

5-25 июль урмандарға кеше барыу, транспорт менән үтеү сикләнә, тип иҫкәрткәйнек инде. Кемдер, күрәһең, ҡолаҡ һалмай – урмандарыбыҙ һаман төтәй. Эх, ут менән һаҡһыҙ тотоноусылар, исмаһам, берәй тапҡыр үҙҙәре урман янғыны һүндереүгә йәлеп ителһен ине – ниндәй ауыр эш икәнлеген белерҙәр ине.....
7 июлгә БР Урман хужалығы министрлығының оператив хәбәрнамәһенән: Учалы ауыл участка лесничествоһында 1,2 гектар майҙанда янғын һүндерелде, 25 кеше, 4 дана техника йәлеп ителә; Өргән участка лесничествоһында 1,4 гектарҙа урман яна, ут таралыу локализацияланған, 11 кеше, 2 дана техника эшләй.
Учалы лесничествоһы буйынса бүлек етәксеһе Айбулат Байғариндың әйтеүенсә,тәүге янғын Мансур ауылы янында булһа, икенсеһе – Учалы ауылынан алыҫ түгел.
Зинһар, ут менән һаҡ булығыҙ, исмаһам, Фольклориадаға бөтә донъянан ҡунаҡтар килгәндә төтәп-һөрөм аңҡытып ятмайыҡ инде!
Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте – 112, Учалы лесничествоһы – 5-27-23.