Яйыҡ
+25 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
22 Июня 2021, 09:59

Бер ирҙән 38 ҡатын тол ҡалды

Колумнистика

Бер ирҙән 38 ҡатын тол ҡалдыБер ирҙән 38 ҡатын тол ҡалды
Бер ирҙән 38 ҡатын тол ҡалды

 Коронавирус артабан ҡотора бара. Бәғзе кешеләр һаман да вакцинация үтергә ашыҡмағас, властар “ҡамсы” ны ла, “прәник”те лә берсә ҡулланып ҡарай. Мәскәүҙә укол алған кешеләр араһында аҙнаһына бер тапҡыр бишәр автомобиль лотереяла уйнатыласаҡ, тип  хәбәр ителде. Һәр береһе – 1 миллион һум тирәһе хаҡҡа! Мәскәү өлкәһендә иһә – фатирҙар уйнаттырыла.  Ә “ҡамсы” – күп учреждениеләрҙа вакцинация үтмәгән хеҙмәткәрҙәргә эш урындарына юл ябыласаҡ, тәбиғи, “ирекле прогул” өсөн эш хаҡтары түләнмәйәсәк. Бынан тыш, кәмендә 60 процент хеҙмәткәре вакцинация үтмәгән компанияларға берәр миллион һум штрафтар янай.  ....Ә бит вакциналар артынан сират баҫырға тура килһә, ҡиммәт хаҡ  түләтһәләр,  халыҡ болашып-талашып бөтөр ине буғай. Бушлайға булғас, “әжәл дарыуының” да ҡәҙере юҡ!

VI Бөтә донъя фольклориадаһы барышында Бөрйән районында Аҡбуҙатҡа һәйкәл асыласаҡ. Эпоста һүрәтләнгәнсә, толпар көмөш төҫкә буялған. Һәйкәл Силәбе өлкәһенең данлыҡлы Кәҫле заводында ҡойолған. Авторы — танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов. Һәйкәлдең бейеклеге биш  метр. «Аҡбуҙат» монументаль-скульптура композицияһы Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында .

Кисловодск ҡалаһы мэры Александр Курбатов хәҙер модаға ингән электросамокатты һынап ҡарамаҡсы була. 51 йәш малай саҡ түгел, сослоҡто ла юғалта башлағандыр инде – ҡолап, ауыр хәлдә дауаханаға эләгә. Беҙҙең Учалы ҡалаһында ла бындай хәүефле уйынсыҡтар күбәйә башланы,  тротуар буйынса аҡ-ҡараны күрмәй елдергән велосипедсылар   етмәгән тиер инең!  

Әрмән коньягы  киң танылған бренд. Тап шул хәмерҙе Сталин Британия премьер-министры  Уинстон Черчилль әфәндегә  бүләк иткәндән һуң,   ул да ныҡ ҡанығып китеүе билдәле.  Тик бына яҡын йылдарҙа  “әрмән коньягы” тигән төшөнсә бөтөнләй ғәйеп буласаҡ.  Әрманстан хөкүмәте Евросоюздан  3 миллион евро алып, коньяктарына яңы исем  бирергә йөкләмә алдылар.  Сөнки Коньяк – тик Францияның бер провинцияһында  етештерелгән брендиның (алкоголле  эсемлек) яңғыҙлыҡ исеме, тип баралар.  Ысынбарлыҡта был атама күптән уртаҡлыҡ исемгә әйләнгән инде!   Әммә аҡса тотторғастары, әлегә әрмәндәр бәхәсләшеп тормаған.

