Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
30 Ғинуар , 14:20

Хәҡиҡәткә тоғролоҡ...

Ураҙ ауылы китапханаһында Учалы яҙыусылар ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе - балалар әҙәбиәте секцияһы етәксеһе, күп һанлы шиғырҙар, хикәйәләр, очерктар, һүрәтләмәләр авторы Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы Ситдиҡованың “Яҙмыштар” һәм “Хыялдағы атай” исемле китаптарының исем туйы үтте.

Хәҡиҡәткә тоғролоҡ...
Хәҡиҡәткә тоғролоҡ...

Ураҙ ауылы китапханаһында Учалы яҙыусылар ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе - балалар әҙәбиәте секцияһы етәксеһе, күп һанлы шиғырҙар, хикәйәләр, очерктар, һүрәтләмәләр авторы Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы Ситдиҡованың “Яҙмыштар” һәм “Хыялдағы атай” исемле китаптарының исем туйы үтте.

- Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы Ситдиҡованың барлыҡ тормош, хеҙмәт ижад юлын күҙ уңынан үткәргәндә булмышын ҡылыҡһырлаған, асылын билдәләгән төп сифатын ҙур хәрефтәр менән хәҡиҡәткә тоғролоҡ, тип нарыҡларға мөмкин булыр ине, - тип яҙа Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбай. Ысынлап та, көҙ айында етмеш йәшен тултырған уҡытыусы әҙибәбеҙҙең йәшәү принцибы ла, ижады ла тап ошо сифатҡа ҡайтып ҡала.

Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы бик күп йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып  Ураҙ мәктәбендә балаларға белем бирҙе, тыуған илгә, телгә һөйөү уятты. Төп эшенән тыш, ул “Йәш хәбәрсе” түңәрәген дә етәкләне. Түңәрәкселәрҙең ижади эштәре район һәм республика матбуғатында даими баҫыла. Журналистар, мөхәррирҙәр менән осрашыуҙар йыш үткәрелә. Учалы яҙыусылар ойошмаһы һәм мәғариф бүлеге иғлан иткән “Минең тәүге китапсығым” бәйгеһендә еңеү яулап, түңәрәкселәрҙең ете китапсығы донъя күрә. Гәзит-журналдарҙың “Йәш хәбәрсе” исемдәренә лә лайыҡ була уларҙың ҡайһылары. Араларынан бөгөнгө көндә мәртәбәле журналист булып киткәндәре лә бар. Шәреҡ радиоһының Абдулла Ғәниев исемендәге премияһын да даими яулайҙар. Фәриҙә апай бөгөнгө көндә лә милли матбуғатты пропагандалау эшен алып бара. Уның хеҙмәтен һәм ижадын матбуғатта, радио тапшырыуҙарҙа йыш ҡына яҡтыртып торалар.

Фәриҙә Ситдиҡованың 2016 йылда үҙнәшер ысулы менән сығарған “Нәҫел ебе” исемле шәжәрә китабы, 2023 йылда сыҡҡан “Яҙмыштар” китабына публицистик әҫәрҙәре тупланған. Унда ауыл тарихы, кешеләр яҙмышы, замандаштар йәшәйешен яҡтыртҡан иҫтәлекле ваҡиғалар һүрәтләнгән. Һәм, 2025 йылда, 172 биттән торған  “Хыялдағы атай” исемле хикәйәләр китабы донъя күрҙе. “Хыялдағы атай” хикәйәһе Башҡортостан Юлдаш радиоһының әҙәби уҡыуҙар рубрикаһында Мәжит Ғафури исемендәге дәүләт драма театры артисы Илһөйәр Ғизитдинова уҡыуында тапшырылды. Был әҫәрҙе тыныс ҡына тыңлап булмай, күҙҙәргә йәш тула.

Авторҙың барлыҡ хикәйәләрендә тиерлек ошолай күҙҙе сыландырыр ваҡиға-күренештәр тулып ята. Бигерәк тә “Күгәрсен әбей”, “Ҡиммәтле ҡәбер ташы”, “Алдашҡандар - аҙаша”, “Аҫрау”, “Урау-урау юлдар аша” хикәйәләре Фәриҙә Ситдиҡованың тормошто яҡшы белеүе хаҡында һөйләй. Улар иң беренсе нәүбәттә башта әйтеп үткәнебеҙсә, хәҡиҡәткә тоғролоғо менән отошло. Әҙибәнең ҡайһы хикәйәһен уҡыһаң да, ундағы барған ваҡиғаларҙың барыһының да тиерлек ысын тормоштан алынғанын аңлайһың. Халыҡсан, бер ниндәйҙә уйҙырма юҡ.

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, прозаик, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, бик күп китаптар авторы Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбай һәм ижадташтары: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы, Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе, шағирә, прозаик Нәилә Нәжип ҡыҙы Хәмбәлиева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар союзы, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, шағирә Миңзәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы Шөғәйепова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар союзы, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, прозаик, шағирә Сәлиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Ғатауллина, Учалы яҙыусылар союзы ағзаһы, халыҡ сәсәне, шағирә Фәнүзә Сәғитйән ҡыҙы Зөлҡәрнәева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар союзы, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, публицист Шәһүрә Шакир ҡыҙы Әхмәҙиева, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, шағирә Миңнур Хәлфетдин ҡыҙы Байғарина, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, Дилара Рәсүл ҡыҙы Мәхмүтдинова, Зөбәржәт Жәүҙәт ҡыҙы Йыһаншина, коллегаһы, хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы Резида Әхәт ҡыҙы Шәрәфетдинова, Ураҙ лицейынан башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Фәнүз ҡыҙы Хәмитова, китапхана мөдире Рәмзиә Наил ҡыҙы Шәмиғолова, музыка уҡытыусыһы Гөлназ Камил ҡыҙы Шәйхитдинова һәм әҙибәнең балалары, ауылдаштары ҡатнашты.

Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙының тормош, ижад юлына Ураҙ лицейы китапханасыһы Рәмзиә Наил ҡыҙы Шәмиғолова әҙерләгән видеоһүрәтләмәне интерактив таҡтала байҡау менән башланған сара, Гөлназ Шәйхитдинова, Зөбәржәт Йыһаншинаның моңло йырҙары, Марат Ғәзиз улының дәртле бейеүе, гармун моңдары, йәнле аралашыу менән үрелеп барҙы. Ураҙ китапханаһы эргәһендә эшләп килгән “Йәш йөрәктәр” театр төркөмө тарафынан әҙибәнең “Ҡиммәтле ҡәбер ташы” хикәйәһенән өҙөк сәхнәләштерелде. Исем туйы “Ураҡсы ҡыҙ” фольклор төркөмөнөң сығышы менән тамамланды.

Фәриҙә апайҙың үткән ғүмеренә, башҡарған эштәренә үкенерлек түгел, уның тормошо, хеҙмәт юлы күптәргә үрнәк булырлыҡ.

Әҙибәгә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, яңы бейеклектәр теләргә ҡала. Ижад ҡомары дөрләп янған усаҡтай, һүнмәһен-һүрелмәһен.

Нәркизә ШӘЙӘХМӘТОВА,

китапханасы.

Автор: Гюзель Латипова
Читайте нас