

Халыҡ медицинаһында үләндәр менән дауаланыу ысулдары бик популяр.
Тәндәге паразиттарҙан ҡотолоу, яман шеш ауырыуынан профилактика өсөн түбәндәге рецептты тәҡдим итә үләндәр менән эш итеүсе имсе-дауалаусылар.
50 г гөлбаҙран сәскәһен (пижма), 30 г әрем үләндәрен, 30 г ҡәнәфер бөртөктәрен термосҡа һалабыҙ. Уның өҫтөнә ҡайнап торған бер литр һыу ҡоябыҙ. 3-4 сәғәт тотабыҙ. Ошо төнәтмәне 2 аҙна иртәле-кисле 200 мл эсәбеҙ.
Сирле кешеләр, был үләндәргә аллергия йәки башҡа тыйыуҙар булмаһа, ярты йылға тиклем эсә ала.
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ ул! Шул хаҡиҡәтте онотмайыҡ. Организмыбыҙҙы таҙа һәм тәртиптә тотайыҡ.