Юныс (Иона) пәйғәмбәр тураһында ишеткәнегеҙ бармы?  Хоҙайҙың ҡушҡанын үтәмәҫ өсөн карапҡа ултырып ҡасып маташа ул.  Карап диңгеҙ уртаһында ҡып туҡтай ҙа ҡуя.  Башҡаса булдыра алмағас, Юнысты юлдаштары һыуға ырғыта.  Шул саҡ  уны кит йотоп, ҡоро ергә сығара, пәйғәмбәргә бурысын үтәргә тура килә.  Оҙаҡ ваҡыт был риүәйәтте атеистар мәсхәрәләгән, йәнәһе лә, кит кешене бер нисек тә йота алмай. Ошо арала Американан Майкл Паккард  акваланг  менән һыу аҫтында йөҙгән була.  Ни булғанын аңлап та өлгәрмәй, арттан нимәлер ныҡ итеп төртөлә, шунан  үҙен ҡараңғылыҡ солғай, тирә-яҡтан китереп ҡыҫа. Бахыр тыпырсынырға тотона, 30 секунд  тирәһе үткәс  йәнә хәрәкәткә килтерелә һәм үҙен ғәйәт ҙур кит  йотҡанын, һуңынан төкөрөп сығарғанына төшөнә. Иптәштәре кәмәгә күтәрә, бер аҙ ауыртынһа ла, имгәнмәгән, ти.

Ханты-Манси округының  Сургут районында көн күргән 10 йәшлек Илман Хаджимурадов  донъя рекорды ҡуйҙы. Өс ярым сәғәт арауығында иҙәнгә ятҡан килеш 5713 тапҡыр ҡулдарында күтәрелә (“отжимание” күнекмәһе).  Ҡаҙаныш рәсми рәүештә теркәлә. Алдағы рекорд 2019 йыл Грозный ҡалаһында ҡуйылған була: Арби Якубов 4874 тапҡыр күтәрелә. Бәлки, һәр кемгә бындай көсөргәнешле  рекордтар артынан ҡыуыуҙың кәрәге лә юҡтыр, һаулыҡҡа зыян килеүе бар бит, әммә Ҡаф-тау кешеләренең балаларын  спортҡа  бик тә әүҙем ылыҡтырыуҙары маҡтауға ғына лайыҡ. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр – ниндәй генә көрәш төрө буйынса ярыш ҡарама, гел генә кавказлылар байтаҡ ҡатнаша. Беҙгә лә уларҙан үрнәк алыу зыянға булмаҫ ине!

Һиндостанда 76 йәшендә Зиона Хана баҡыйлыҡҡа китте.  Донъяла иң ҙур ғаилә башлығы тип фараз ителә. Нисә кеше икәнлеген дә теүәл белеүсе юҡ. Бер версия буйынса - 38 ҡатын, 89 бала, 36 ейән-ейәнсәр, икенсе иҫәп менән – 39 ҡатын, 94 бала, 33 ейән-ейәнсәр. Нисек кенә булмаһын, барыһы ла һыйһын өсөн  4 ҡатлы, 100 бүлмәле йортта йәшәгән.  Ниндәйҙер, йәнәһе лә христиан диненә ҡараған сектаны етәкләгәс, ғаилә аҫрауға аҡсаға  ҡытлыҡ кисермәгәндер.  Төрлө секталарҙың ябай ағзалары ғына ас-яланғас көн күрә торған бит ул, ә етәкселәре, ғәҙәттә, улар иҫәбенә  май эсендәге  бөйөр кеүек  йөҙөп йәшәй.

Әҙәм балаһы һуңғы һулышына тиклем һынауҙар тоталыр инде,  бер кем дә, мин – иманлы, оло йәшкә еткәнмен , шуға ла ҡотҡо-ғонаһтарҙан азатмын, тип әйтә алмаҫ.   Америкалағы монахиня Мэри Маргарет ханымға 79 йәш,  дин әһеле булыуға ҡарамаҫтан, суд үтеп, 40 йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙары мөмкин. Баҡһаң, католиктар мәктәбенә  халыҡ биргән хәйриә аҡсаның байтаҡ өлөшөн ҡомар уйындарына тота. 10 йыл дауамында 835 мең долларҙы  казиноларҙа туҙҙырған, тип  самалана. Үҙе былай тәүбәгә килгән, хоҡуҡ органдары менән дә, сиркәү инстанциялары менән да  ихлас хеҙмәттәшлек итә, тип хәбәр ителде.

Читайте нас