

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһының башланыуы тураһында иғлан итте.
Йолаға әүерелгән изгелек акцияһы 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Маҡсаты - ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү
Учалыла мәктәп кәрәк-яраҡтарын «Ғаилә» үҙәгенә алып килә алаһығыҙ. Адресы: Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 19-сы, 21-се бүлмәләр.
Кәнсә тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфель-рюкзактар, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки һәйбәт торошта булырға тейеш.
Ярҙам Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә йүнәлтелә. Йомғаҡ сентябрь башында яһала.
Учалылағы “Ғаилә” үҙәге белгесе Лиана Алтынхужина хәбәр итеүенсә, былтыр акция барышында ауыр тормош хәлендә ҡалған, аҙ тәьмин ителгән, ишле, тулы булмаған һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙәге балаларға 182 мең 950 һумға ярҙам күрһәтелгән булған.
Шәфҡәтлелек акцияһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, әүҙемерәк булайыҡ.
Фото: mszn27.ru