Яйыҡ
+25 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
28 Июня 2021, 09:57

"Асыуланыу тамыр йәйә Көнсөл һәм яуыздарҙа".

Төркөмдәшебеҙҙең фәһемле шиғыры

"Асыуланыу тамыр йәйә Көнсөл һәм яуыздарҙа"."Асыуланыу тамыр йәйә Көнсөл һәм яуыздарҙа".
"Асыуланыу тамыр йәйә Көнсөл һәм яуыздарҙа".

Асыуланыу.

Зинһар асыу тотмағыҙ һеҙ,
Асыу тотһағыҙ әгәр.
Үҙегеҙҙе эстән ашар, -
Ул ағыу - шундай зәһәр!
Асыуланыу тамыр йәйә
Көнсөл һәм яуыздарҙа.
Йоҙроҡтар һәр саҡ төйнәүле,
Төкөрөк ауыҙҙарҙа.
Бар ниәте үлем теләү
Үҙенең дошманына.
Нәфрәт менән асыу һеңгән
Ундайҙарҙың ҡанына.
Аңла кеше, асыуланыу -
Ағыулау үҙ - үҙеңде.
...Аҡыллылар ғына була
Тыныс, сабыр, түҙемле!

 Рамай Ҡаһир.                                Сығанаҡ - https://vk.com/id470811619

Читайте нас