“Сал ҡылғандар

Көтәлер ни әйтерҙе,

Онотмабыҙ үткәнде, тип

Игәп тора хәтерҙе.

Беҙ, тереләр, онотмабыҙ

Йәшәү хаҡын ерҙәрҙә”.

Бәләкәй генә Оҙонгүл ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 54 ир-егет алына. Шуларҙың 19-ы тыуған иле, ере өсөн ғәзиз баштарын һала. 35 яугир  йә яраланып, ҡайһылары – япон һуғышында ҡатнашып, Украина нацистарын эҙәрлекләп, 50-се йылдарҙа ғына тыуған яҡтарына ҡайта алдылар.

 Фин һуғышында ла ҡатнашып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡаты яраланып 1942 йылда Оҙонгүлгә ҡайҡан Фәтҡулла Мәғәфүр улы Йомағужин  тураһында яҙып үтәйем.

1915 йылда тыуа ул. Мәғәфүр олатайҙың берҙән-бөртөк улы була, эшкә шәп, ата-әсәһенә ярҙамсыл булып үҫә. Егет ҡорона ингәс, ”Алға” колхозында малсы булып хеҙмәт итә башлай. Колхоз рәйесе Фәтих ағай Мамилиндан тик маҡтау һүҙҙәре ген ишетә.1934 йылда Ҡобағош ауылынан Зәйтүнәгә өйләнә. 1935 йыл Булат улдары, 1939 йыл Флүрә ҡыҙҙары тыуа. Тик бына ҡыҙҙары донъяға килгән йылдың аҙағында Фин һуғышына алына, ә 1941 йыл тура Бөйөк Ватан һуғышына йүнәлтелә.Ҡатынан-ҡаты  Мәскәү оборонаһы, Курск янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1942 йыл, ҡаты яраларҙан һуң фронтҡа яраҡһыҙ тип танылғас, демобилизациялана. Бар халыҡ менән, “Барыһы ла – фронт өсөн, барыһы ла – Еңеү өсөн” девизы аҫтында колхоз эшенә башы менән сума. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, үҙенә ныҡ талапсан була, һәр бурысты еренә еткермәйенсә тыныслана алмай. Ауылда иһә ир-ат етешмәй, барыһы ла тиерлек фронтта бит. Ил һәм ер тотҡаһы - ҡатын-ҡыҙ ҡулында.

“Колхоз ҡыҙы, колхоз улы

Тәнәлек буйҙарында.

Илгә күберәк иген биреү

Уларҙың уйҙарында”

Бар халыҡ ас-яланғас булһа ла, арыу-талыу тураһында онотоп көнө-төнө тир түгәләр. ...Оҙонгүл ауылы обелискында 106 тыл ветерандарының исемдәре мәңгеләштерелгән. Бындай таҡтаташ районыбыҙҙың башҡа бер ауылында ла юҡ буғай!  Обелисктың авторы –  хәҙер инде танылған скульпторыбыҙ Фәнил Мөслимов, һәйкәлде булдырыға тау-байыҡтырыу комбинатынан Александр Андросенко тос ярҙам иткәйне, рәхмәт уларға. Ә бит беҙҙә генә түгел, һәр ауылда ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмер балалар Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән, оҙонгүлдәрҙән үрнәк алығыҙ, тип өндәү һис тә артыҡ булмаҫ!

Һуғыштан яраланып, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡайтыусы яугирҙәр ҡара эштә лә, бригадир, мөдир, хисапсы, хужалыҡ етәксеһе кеүек вазифаларҙа ла һынатманылар. Күмәкләгән көс менән яуыз дошманды дөмөктөргәс, фронтовиктар күпләп кире ҡайтып, колхоз-совхоздарға яңы көс, яңы һулыш өрҙөләр.

Оҙонгүлдәге “Алға” колхозы “Победа” тип үҙгәртелә (унда шулай уҡ Баттал һәм Аһылай инә). Рәйес вазифаһына Аһылай ауылынан һуғыш ветераны, агроном Ғәбделәүәл Мәхәмәтдинов һайлана. Үрҙә һүҙ алып барылған Фәтҡулла бабай игенселек буйынса бригадир итеп тәғәйенләнә. Был яңы эшкә лә ихласлап, ең һыҙғанып тотона. Биш йыллыҡ планды үтәүҙә алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Район кимәлендә лә алдынғылар сафында киләләр. Тәкәлек, Ҡылы, Балтапҡан яландарында иген мул уңа.

“Яландарҙың буйы оҙон

Трактор менән һөрөргә.

Мул урожайҙар алып –

Илгә рекорд бирергә!”

