Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән бик тә матур акция булды бөгөн: Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлап, иллеләп һыбайлы Ҡарт Муйнаҡ ауылынан башлап, Туңғатарҙағы митингҡа ла туҡталып, Ҡорамаға тиклем марш менән үттеләр.
Хәрби кейем кейгән, байраҡтар елберҙәткән, ярһыу сабыш аттарында сафҡа теҙелгән һыбайлылар янында үткәс, митингта хис-тойғолар айырыуса ныҡ урғылды. Борон борондан башҡорттар яугирҙәрҙе тап һыбай көйөнсә алыштарға оҙатыр булған бит! Был күренеш беҙҙең тарихи хәтергә код рәүешендә мәңгегә баҫылғандыр.
Һыбайлылар – бөтә райондан ҡоролтай саҡырыуы буйынса йыйылған йылҡысылар, ат спорты менән мауығыусы яҡташтарыбыҙ. Егет-уҙамандар араһында бер гүзәл зат вәкиле барыһының да һоҡланған ҡараштарын үҙенә тартты – Илсе ауылынан крәәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Зөһрә Батыршина бик тә оҫта һыбайлы икән.
Марш барыһына ла бик ныҡ оҡшаны. Отряд башында барған ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров та ( күптәр уны хәрби кейем кейгәс, генерал Шайморатовты хәтерләтә тип тәғәжәпләнде), район Советы секретары Зариф Ғарипов та бер үк һығымтаға килделәр - бындай акцияларҙы даими үткәрелгән йолаға индерергә кәрәк. Сөнки сара тарихи хәҡиҡәткә лә тура килә, йылҡысылыҡ һәм ат спортын да пропагандалай, тамашасылар яғынан да ҡайнар хуплана.