Яйыҡ
+11 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
30 Июня 2021, 04:09

Күршеләрҙең аралары тамам боҙолған

Учалы суды кеше урлау тураһында эш ҡарай

Күршеләрҙең аралары тамам боҙолғанКүршеләрҙең аралары тамам боҙолған
Күршеләрҙең аралары тамам боҙолған

Учалы район суды кеше урлау, үлем менән янау тураһында эште ҡарай башлай, тип хәбәр ителде.  Әлегә булған версия түбәндәгесә төҫмөрләнә.

Учалы ҡалаһында йәшәгән ир менән әбейҙең  борсаҡтары бешмәгән була. Гел генә талашалар.  Берҙе, апайҙың магазиндан ҡайтып килгәнендә, ир арттан килеп көрәк торбаһы менән  башына өс тапҡыр һуға.  Тегеһе аңын юғалтҡас, автомобилгә һөйрәп индерә, урманға  алып китә. Кеше күренмәгән урында әбейгә дәғүәләрен белдерә, үлтереү менән янай, ти.  Әммә мәгәр, ҡорбанының башынан ҡан аҡҡанын күргәс, үҙе үк дауаханаға алып барып тапшыра.

  Интернеттағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ир күршеһен үҙен сихырлауҙа шикләнгән булған.  Әллә ысын, әллә юҡ, әммә РФ Енәйәт кодексында “сихыр” тигән төшөнсә юҡ, ә бына кешене урлап алып киткән, туҡмаған өсөн етди яуаплылыҡ ҡаралған.....  Нисек кенә булмаһын, суд бөтә хәл-шарттарҙы тулыһынса асыҡлар, тип өмөт итеп ҡалабыҙ.

Күрше хаҡы – Тәңре хаҡ тигәнде онотмайыҡ.  Ә берәйһе сихырҙан ҡурҡа икән, үҙ белдегең менән  хөкөм сығара башламай, муллаларға барып кәңәш тотор кәрәк – изге китабыбыҙҙың айырым сүрәләре  фәҡәт боҙомға ҡаршы тиелә бит!

Мәғлүмәт сығанағы -

http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=197

Читайте нас