Яйыҡ
+11 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
2 Июля 2021, 06:31

Телефон номерын тура килтертеү – ваҡ мәсьәлә

Учалы районы кешеһенең 398 меңен сәлдерҙеләр

Телефон номерын тура килтертеү – ваҡ мәсьәләТелефон номерын тура килтертеү – ваҡ мәсьәлә
Телефон номерын тура килтертеү – ваҡ мәсьәлә

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова сираттағы алданып ҡалыу  тураһында бәйән итте.

Учалы районының  бер ауылында көн күргән ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтырата. Йәнәһе лә, Магитогорск ҡалаһы полицейы.  Банкта ятҡан аҡсағыҙҙы кемдер урлап маташа, тип  хәбәр итә. Беҙҙең яҡташ, йәш кеше булараҡ, шундуҡ ышанмай әле, әммә интернет аша ҡараһа, уға фәҡәт күрше ҡала хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренең  телефоны аша бәйләнешкә сығыуҙарын күрә. Шулай булғас, әйткәндәрен үтәй, банк картаһы паролен әйтә һәм 398 мең һум аҡсаһынан тороп ҡалды. Баҡһаң, енәйәтселәр махсус компьютер прогаммаһы ҡулланып,  теләһә ниндәй номер исеменән шылтырата алалар (“подменный номер” тип атала).

Шуның өсөн ныҡлы хәтерләп ҡуйығыҙ – ысын банк йә полиция хеҙмәткәрҙәре бер осраҡта ла телефон аша аҡса күсерттермәй. Алдаҡсылар үҙҙәрен Сбербанк башлығы Греф әфәнде йә РФ Эске эштәр министры  Колокольцев иптәш, тип таныштырһалар ҙа, ышанмағыҙ, ә телефон номерын тура килтертеү  – ваҡ мәсьәлә ул хәҙер!

Читайте нас