11 ғинуар Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында “Төньяҡ амурҙары вариҫтары” тип аталған Асыҡ уғатарҙар турниры үтте. Бәйге Ватанды һаҡлаусылар йылына, Беренсе Ватан һуғышында Наполеонды еңеү көнөнә (25 декабрь) бағышлана. Сара башында спортсылар “Төньяҡ амурҙар” һәйкәленә гөлләмәләр һала, 1812-1814 йыл Ватан һаҡлап баштарын һалған яугирҙәрҙе иҫкә алалар.
7-17 йәшлек йөҙгә яҡын балалар һәм үҫмерҙәр мәргәнлектә ярыша: Өфө, Ишимбай, Күмертау ҡалаларынан, Иглин, Өфө, Ейәнсура, Ғафури райондарынан. Учалылар, әлбиттә, ситтә ҡалманы. Анастасия Барсова -–1-се, Ләйлә Батыргәрәева – 2-се урын яулап шатландырҙылар. Настя ҡаланың 5-се мәктәбендә, Ләйлә – 10-сы мәктәбендә уҡыйҙар, икеһе лә 8-се синыфта. Һәм, әлбиттә, был беренсе еңеүҙәре түгел, икеһенең дә күкрәк тулы миҙалдар. Анастасия, мәҫәлән, яңыраҡ үткән Учалы ҡалаһы Яңы йыл ярыштарында 1-се урын менән сикләнмәй, йәш профессионалдар номинацияһында “Снайпер” исеменә лайыҡ булды. Ихлас айкидо менән дә шөғөлләнә икән был алсаҡ ҡыҙыҡай.
Ҡыҙҙар 3-4 йыл дауамында ныҡлап уғатарлыҡ серҙәренә төшөнә, остаздары – “Ижад һарайы” учреждениеһы педагогы Ләйсән Бүләкова. Афарин!