Яйыҡ
+17 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
7 Июля 2021, 13:15

Иҫерек Учалы кешеһе аварияға әләкте

64 йәштә аҡыл ултырһа ла булыр ине!

Иҫерек Учалы кешеһе аварияға әләктеИҫерек Учалы кешеһе аварияға әләкте
Иҫерек Учалы кешеһе аварияға әләкте

Бөгөн, төнгө ваҡытта, Белорет-Учалы-Мейәс юлының 84-се километрында юл-транспорт һәләкәте теркәлде, тип хәбәр итте ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова. 64 йәшлек урындағы кеше  иҫерек килеш "Renault" автомобиле менән идара итә,  автомобиль юлдан осоп төшә һәм түңкәрелә. 64 йәштә аҡыл ултырһа ла булыр ине! Водитель һәм пассажир ҡатын имгәнеп дауаханаға һалыналар.

Әлеге мәл бәләнең хәл-шарттары асыҡлана. Бер ваҡытта ла эскән килеш руль артына ултырмағыҙ, кеше ғүмерҙәре менән уйнамағыҙ!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас