Яйыҡ
+12 °С
Ясно
On-line яңылыҡтар
29 Июня 2021, 03:24

“Исемем Яйыҡ буйҙарында яңғырап торор”

Абрар Ғабдрахманов тураһында хәтирә.

“Исемем Яйыҡ буйҙарында яңғырап торор”“Исемем Яйыҡ буйҙарында яңғырап торор”
“Исемем Яйыҡ буйҙарында яңғырап торор”

БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Абрар Ғабдрахманов тураһында уның йәшлек дуҫы Әғләм Ағзам улы Янбаевтың хәтирәләренән:
-Беҙ уны бала саҡта Абрар түгел, Әхрәр, тип белдек. Үгеҙҙәр аймағынан, атаһы Ғәбделхаҡ ағай һуғышта башын һалған, әсәһе Зөбйәҙә апай колхозда эшләне. Әхрәр бала саҡтан көй-моңға маһир булғандыр, күрше фронтовик Әхмәҙиә ағай Мөхәмәтов ҡулдан эшләп биргән скрипкала апай-еңгәйҙәрҙе ҡунаҡтарҙа бейетер ине. Үкенес, һуңынан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында экскаваторсы булып эшләгәнендә бармаҡтарын туңдыра, скрипкала башҡа йәйелеп уйнай алмай. Гармунға ҡалды, ә аҙаҡ, Өфөгә йәшәй башлағас, фатирында прокатҡа алған әллә рояль, әллә фортепьяно торҙо.
Ниндәй генә ауырлыҡтарға тарымаһын, көр күңелле, шаян һүҙле булды. Бер генә миҫалды иҫкә төшөрәйем. Инде йәш иренә ингән мәлебеҙ. Әҙһәм, Үзбәк дуҫтарым менән Әхрәр килде лә, йомошон әйтте: “ Әсәйем Боғасты тауы башында бесән сабып өйгән. Ат менән үтерлек түгел, әйҙә һөйрәтеп төшөрәйек!” Мендек тау башына, ҙур ғына күбәне арҡан менән уратып аҫҡа тартабыҙ. Беҙ өсәү алдан егелгәнбеҙ, Әхрәр арттан этәрә. Бер заман:” Нн-а! Атҡайҙарым шәберәк барығыҙ!” – тигән ауаз яңғырай. Әйләнеп ҡараһаҡ, Әхрәр йөк өҫтөнә менеп ултырған да, беҙҙе йөк аттарындай ҡыуалаған була. Тәгәрәп ятып көлдөк.
Мин уға мәңге рәхмәтлемен инде. Берҙе ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡанында шаяртып әйтә ҡуйҙым:” Дуҫ, һин бит инде хәҙер композитор. Композитор булғас, минең ҡыҙыма бағышлап йыр яҙыр инек, бигерәк һөйкөмлө бала бит”. Көлөштөк тә, был хаҡта оноттом. Ә берәй аҙнанан Әхрәр ноталар тотоп килеп керҙе:” Бына, “Гөлназ” йыры”. Үҙе бигүк йырламай ине, шым ғына мөңғөрҙәп ишеттерҙе лә, сын премьераны ҡатынына тапшырҙы. Ә ҡатыны – Яйыҡ һандуғасы, һуңынан БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы исемдәре аласаҡ Нажия Аллаярова, кемгә бындай хөрмәт эләгә!
Әхрәр дуҫ һуңғы һулышына тиклем тыуған ауылына тоғролоҡ һаҡланы. “Наурыҙҙың сатан эте лә - миңә үҙ кеше!” – тиер ине. Үҙе лә йыш ҡайтты, баш ҡалалағы фатир ишеге лә яҡташтар өсөн һәр саҡ шар асыҡ тотолдо. Ижади дарманын үҙе лә яҡшы тойғандыр инде, йәш саҡта: “ Өғләм ағай, күрерһең әле, исемем Яйығыбыҙ буйында яңғырап торор!”- тигәне хәтергә уйылған. Нәҡ шулай килеп тә сыҡты бит!
Бик йәл, ғүмере оҙонораҡ булманы. Хәйер, исеме Яйыҡ буйҙарында оҙаҡ онотолмаҫ әле, тип ышанам. Хәләл ефете, тоғро тормош юлдашы Нажиә киленгә, балаларына именле тормош, уңыштар теләп ҡалам.

 

Читайте нас