Яйыҡ
+25 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
30 Июня 2021, 09:57

Фольклориадала ҡатнашыусы коллективтар килә башланы

Илебеҙгә Бөтә донъя фолклориадаһында ҡатнашыусы ижади коллективтар килә башланы.

Фольклориадала ҡатнашыусы коллективтар килә башланыФольклориадала ҡатнашыусы коллективтар килә башланы
Фольклориадала ҡатнашыусы коллективтар килә башланы

Илебеҙгә Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы ижади коллективтар килә башланы. Тәүгеләрҙән булып Мәскәүгә Панама делегацияһы килде. Был турала Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе. 

Сит ил ҡунаҡтары менән тәүге рейс Өфөгә 1 июлдә килә. Коронавирусҡа бәйле Непал һәм Германияның ижади коллективтары ҙур сарала ҡатнаша алмай. Әле республикала фольклор байрамын юғары кимәлдә ойоштороу өсөн һуңғы әҙерлек эштәре бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы 3 июлдә "Өфө-Арена" боҙ һарайында үтә.

Байрамда коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле етди саралар күрелә. Фестиваль барышында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көсөргәнешле режимда эшләй. Өфөлә, Фольклориада үтәсәк республиканың тағы 22 районында медицина ярҙамы күрһәтеү үҙәктәре булдырылған, - тип хәбәр итә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау минситрлығы.

Учалыла VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә байрам концерты 7 июль көнө 12.00-17.00 сәғәттәрҙә "Таусы" стадионында була. Инеү бушлай.

Тамашала Ботсвана, Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария, Алжир, Непал, Албаниянан ижади коллективтар ҡатнаша.

Ҡалала шулай уҡ байрам парады ла ойошторола. 

Читайте нас