 1954 йыл  бригадир Фәтҡулла Йомағужин  район ауыл хужалығы күргәҙмә комиссияһы Ғ.Аллаяровтың ҡулынан диплом менән бүләкләнә.  211 гектар майҙанда бойҙайҙың гектар көсө – 12,16 центнер, 46 гектар майҙанда һолоноң гектар көсө – 13 центнер тәшкил иткәнлеге билдәләнә маҡтау ҡағыҙында. Механизация бик самалы, ашлама-фәлән юҡ кимәлендә булған заманалар өсөн бик тә юғары күрһәткес был. Шул уҡ йылда  Ф.Зағафурановтың ҡулынан Башҡорт АССР-ы Юғары Советы президиумының Почет грамотаһы тапшырыла, Учалы районын Мәскәүҙә ВДНХ-ла вәкилләү хөрмәте күрһәтелә.  Делегация менән барып, Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенән көмөш миҙал алып ҡайталар.

Ғөмүмән, Фәтҡулла бабайҙың һуғышта ҡыйыулығы, тыныс тормошта фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн наградалары бихисап. Өҫтәүенә, үҙенең кеселекле һәм итәғәтле булыуы менән дә айырылып торған ул.  Бына, мәҫәлән,  минең ҡәйнәмдең  атаһы Зиннәтулла һуғышта хәбәрһеҙ юғалғас, фәҡәт Фәтҡулла бабай уны “үкел ҡыҙ”, ҡайнымды – “үкел кейәү” итеп йөрөтә.

Зәйтүнә әбей менән алты балаға ғүмер биреп үҫтерәләр.  Тәғзимә апайҙың һүҙҙәрен килтерәйек: “ Атайым беҙҙе иркәләтеп кенә үҫтерҙе,  бер ваҡытта   унан ауыр һүҙ ишетмәнек. Бигерәк кешелекле, йыуаш, ихлас күңелле ине, йәне йәннәттә булһын!”

Балалары ла ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Булат механизатор, механик, управляющий, ауыл Советы рәйесе булды. Өлфәт иһә ат яратты, Мөғәллим бабай Мәхәмәтов менән  һабантуйҙарға  сабыш аттары әҙерләп, тик беренсе урындар ала торғайны. Күренкле яҡташыбыҙ, ул саҡ Озерныйҙа ветеринар булып эшләгән Спартак Ильясовтың йән дуҫы ине. Бәйгеләрҙә уңышлы сығыштар өсөн, хатта, ике тапҡыр патефон менән бүләкләнде – заманы өсөн бик әһәмиәтле наградалар. Оло Йомағужиндарҙың Илфат улдары  - механизатор, склад мөдире, Илдар – электрик булдылар, ә Флүрә һәм Тәғзимә апайҙар заводта оператор булып эшләнеләр. 

Фәтҡәлла бабайҙың юлын дауам итеүсе улдары  ауылды ташлап китмәнеләр. Шунда төпләнеп, донъя ҡороп,  йорттар төҙөп, өйләнеп,  үҙҙәренә оҡшаш егәрле һәм выжданлы  балалар тәрбиәләнеләр, тыуған яҡтарҙың ауыл хужалығы йәшәһен, үҫешһен, сәскә атһын өсөн  көстәрен  һис йәлләмәнеләр.

Яу һәм ялан батырының ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре ололарҙың юлын лайыҡлы дауам итәләр.

“Яугирҙәрҙәй алмаш йәш быуындар

Үткәндәрҙе тотһон иҫендә.

Онотмаһын тарих һабаҡтарын

Ерҙә бар бит хәтер төҫө лә”.

Эйе, нәҡ шулай, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Учалы районының барлыҡҡа килеүенә 95 йыл быйыл. Шөкөр, етеш һәм тыныс тормошта йәшәнек һәм йәшәйбеҙ, йәштәргә ҡәҙимге  булып күренеүе  ихтимал бындай хәлдең. Әммә быға ирешеү өсөн алдағы быуындар ниндәй юғары хаҡ түләүҙәре, ҡыҙыл ҡан һәм ҡара тир, әсе күҙ йәштәре  менән иҫәпләшеүҙәре  тураһында  бер ваҡытта ла онотмайыҡ! Һәм, әлбиттә, нәҡ әле  яу ҡырында пуля-снаряд аҫтында йөрөгән, фронтовик ата-бабаларының байрағын ғорур  күтәреп алған, шул уҡ элекке  дошмандар менән алышҡан  уландарыбыҙ иң тәрән ихтирамға лайыҡ. Тамырҙары ныҡ уларҙың, һис шикһеҙ тағын да еңәсәкбеҙ!

Мәҡәләлә Яныбай Хамматов,  Миңлеғол Хисамова, Зөһрә Ҡотлогилдинаның  шиғырҙарынан өҙөктәр килтерелә.

Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас