“Һаумыһығыҙ, Клара Мухаметовна! Ғәлиәхмәр ауылынан Мәймүнә булам. Беҙ Еңеү көнөнә арнап һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың аллеяһын асырға әҙерләнәбеҙ. Байсарин тигән кешенең дөрөҫ исемен, фотоһын таба алмайбыҙ. Һеҙ ярҙам итә алаһығыҙ тип әйттеләр...” - тип бәйләнешкә сыҡтылар. Эйе, Байсарин фамилияһы миңә бала саҡтан таныш һәм яҡын. Ҡыҫҡаса әйткәндә, минең атайымдың туғаны Зөлфиә апай Мофассал Байсаринға кейәүгә сыға. Мофассал Низаметдин улының беренсе ҡатынынан Ғамил исемле малай ҡалған була. Үҫеп-етеп йәш кенә көйөнсә һуғышҡа китә лә, бер ниндәй хәбәрһеҙ юғала. Әйткәндәй, данлыҡлы композитор Салауат Низаметдинов ошо нәҫелдән.
Ә Мофассал еҙнәнең яҙмышы илебеҙҙә барған тарих шауҡымына өҙөлгөһөҙ бәйле. Ул Муса Мортазин янында хеҙмәт итә, адъютанты ла була. Бик ҡыйыу, батыр була, бер алышта Мортазинды үлемдән дә ҡотҡара. Һуңынан репрессияларға эләгә. Зөлфиә апайыбыҙҙың аяныслы яҙмышы ла ошоға бәйле – кемдер үлтереп китә уны... Дүрт балалары ҡайғы-хәсрәтте күп татып етем үҫәләр. Шулай булыуга ҡарамаҫтан, Зөлхизә, Зиннәт, Наилә, Баян Байсариндар яҡшы, эшсән булып үҫәләр, татыү йәшәйҙәр. Хәҙерге ваҡытта уларҙың береһе лә иҫән түгел. Шулай ҙа ейәндәре, бүлә-бүләсәрҙәре был фамилияны дауам итәләр. Өлкән ейәндәре Марат Байсарин Учалы ҡалаһында, ейәнсәрҙәре Фәниә Өфөлә матур донъя көтәләр. Улар менән бәйләнешкә сығып, Ғамил Байсариндың фотоһы ла Яугирҙар аллеяһына ҡуйылды.
Был аллеяны асыу ҙур тантанаға әүерелә. Ауыл халҡы, яугирҙарҙың нәҫелдәре һәм яҡындары күп килә. Шулай итеп, Ғәлиәхмәр ауылы халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, райондың 95 йыллығына оло эш башҡара. Хәҙер Ғәлиәхмәргә кереү менән “Батырҙар даны мәңгелек!” тип яҙылған комплекс ҡаршы ала.
Ошо шатлыҡлы хәл-ваҡиғаларҙан һуң үҙебеҙҙең ғаилә тарихын барлай башланым. Уныһы ла Мәймүнә ханымдың: "60 яугирҙың исем-шәрифтәрен, фотоларын таптыҡ, ә һәммәһе 64 булырға тейеш, дүртеһе билдәһеҙ”, - тигән хәбәренән һуң булды. Минең үҙемдең атайым һәм Урал ағайым Ғәлиәхмәрҙән фронтҡа киткәндәр түгелме ни!? Тап шулай! Беҙҙең тарих түбәндәгесә: беҙҙең ғаилә 30-сы йылдарҙа Учалы ауылында йәшәгән, атайым Учалы мәктәбендә уҡытҡан. Артабан Жанетта апайым хәтирәләренән: “Миңә 3 йәш булғанда (1938 йыл) беҙ Әбләз йәки Ҡарағай ауылына күсеп килдек. Атайым мәктәптә уҡытты. Әбләздән – Килмәккә, һуңынан Ғәлиәхмәр ауылына күстек. Атай уҡытты, инәй иҙән йыуҙы. Атай һуғышҡа киткәс, инәйем Миндәккә үҙебеҙҙең ат менән почта саба ине. Урал ағайым, Рауза апайым Миндәккә уҡырға йөрөнөләр. Атайымдан “похоронка” килгәс, Урал ағайым фронтҡа доброволец булып яҙылды. Абрар ағайым да хәрби врач булып һуғышта йөрөнө. “Ҡара ҡағыҙ” килһә лә, атай һуғыштан ҡайтты, әммә контузиянан һуҡырайғайны. Күҙҙәре бер аҙ асыла башлағас, Килмәккә күсеп килдек...”
Был яҙмалар атайымдың да, Урал ағайымдың да фронтҡа фәҡәт Ғәлиәхмәрҙән китеүҙәрен дәлилләй. Ә бына быныһы Урал ағайымдың миңә яҙған бер хатынан өҙөк: “...1942 йылдың 9 авгусында Амангилде ауыл Советында повестка алдыҡ. Ғәлиәхмәрҙән (“Ҡыҙыл байраҡ” колхозы) икәү инек: мин һәм Ғабдрахман... "
Мәймүнә Ғазыуан ҡыҙы менән тағы ла һөйләштек. “Аллеяла 4 кешегә урындар ҡалдырылған, фотоларын әҙерләп килтерегеҙ”, - тине ул. Ҡыҙым һәм кейәүем менән оҙаҡҡа һуҙмайынса фотоларҙы мәрмәр ташҡа баҫтырып, алып барып тапшырҙыҡ. “Көтөгөҙ, шылтыратырбыҙ, халыҡ менән һөйләшеп, фотоларҙы урынлаштырыр көндө билдәләр кәрәк”, - тип ҡайтарҙылар.
Шул арала тағы бер яугирҙың исеме асыҡлана. Миндәк ҡасабаһынан Вәлиев Кирам булып сыға. Беҙҙе лә оҙаҡ көттөрмәнеләр, итәғәтле генә итеп 28 сентябрь көнө 11.00 сәғәткә саҡырҙылар. Килеп етһәк, халыҡ күп йыйылған, урындағы хакимиәт, дин әһелдәре, матур башҡорт кейемендәге ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре генә лә ни тора! Нисәмә тиҫтә йыл һәләк булған өс һалдат иҫтәлегенә ошондай хөрмәт күрһәтелер тип башҡа ла инмәгәйне. Үрҙә яҙған Вәлиев Кирамдың ҡыҙы Нурһылыу ханым ейәне менән килгәйне.
Клуб мөдире Римма Мөғин ҡыҙы Ишбаева әҙерләгән матур сценарий буйынса барҙы сара. Башта ҡыҙыл туҡыма менән ябылып, тәғәйен ваҡыты еткәс өс таҡтаташ тантаналы рәүештә асылды: “Баһауетдинов Нурмөхәмәт Баһауетдин улы, Баһауетдинов Урал Нурмөхәмәт улы, Вәлиев Кирам Фәтхетдин улы”.
Һуңынан мәсеттә изге аяттар уҡылды, аралаштыҡ, хәтирәләр менән уртаҡлашып, күңел бушап ҡалғандай булды. Бик-бик тулҡынландырғыс булды был күркәм сара! Ихлас күңелдән Амангилде ауыл Советы хакимиәте башлығы Айҙар Исламовҡа, Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтовҡа, был аллеяны булдырыу буйынса бихисап эҙләнеү, ойоштороу эштәре башҡарған Наилә Лоҡмановаға, Рәсимә Лоҡмановаға һәм Мәймүнә Лоҡмановаға, клуб мөдире Римма Ишбаеваға, урындағы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәзимә Мәғәфүроваға, әүҙем йәмәғәтсе Урал Лоҡмановҡа, Рәүлә Мәҡсүтоваға, Миңкамал Илһамоваға һәм бөтә Ғәлиәхмәр ауылы халҡына рәхмәт белдерәм!
Бындай халыҡ йәшәгән ауылда аллея һәр саҡ ҡараулы, тәрбиәләнгән булыр. Хушлашҡанда Мәймүнә Ғазыуан ҡыҙы: "Бер билдәһеҙ һалдатыбыҙ ҡалды, уны асыҡламайынса эш тамам тип тыныслана алмайбыҙ”, - тине. Бик хуп, Ватанын һаҡлап ғәзиз ҡанын түккән бер кем дә бер ҡасан да онотолмаҫҡа тейеш!
Клара НИҒМӘТУЛЛИНА-БАҺАУЕТДИНОВА,
Учалы ҡалаһы.