Яйыҡ
+23 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
23 Июня 2021, 05:59

Эш сәфәре эшлекле үтте

Ә булды бит заманалар -елән һәм төлкө бүрек кейҙереп юл буйы яландарында  йылҡы  көтөүселәр сығарыла ине....

Эш сәфәре эшлекле үттеЭш сәфәре эшлекле үтте
Эш сәфәре эшлекле үтте

21 июнь БР Башлығы районыбыҙҙа булыуы тураһында яҙҙыҡ инде. Ошоға бәйле өҫтәмә мәғлүмәттәр менән бүлешәйек:

Радий Хәбиров  сәнәғәт предприятиеларында  ла  булды. Көпләү (теүәл әйткәндә - йылылыҡты изоляциялау)  материалдары  менән шөғөллөнгән  “Техноплекс” заводында  былтыр  төп етештереү линияһы модернизацияланған, ошо арҡала ҡеүәт 20 процентҡа күтәрелде, тип бәйән итә филиал директоры Илһам Мирзин. Быйыл да, 320 миллион һум инвестицияға яңы линия өсөн цех төҙөлә. Башҡаһынан тыш, тап Учалы материалдары республикабыҙҙа ике COVID-госпиталь төҙөгәндә ҡулланылған икән.

“Технофлекс” заводында  түбә материалдары  етештереүҙе модернизациялауға 2019-2020 йылдарҙа  39 млн һум йүнәлтелгән, быйыл – йәнә  39 млн һум һалынасаҡ.

“Николь-Пак” заводында иһә төрлө-төрлө ҡатырға  етештерелә, модернизация, яңы продукция төрҙәрен үҙләштереү әүҙем бара.

-Предприятиелар үҫешә, тауарҙары  баҙарҙа үтемле, хеҙмәткәрҙәр  ярайһы эш хаҡы ала.  Бындай заманса һәм социаль яуаплы бизнесҡа, бер һүҙһеҙ, республика булышлыҡ итәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала  Радий Фәрит улы.

 

   Һуңынан, интернеттағы сәхифәһендә Радий Хәбиров ошондай йомғаҡ яһай:

 -Тағын да бер тапҡыр ҡабатлайым, Учалы – Башҡортостандың иң матур ҡалаларының береһе. Таҙа, тәрбиәле, сағыу.  Баш ҡаланан  байтаҡ ҡына алыҫ урынлашҡан төбәктә предприятиелар үҫешеүе, яңы эш урындары булдырылыуы шатландырмауы мөмкин түгел.    Афғансылар скверы проекты ла лайыҡлы ғәмәлгә ашырылған.  Сәфәрҙе яҡшы кәйеф менән тамамлап, иманым камил – ҡайҙа ла,  урындағы үҙенсәлектәрҙе һаҡлап,  комфорт йәшәү шарттары булдырырға мөмкин.

 ....булды заманалар, республика етәксеһе түгел, түбәнерәк дәрәжәләге түрәләр  районыбыҙға килгәндә лә, әҙерлек эштәре бик  иртә башлана торғайны. Юлдың буйының буйына һерәйеп торған  милиционерҙар,  оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған автомобиль кортеждары, ҡунаҡтар алдында концерт күрһәтеү өсөн күпкә алдан йыйылып, өшөп-йонсоп бөткән балалар,  елән һәм төлкө бүрек кейеп юл буйы яландарында  йылҡы көткән көтөүселәр һәм башҡа.  Тотош туй-байрам ойошторолоп, оҙайлы ваҡытҡа район ҡәҙимге эш режимынан сығарылыр ине. Хәҙер ни,  хатта беҙ, район гәзитселәре, республика башлығының ҡасан һәм ҡайҙа килерен алдан ишетмәй ҙә ҡалдыҡ. Хәҙер эш сәфәрҙәре тап шулай,  эшлекле һәм шапырынмай  үткәрелеүе бик мәслихәт!

                                                   Илфат ЯНБАЕВ

 

Сәнәғәт предприятиеларына визит тураһында тулы күләмдә - https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142973.html

Читайте нас