Яйыҡ
+26 °С
Ясно
On-line яңылыҡтар
7 Июля 2021, 04:26

Төркөмдәшебеҙ Рамай Ҡаһирҙың шиғыры

Был да беҙҙең тарих....

Төркөмдәшебеҙ Рамай Ҡаһирҙың шиғырыТөркөмдәшебеҙ Рамай Ҡаһирҙың шиғыры
Төркөмдәшебеҙ Рамай Ҡаһирҙың шиғыры

Башҡорт тарихы йылында быуаттар төпкөлөндә ятҡан хәл-ваҡиғаларҙы ғына түгел, кисәнге генә тиерлек йәшәгән яҡташтарҙы ла иҫкә алыу урынлы. Юғалтҡас ҡына ысын ҡәҙерҙәрен беләбеҙ буғай - ниндәй сабыр, эшһөйәр, киң күңелле һәм батыр йөрәкле быуын кешеләре арабыҙҙа көндән-көн кәмей бара.....

Учалы районы, "Совет" колхозының легендар тимерсеһе Нафиҡов Ҡадир Ханнан улының яҡты иҫтәлегенә.

Йән өрҙөң һәр тимергә.

Район ҡорған ярыштарҙа
Булдың һәр саҡ беренсе.
Йән өрҙөң һәр бер тимергә, -
Ҡадир ағай, тимерсе!
Һуҡа, тырмалар юнәттең
Һәр яҙ сәсеү алдынан.
Рәхмәт һүҙҙәрен ишеттең
Шөкөр, ауыл халҡынан.
Күпме аттар дағаланың,
Йондоҙ сәсте дағалар!
Тимерлегең өҫтәрендә, -
Ҡайнап торҙо һауалар!

Беҙ, шағирҙар - юртаҡ кеүек,
Һәр көн һайын сабыштар.
Күңелемә дәрт - сәм өҫтәй
Алда көткән ярыштар.
Ҡадир ағай, тимер бөгөп,
Һуғып бирсе дағалар.
Ана, бәйге иғлан итеп, -
Кемдәрҙер саң ҡағалар!
Бар күңелем еңеү теләй,
Ҡасһын ҡурҡыу, хафалар.
Кемдәрҙең - кем икәнлеген
Ваҡыт үҙе баһалар!
Еләм йондоҙҙар сәсрәтеп,
Дан һин ҡойған дағалар!
Иркен күктәр ҡосоп ала,
Һөйә зәңгәр һауалар!
Хоҙайыма һыйынамын:
Сабырлыҡ, иман бирсе.
...Ожмахтарҙа булһын йәнең, -
Ҡадир ағай, тимерсе!

   Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас