Яйыҡ
+12 °С
Ясно
On-line яңылыҡтар
29 Июня 2021, 04:00

Монако кенәзлегендә лә ҡотҡара алманылар!

Колумнистика

Монако кенәзлегендә лә ҡотҡара алманылар!Монако кенәзлегендә лә ҡотҡара алманылар!
Монако кенәзлегендә лә ҡотҡара алманылар!

Билдәле булыуынса, 17, 18,19 сентябрь  Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтәсәк.   Шулай уҡ 9 ил субъекттарында – башлыҡтар, 39 региональ парламент депутаттары ла һайланасаҡ. Мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, мөһим  кампания ойоштороуға дәүләт ҡаҙнаһынан  21,4 миллиард һум бүленгән. Сара ҡиммәтләнә бара: 2012 йыл һайлауҙарына  - 6,86 миллиард, 2016 йыл – 15 миллиард һум бүленгән, ти.  Төп сәбәбе лә аңлашыла  – халыҡ күп йыйылған кампанияла коронавирустан һаҡланыу сараларын хәстәрләргә кәрәк. Хәйер, аҡсаның төп өлөшө ( 21,149 миллиард һум)  региональ һәм муниципаль кимәлдәргә йүнәлтеләсәк.

Ҡиммәтле сит ил клиникаһында (Монако кенәзлеге) Рәсәйҙең иң бай кешеләренең береһе – 71 йәшлек Олег Бурлаков вафат булды. Коронавирус шулай инде – мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлап, ваҡытында дауалай башламаһаң, һуңынан  бер ни ҡотҡара алмауы мөмкин. Олег Леонидовичтан бер иҫтәлек  ҡалды инде – донъяла иң ҡиммәтле яхталарҙың береһен яһатҡан була. 106 метр оҙонлоҡтағы “Ҡара ынйы” карабы 220-250 миллион долларға баһалана, ҡәҙимге яғыулыҡтан тыш, ҡояш һәм ел энергияһы ярҙамында ла хәрәкәт итә ала.

37 йәшлек грек дин әһеле кокаин  һаҡлап  тотолған була, наркоман икәнлеген таный. Бынан тыш,  уҫмаҡлашыуҙа  ғәйепләнә.  Сиркәү әһелдәренең түҙеме бөтә,  Афина ҡалаһының Петраки монастырында ултырыш үткәреп, шаҡшыны дин дәрәжәһенән мәхрүм итергә булалар.  Йүнһеҙ поп  ныҡ үпкәләй, “дошмандары”ның өҫтөнә кислота һибә. Ошо ҡырағай ҡылмыш һөҙөмтәһендә  полицей, ике юрист һәм ете митрополит (юғары дәрәжәләге рухани)  зыян күрәләр, бәғзеләрен дауаханаға һалырға тура килгән. Ахыры заман яҡынлашыу тигәндәре шул булалыр инде!

Тунец тигән диңгеҙ балығынан яһалған бутерброд американдар араһында ныҡ популяр ризыҡ. Ҡиммәт, уртаса  7 доллар 39 цент тора, беҙҙең аҡсаға  533 һум 33 тин ( бер тәғәм!)   Америкала әле оло янъял ҡуба – нәҡ ошо ризыҡ менән шөғөлләнгән компанияның  продукцияһын бойондороҡһоҙ ғилми лабороториялар тикшерә һәм  өлгөләрҙә  тунец балығының ДНК-һын  да таба алмай. Йәғни, исем өсөн эҙе лә юҡ, бер күҙәнәк тә эләкмәгән!    Эх, был лабораторияларҙан  беҙҙәге һөт, май, сыр, колбасаларҙы ла тикшертергә ине!

Ватан электроавтомобилдәре күпләп сығарыла башлауы ихтимал. “Бының төп шарты – баҙарҙа электромобилдәргә мохтажлыҡ ҙур булыу-булмауы, беҙ уларҙы бик тиҙ һәм күпләп сығарырға әҙербеҙ”, - ти "АВТОВАЗ"дың матбуғат хеҙмәте етәксеһе С. Ильинский.  Электромобиль отошломо? Яғыулыҡ һәм хеҙмәтләндереү хаҡтары ғәҙәттәге автомобилдәр менән сағыштырғанда сама менән ун тапҡырға осһоҙораҡ, ти,  ватылып ултырыу осраҡтары ла һирәгерәк (сөнки деталдәре аҙ), транспорт һалымы һәм туҡталҡалар өсөн түләү буйынса ташламалар ҡаралған, хәүефһеҙерәк, тауыш кимәле күпкә түбән һәм тирә-яҡ мөхиткә зыяны юҡ кимәлендә. Етешһеҙлектәре: ғәҙәти автомобилдә автозаправкала тиҙ генә бензин ҡойорға мөмкин булһа, электромобилдең аккумуляторын зарадкаляау өсөн оҙаҡ ваҡыт талап ителә (80 процент зарядкаға еткереү өсөн дә 40 минут кәрәк), бындай автомобилдәрҙе зарядкалаку өсөн станциялар беҙҙең илдә әлегә бик аҙ.

 

Ҡәҙимге бетон уртаса 20 йыл эксплуатацияға иҫәпләнә,  Вустер политехник институты (Бөйөк Британия) ғалимдары тәҡдим иткәне – 80 йылға етәсәк, тип фаразлана. Бар әтнәкәһе – махсус ҡушымта һалына ла, бетон ярыла башлаһа,  һауалағы углекислый газды үҙләштереп,  кальций карбонаты кристаллдары үҫтереп үҙен-үҙе ямай барасаҡ. Мөғжизә! Әйткәндәй, донъяла йыл һайын 4 миллиард тонна самаһы цемент етештерелә, был производство атмосферала углекислый газ миҡдары артыуға тос өлөш индерә, яңы технология киң йәйелдерелә икән, биналар ҙа нығыраҡҡа әйләнер, һауа ла таҙарып ҡалыр.

 

Беҙҙең ғалимдар ҙа ятып ҡалғандарҙан түгел. Нейросеть ни икәне тураһында беләһегеҙҙер -  компьютер селтәрҙәрендә тупланған ғәйәт күп мәғлүмәткә анализ яһап,  машинаның “аҡыллана” барыуы, ҡанундарҙы асыҡлауы һәм  ошо тәжрибәгә таянып киләсәкте фаразлауы, тип әйтергә мөмкин. Сыуаш дәүләт университеты белгестәре нәҡ шул нейросеть ярҙамында   ғаиләләрҙең ныҡлығын иҫәпләргә тотонған.  Матди етешлек, балалар һаны, никахлашыусыларҙың ата-әсәләренең мөнәсәбәттәре, хатта, йондоҙнамә һәм башҡа күп факторҙар иҫәпкә алына. Эйе, һәр кем үҙенә үҙе уникаль, донъяла берҙән-бер булып тойола, әммә ныҡлы парҙарҙың да, эт менән бесәй кеүек йәшәүселәрҙең дә уртаҡлыҡтары күп икән шул.   Киләсәктә, һәр ЗАГС-ҡа килеүселәргә, ҡауышһағыҙ,  ғаилә ныҡлығы  фәлән-фәлән процентҡа ихтимал, тип әйтеп торһалар ҡалай шәп булыр ине. Юғиһә, күреп торабыҙ бит,  ата-әсәһе  аяҡ тибеп үткәреү өсөн банктан алған кредитты түләп бөтөп тә өлгәрмәй, йәштәр айырылышыу осраҡтары юҡ түгел.  Ә бына йәштәрҙең медицина йәһәтенән бер-беренә тура килеүен алдан билдәләү алымы бик күптән кәрәк булыр  ине!

 

 

 Интернеттан һәм гәзиттәрҙән алып әҙерләнде

Читайте нас