Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
8 Июль 2021, 09:43

Өргәндә һүндерелде, Кирәбелә тоҡанды....

Урман янғындары ҡотора

Өргәндә һүндерелде, Кирәбелә тоҡанды....
Өргәндә һүндерелде, Кирәбелә тоҡанды....

5-25 июль урмандарға кеше барыу, транспорт менән үтеү сикләнде, ә урмандарыбыҙ һаман төтәй..... 8 июлгә БР Урман хужалығы министрлығының оператив хәбәрнамәһенән:  Өргән участка лесничествоһында 1,4 гектарҙа урман янғыны һүндерелде, ә бына Кирәбе лесничествоһында 0,5 гектарҙа ут дөрләй - 15 кеше, 7 дана техника йәлеп ителгән.

Учалы лесничествоһы буйынса бүлек етәксеһе Айбулат Байғарин халыҡтың урманға йөрөмәй тороуын, ут менән һаҡ булыуҙарын үтенде.  Ҡолаҡ һалайыҡсы, йәмәғәт, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәһә, тыйыуға буйһонмаусыларға  һынды ҡатырғансы штраф кәтерә башлаясаҡтары алдан билдәле бит инде!

 Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте – 112, Учалы лесничествоһы – 5-27-23.  

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: