Ғаилә – киләсәктең ышаныслы нигеҙе. Һәр беребеҙҙең тормошо тап ошонда башлана, ғаиләлә шәхескә нигеҙ һалына. Беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ – ғаиләнең ныҡлы тотҡаһы булһа, балалар – уның көҙгөһө, тотҡаның сағылышы булып тора.
Ҡала-районыбыҙ, шөкөр, ошондай ныҡлы нигеҙле һәм тотҡалы ғаиләләре менән дан тота. Бөгөн һүҙебеҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кинйәбәев Әмин Аллабирҙе улы һәм уның ғаиләһе тураһында булыр.
Әмин Аллабирҙе улы 1925 йылда Сораман ауылында Рәхимә һәм Аллабирҙе Кинйәбәевтарҙың ғаиләһендә иң өлкән бала булып донъяға килә. Ғаиләлә улар йәмғеһе 4 малай һәм 2 ҡыҙ тәрбиәләнә. Аллабирҙе Кинйәбәевҡа 37-40 йәштәр самаһы булғанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ғаилә башлығы фронтҡа алына һәм шул китеүенән әйләнеп ҡайта алмай, яу яланында хәбәрһеҙ юғала.
...Әмин Кинйәбаев 1934 йылда Сораман башланғыс мәктәбенә уҡырға инә. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Наурыҙ тулы булмаған мәктәбенә 5-се класҡа уҡырға бара. 1940-1941 уҡыу йылында ете класты тамамлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабан уҡыуын дауам итергә мөмкинлек булмай – Бөйөк Ватан һуғышы ирек бирмәй. 1943 йылдың февралендә Әмин Аллабирҙе улы армияға алына. Ул мәлдә егеткә 18 йәш тә тулмаған була әле. 364-се уҡсы-минометсылар батальонында хеҙмәт итә. 1943 йылдың авгусында яҡташыбыҙ фронтҡа китә. Шул уҡ йылдың сентябрендә Брянск ҡалаһы өсөн барған ҡаты алыштарҙа бик ҡаты яралана. Хәрби госпиталдә Әмин Кинйәбаевтың аяғын ҡырҡырға ҡарар итәләр, ләкин яҡташыбыҙ табиптарға быны эшләргә ирек бирмәй. Балалары һөйләүенсә, аяғын һалдат, ысынлап та һаҡлап алып ҡала, ләкин бер аяғы икенсеһенә ҡарағанда нәҙек һәм зәғиферәк булып ҡала. Әмин Аллабирҙе улын комиссовать итәләр һәм һалдат тыуған яҡтарына ҡайта. Ең һыҙғанып эшкә тотона. Һуғыштан һуң Үрге Уралда һөнәрселек училищеһында уҡып, комбайнсы-тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Колхозда тракторсы булып эшләй. 1951 йылда Әмин Аллабирҙе улын Вознесенкаға тракторсылар бригадиры курстарына уҡырға ебәрәләр, уны уңышлы тамамлап ҡайтҡан уҙаман байтаҡ йылдар хужалыҡта бригадир вазифаһын намыҫ менән башҡара. “Сораман” колхозы “Байрамғол” совхозы менән берләштерелгәс, оҙаҡ йылдар тракторсы булып тир түгә. Фронтовиктың хеҙмәт кенәгәһендә почтальон, ауыл Советы рәйесе булып эшләгән йылдар ҙа теркәлгән. Совхозда келәт мөдире, заправкалаусы булып та эшләй. Әмин Кинйәбаев ауыл хужалығында йәмғеһе 47 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға. Пенсияла булһа ла хужалыҡҡа хәленән килгәнсә ярҙам итә – ҡайҙа саҡыралар, шунда эшләй, төплө кәңәштәрен бирә, ғөмүмән, тәжрибәле ер кешеһе булараҡ, уҙамандың абруйы тирә-яҡта ҙур була.
Әлбиттә, барлыҡ уңыштарының инешендә уның ныҡлы тылы – ғаиләһе тора. Яратҡан ҡатыны Мөгөлсөм Ғәйнетдин ҡыҙы менән улар туғыҙ бала – 7 ҡыҙ һәм 2 ул тәрбиәләп үҫтерәләр, оло тормош юлына сығаралар.
- Атайымдың ҙур хыялы булған – ул йәш саҡта уҡытыусы булырға хыялланған. Мәктәптә яҡшы уҡыған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты ниәтен тормошҡа ашырырға һуғыш ҡамасаулай. Шуға күрә атайыбыҙ үҙенә һүҙ бирә – балаларым булһа, мотлаҡ уҡытыусыға уҡытам, ти. Атайыбыҙҙың был уй-теләге тормошҡа аша, тип әйтергә кәрәк. Ғаиләләге туғыҙ баланың өсәүһе – педагог, - тип атаһы хаҡындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлаша яугирҙың Нажиә ҡыҙы.
Мөгөлсөм һәм Әмин Кинйәбәевтар 51 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәткә арнаған ябай ауыл кешеләре. Күп итеп мал аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, балаларын бәләкәй саҡтан эшкә ылыҡтыралар. Әсәй кеше ҡул эштәренә, бешеренеүгә бик оҫта була. Ауыл халҡы гелән унан ҙур ҡунаҡ-маҙар уҙғарыр булһа, икмәк бешертеп, бал ҡойҙортоп алыр була. Бер-береһенә шул тиклем тура килгән егәрле пар була Кинйәбәевтар. Ауылда уларҙың йорто гелән “Өлгөлө йорт” исемен йөрөтә. Ғаилә башлығы оҫта математик була, балаларына һәр саҡ ярҙам итә. Ныҡлы тәрбиә алған балалар үҙ аллы торомошта юғалып ҡалмай, һәр ҡайһыһы үҙ урынын, яратҡан һөнәрен ала.
Вера ҡыҙҙары, мәҫәлән, Учалы ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнашҡан төҙөүсе. “Хеҙмәт ударнигы” билдәһенә лайыҡ. 40 йыл стажға эйә. Фая ҡыҙҙары – уҡытыусы. Ҡорама башланғыс мәктәбендә 39 йыл эшләй. Фазила ҡыҙҙары Ҡунаҡбай урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, һуңынан атаһы кеүек ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын уңышлы башҡара. Нажиә ҡыҙҙары 41 йыл ғүмерен балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә арнай. Файрүзә ҡыҙҙары – төҙөүсе. Ғүмер буйы Өфөлә эшләй, әле Учалы ҡалаһында төпләнгән. Йәнүзә ҡыҙҙары оҙаҡ йылдар ҡалабыҙҙа штукатур-маляр булып хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле мәрхүмә. Ғәйшә ҡыҙҙары ғүмер буйы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында бухгалтер булып хеҙмәт иткән. Әмир улдары алыҫ Мегионда водитель булып эшләй. Өс орденға лайыҡ була, ләкин йорттарында янғын сығып, барлыҡ мәғлүмәттәр юҡҡа сыға. Әле уҙаман үҙе лә мәрхүм. Лиф улдары РТС-та водитель булып эшләй, шулай уҡ мәрхүм булған.
Ошондай егәрле ул-ҡыҙҙар үҫтерә, үҙенән һуң яҡты хәтирәләр һәм яҡшы дан ҡалдыра Әмин Кинйәбәев. 19 ейән-ейәнсәрен күреп-һөйөп өлгөрә. Бихисап наградаларға һәм маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ фронтовик 71 йәшенә етеп вафат була. Халыҡ әйтеүенсә, батыр үлһә лә даны быуаттар буйы йәшәй. Нәҡ шулай. Әмин Аллабирҙе улының да даны уның эшләгән яҡшы эштәрендә, балаларында дауам итә.
Фотола - Мөгөлсөм һәм Әмин Кинйәбаевтар.