Яйыҡ
+16 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
29 Июня 2021, 05:21

Калашников автоматы

Сәрбинур ҡарсыҡ менән Гөлзәйнәп ҡарсыҡ - ауылдаштар. Оҙаҡ йылдар колхозда эшләнеләр, ваҡыты еткәс, хаҡлы ялға ла сығып киттеләр. Ә ҡулдарынан эш китә башлағас, балалары ҡалаға, Магнитогорскиға, үҙ яндарына алдылар. Бәхеттәренә күрә, унда ла, вәт хиҡмәт, өйҙәре күршеләш булып сыҡты. Хатта һандары ла иш: береһе - 24, ә икенсеһе 24 “а” һанлы.

Калашников автоматыКалашников автоматы
Калашников автоматы

Шәүлиә Зөлҡәрнәева

Калашников автоматы

(Үҙгәртеп ҡороу, эшҡыуар - “челноктар” заманында булған хәл)

Сәрбинур ҡарсыҡ менән Гөлзәйнәп ҡарсыҡ - ауылдаштар. Оҙаҡ йылдар колхозда эшләнеләр, ваҡыты еткәс, хаҡлы ялға ла сығып киттеләр. Ә ҡулдарынан эш китә башлағас, балалары ҡалаға, Магнитогорскиға, үҙ яндарына алдылар. Бәхеттәренә күрә, унда ла, вәт хиҡмәт, өйҙәре күршеләш булып сыҡты. Хатта һандары ла иш: береһе - 24, ә икенсеһе 24 “а” һанлы.

Ҡарсыҡтар, балалары көн оҙонона эштә саҡта, бер-береһенә хәл белешергә йөрөй. Сәй эсәләр. Инде ҡырыҡ мәртәбә һүткән ауыл хәтирәләрен ҡабаттан күтәрәләр, яратмаған кешеләрҙең ҡылыҡ-холоҡтарын тәнҡитләйҙәр. Ҡулға эш булмаһа ла, телгә эш бар. Ҡайһы ваҡыт, һүҙҙәре бөтөп, байтаҡ ваҡыт һәр кеме үҙ уйына сумып, өнһөҙ, шым ғына ултырып та алалар.

Бер көн шулай, сәй эсеп бөтөп, зал яҡтағы диванға сығып ултырҙылар. Тәҙрәнән күренгән урамды күҙәттеләр. Йәшелле-һарылы ағастарға ҡарап:

- Иншаллаһ, көҙгә лә яҡынайҙыҡ, - тип әллә ҡыуанып, әллә бошоноп әйтеп ҡуйҙылар.

Тағы шымып ҡалдылар. Тап шул ваҡыт Сәрбинур ҡарсыҡтарҙың балконы ситенә юғарылағы фатир балконы тураһынан оҙонса бер әйбер төшөп “ҡунды”. Унан, урамға төшәйемме, әллә эскәме, тигәндәй бер аҙ сайҡалып торҙо ла, “гөрс” итеп, балкон эсенә килеп төштө. Билдәле, бындай “яңылыҡты” күҙҙән үткәрмәй, ҡарсыҡ кеше нисек сыҙап ултырһын, ти. “Һә” тигәнсе, икеһе лә балкон яғына барып еттеләр һәм тәҙрәһе аша күҙ ташланылар.

Унда беләк буйы оҙонлоҡта, ҡара бер сепрәккә төрөлгән бер нәмә ята ине. Уртараҡ бер ерендә яҫы түңәрәгенең ҡалҡып беленеп торғанын да шәйләне ҡарсыҡтар.

- Өҫтәге Әндрәй күршеләрҙең тағы берәй нәмәһе инде был. Киптерергә элгән әйберҙәре лә осоп төшкөләй уларҙың, үҙҙәре аҙаҡ инеп ала. Йәштәр инде, ней әйтәһең, яҡшылап ҡаптырғыс менән ҡыҫтырмайҙар ҙа, аҙаҡ елгә керҙәре оса. Бынан тыш үҙҙәре лә берәй нимә елләйҙәр. Бер ай электәре булды ул. Балконға сығып баҫтым. Сығып та баҫыуым булды, башта улар яҡтан ялтырап торған ирҙәрҙең бер туфлийы, унан бейек үксәле босоношкиҙың һыңары түбәнгә осто. Ҡайҙа төштөләр икән, тип үрелеп ҡараһам, береһе ҡыуаҡҡа эленеп ҡалған, икенсеһе тартуарға төшкән. Күп тә тормай, ире сығып алды. Бисәһе эре, бик бөгөлөп бармай, ә Әндрәйе инде, нәчәльник булһа ла, һин дә мин, үҙе яғымлы, үҙе кеселекле. Бер текә бисәгә дал булған...

Шул саҡ ҡаты ғына ишек шаҡынылар. Сәрбинур ҡарсыҡ ишеккә ыңғайланы:

- Ыхту там?

- Это я, сосед Андрей, - тигән яуапты ишеткәс, ишектәге өс йоҙаҡты, бер сипте өйрәнгән ҡулдары менән етеҙ генә аса башланы, үҙе:

- Шишас, шишас, теге әйберенә була килгән инде, - тип һөйләнә.

Әндрәй тигәндәре ыҫпай ғына итеп кейенгән, һөйкөмлө генә сырайлы утыҙ-ҡырыҡ түңәрәгендәге башы әллә ҡырылған, әллә үҙе сәсһеҙ бер кеше икән. Әйбере төшөп киткәне өсөн ғәфү үтенеп кенә торғанында, кеҫәһендәге мобиль телефоны яр һалып пипелдәргә тотондо.

Ике ҡарсыҡҡа ла яғымлы ғына ҡарап:

- Извините, - тине лә телефонын ҡолағына килтерҙе, - Калашников слушает...

Һөйләшеп бөткәс, Андрей Сәрбинурға карап:

- Бабуся, родная, пусть полежит, потом заберу, мне сейчас срочно надо бежать в офис! - тип ҡарсыҡтың арҡаһынан һөйҙө лә, аҫҡы ҡатҡа йүгереп төшөп тә китте.

Сәрбинур ҡарсыҡ Гөлзәйнәбе янына диванға барып ултырҙы.

- Бигерәк һәйбәт инде. Подъезд янындағы эскәмйәгә сығып ултырһаң, иҫәнләшмәй үтмәй. Ә өйгә ингәндә, ишекте йүгереп барып асып, һине алдан үткәрә. Тик бик мәшәҡәтле йәшәй шикелле, гел ашығып йөрөй, левкауайы менән әле унда, әле бында саба. Әле лә әллә ҡайҙа, төшөнмәйерәк ҡалдым һүҙен, сабисҡа, тине, шикелле сапты. Пенсия юллап йөрөмәйҙер инде, ҡорҙаш?..

- Кем белә. Хәҙер йәштәр ҙә бөтә сырхау. - Гөлзәйнәп ҡарсыҡ һығымта яһап ҡуйҙы. - Был моғайын, Чернобылдә булғандыр, радияциялы ерҙә булған кешеләрҙең сәсе вис ҡойолоп төшә, ти. Инвалид инде, бахыр!

Тағы бер арауыҡ һөйләшмәй ултырҙылар.

- Ҡорҙаш, Әндрәй күршеңдең фамилияһы Калашникыф булдымы әле?

- Әйе.

- Ләхәүлә вәлә кеүәте! - Гөлзәйнәп ҡарсыҡтың төҫө үҙгәреп китте. - Ишегеңде яҡшы бикләнеңме? Һин был күршеңде маҡтарға бик ашыҡма әле. Кисә тилебизырҙан Магниттан Мәскәү яғына китеп барған автобусты талағандар, тип әйттеләр. Эсе тулы аҡсалы кешеләр булған, ти. Теге бер ерҙән арзанға алалар ҙа килтереп бишләтә арттырып һата торған кемдәр әле, әттәгенәһе? Ә-ә иҫкә төштө - эшҡыуарҙар.

- Эшҡыуар, имеш, - Сәрбинур ҡарсыҡ иренен бүлтәйтте, - ыспикулянт, тиң дә ҡуй.

- Ярар, бүлдермә. Бер бандиты кешеләргә афтамат төҙәп, ҡурҡытып торған: автобус түбәһенә атып, тишеп бөтөргән, ти. Аҡсаларын алып бөткәс, левкауайға ултырып тайғандар. Хәҙер шуларҙы эҙләйҙәр. Шуныһы, афтамат тотҡан кешене танығандар, ти.

- Нисек икән?

- Милиция автобустағыларҙан: “Точны әйтегеҙ, пистәлитме, афтаматмы тотҡан инеләр?” - тип һораған. Бөтәһе лә афтамат ине, тигән. Ә берәүһе хатта кешеһен таныған да, был Калашникыф автаматы ине, тип сатнатып әйтеп биргән, ти дажы.

- Әстәғәфирулла! - Сәрбинур ҡарсыҡ хәлһеҙләнеп, иңдәрен төшөрөп ебәрҙе. Шулай ҙа: - Ул, бәлки, башҡа Калашникыфтыр? Беҙҙеке бер ҙә кеше талап йөрөгәнгә… - тип икеләнерлек сәбәп тапты.

- Һы, һин иртә ятып йоҡлайһың шул. Теге “Улиса битых фанарей” тигән, бандиттар тураһындағы, кинаны ҡарамайһың.  Унда ла бөтә бандиттар, тап һинең күршеңдең башы кеүек, таҡыр башлылар. Был да шулар кешеһе инде. Ана, телефондан быға нимәлер иҫкәрттеләр ҙә, был шуға кинәт кенә тороп йүгерҙе, “пускай полежит”, имеш. Теге мылтыҡҡа оҡшаған нәмәкәйҙе төрөп, юҡҡа һиңә ырғытмаған ул...

- И-и, үҙе ҡалай һәйбәт кеше кеүек бит әле... - Сәрбинур ҡарсыҡ ҡурҡыныс әйбер ятҡан балкон ишегенә икенсе келәһен ябып килде.

Тын ҡалдылар. Сәрбинур ҡарсыҡ Гөлзәйнәпкә бышылдап ҡына:

- Әллә милицияға хәбәр итәйекме?

- Ҡуй, ҡуй, тыныңды ла сығарма! Бындайҙар менән бәйләнеүе ҡурҡыныс. Ундайҙар, беләһеңме, афтамат ҡына түгел, кеҫә һайын берәр пистәлит йөрөтә, ти. Тауышһыҙ атҡаны ла була, ти. Ә беҙ һинең менән урамға сығып йөрөйбөҙ...

Эштең был яғын уйлаған ҡарсыҡтар “шыр” ебәреп, ҡараңғы төшһә лә ут яндырырға ҡурҡып, балалары ҡайтҡанды көтөп, ултыра бирҙеләр. Бына Сәрбинурҙың килене Ләйлә ҡайтып инде. Люстраны тоҡандырып ебәргәс, ҡараңғыла ултырған ҡарсыҡтарҙы күрҙе. Аптырауын белдерергә ауыҙын асҡанда ғына, ҡаты ғына ишек шаҡынылар.

Был Андрей ине. Ҡарсыҡтар уға емерелеп ҡарап ебәрҙеләр ҙә, икеһе бер юлы, ел өргәндәй, дивандың арғыраҡ башына шылып ултырҙылар. Күрше ир Ләйләгә йомошон аңлатты. Килен кеше йәһәт кенә балконды асып, теге нәмәкәйҙе алып сыға башланы. Төбәге атып ебәрер, тип ҡурҡыпмы, былар икеһе бер юлы:

- Беҙгә ҡаратып тотма! - тип ҡурҡышып ҡысҡырып ебәрҙе.

Ҡарсыҡтарҙың сәйер ҡыланышынан албырҙаған йәш ҡатын, әйберҙе икенсе ҡулына күсергәндә, төшөрөп ебәрҙе.

Таралған сепрәк эсендә яңыраҡ һатыуҙа күренә башлаған ...яҫы йоморо кәтүгенә леска уралған йыйылма ҡармаҡ ята ине.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Читайте нас