Яйыҡ
+17 °С
Дождь
On-line яңылыҡтар
23 Июня 2021, 03:08

Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы

Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә  таҡтаташ ҡуйылды

Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улыҒабдрахманов Абрар Хаҡ улы
Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы

Өфөнөң Пушкин урамында урынлашҡан 52-се йорт ихатаһында Абрар Ғабдрахманов ижад иткән «Төнгө серенада», «Әйтсе, иркәм» ретро-йырҙары яңғыраны. Уларҙы иҫтәлекле сараға йыйылғандар башҡарҙы. Танылған башҡорт композиторы ошо йортта утыҙ йылдан ашыу йәшәгән. Бында уға мемориаль таҡтаташ асылды.

 

Сарала композиторҙың тол ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, башҡорт опера сәхнәһе йондоҙо Нажиә Аллаярова ла ҡатнашты, тип  хәбәр итте "Башинформ"  агентлығы. Ул йәшлек йылдарын, хәләл ефете менән танышыуҙарын һәм ғүмер итеүҙәрен йылылыҡ менән иҫкә алды, уның йәне-тәне менән музыкаға ғашиҡ булыуы тураһында һөйләне. «Ул үҙе музыка ине!» — тине Нажиә Һибәт ҡыҙы. «Ошондай ижади, музыканттар династияһына нигеҙ һалған ғаиләлә тыуып үҫкәнем өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен. Өйөбөҙҙә һәр ваҡыт ижади мөхит хөкөм һөрҙө, халыҡ йырҙары, скрипка һәм мандолина моңдары яңғыраны. Былтыр Абрар Хаҡ улының тыуыуына 85 йыл тулды, ләкин эпидемияға бәйле билдәләй алманыҡ. Көҙ көнө хәтер кисәһе үткәрергә йыйынабыҙ. Бөгөн мемориаль таҡтаташ асыуыбыҙ юбилей сараларының тәүгеһе булыр тип ышанам», — ти композиторҙың ҡыҙы, музыка белгесе, радиола һәм телевидениела алып барыусы Миләүшә Иҙрисова.

 

БЕЛЕШМӘ

Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы (1 ғинуар 1935 йыл — 15 октябрь 2013 йыл) — башҡорт композиторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

 

Абрар Хаҡ улы Ғабдрахманов 1935 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған.

Өфө сәнғәт училищеһын (1965; Рафиҡ Сәлмәнов класы), Өфө дәүләт сәнғәт институтын (1973; Заһир Исмәғилев класы) тамамлаған. 1961—68 йылдарҙа Өфөнөң 8‑се музыка мәктәбе уҡытыусыһы, 1973—78 йылдарҙа БАССР‑ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының музыкаль мөхәррире.

Абрар Ғабдрахманов ижады бай тематикалы булыуы, музыкаль әҫәрҙәр яҙыуҙа күп төрлө формалар һәм алымдар ҡулланылыуы менән айырылып тора. Башҡорт халыҡ өйҙәренә нигеҙләнгән «Йәмле Яйыҡ буйҙары» (1972) симфоник картинаһын, «Башҡорт бейеүҙәре» (1980) симфоник сюитаһын, 2 скрипка һәм фротениано өсөн «Бейеү ритмдары» (1976) сюитаһын, скрипка һәм фортопиано өсөн 2‑се сонатаһын (1988), скрипка һәм фортепиано өсөн «Башҡорт моңдары» пьесалар циклын (1992) киң билдәле. Уның ижадында милли мелодиканы айырыуса аһәңле сағылдырған вокаль музыка ҙур урын алып тора: колоратуралы сопрано һәм симфоник оркестр өсөн Концерт (1977), Рафаэль Сафин һүҙҙәренә «Мәңгелек яралар» (1972), Абдулхаҡ Игебаев һәм Йыһат Солтанов һүҙҙәренә «Тыуған ерем — моңло йырым» (1979) кантаталары; Хәким Ғиләжев һүҙҙәренә «Ер улы — Ил улы» (1986), Рәми Ғарипов һүҙҙәренә «Туған тел» (1989), Назар Нәжми һүҙҙәренә «Шағир» (1998) вокаль циклдары. 60‑тан ашыу йыр һәм романс авторы: Рәмил Йәнбәк һүҙҙәренә «Ағиҙел», Зарема Әхмәтйәнова һүҙҙәренә «Аҙашҡанһың, кәкүк», Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә «Төштәрҙә генә булһа ла», Рауил Бикбаев һүҙҙәренә «Туған моңдар» һәм башҡалар. Бынан тыш 50‑нән ашыу башҡорт халыҡ йырын нотаға һала, ҡайһы берҙәрен капелла хоры өсөн эшкәртә («Сибай», «Томан», «Уйыл», «Шәүрә» һ. б.). Балалар өсөн «Һоро муйын» («Серая шейка»; 1987, Д. Н. Мамин-Сибиряктың шул уҡ исемле әкиәте буйынса Г. А. Зайцевтың либреттоһы) операһын, 20‑нән ашыу йыр һәм пьеса яҙа.

1981 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.

 

 Бик яҡшы, кеселекле, ихлас  һәм иҫ китерлек дәрәжәлә һәләтле кеше ине ул, йәне йәннәттә булһын!

Читайте нас