Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Июль 2021, 15:07

Һоҡландырғыс алым -“Ғаилә өмәһе”

Ахундарҙан өлгө алайыҡ!

Һоҡландырғыс алым -“Ғаилә өмәһе”
Һоҡландырғыс алым -“Ғаилә өмәһе”

Ахундар элек-электән айырыуса  бөхтәлек, ыҫпайлыҡ менән айырылып торҙолар. Яҡшы йола әле лә дауам итеүе ҡыуаныслы. Иң мөһиме – тирә-йүн матурыраҡ булһын өсөн, кемдеңдер ниҙер әйткәнен, булышлыҡ иткәнен көтөп тормайынса,  тоталар ҙа  үҙҙәре эшләйҙәр.

37 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған, танылған педагог Азалия Фәтҡуллина менән  гәзит эшмәкәрлеге буйынса  алдан таныш инек. Был тапҡырҙа иһә бөтөнләй икенсе яҡтан асылды ул.

Ни сәбәп менән килеүебеҙҙе ишеткәс, бер аҙ ҡойолоп та китте башта:

-Нимәһе бар инде уның.  Маҡтарлыҡ әллә ни ҙур эш түгел! – ти  уңайһыҙланып.

....Ахун ауылының бер ситендә   Ташсыуал тип аталған  ерлектә уба күтәрелгән. Урындағы масштабта тарихи урын тиерлек – борон тап ошо яланда һабантуйҙар, йыйындар ойошторғандар. Граждандар һуғышы осоронда ла,  Ахундан тәүге  төркөм  һыбайлылар Каширин ғәскәренә юлланыр алдынан тап бында тупланалар, кәңәш ҡоралар, тыуған ауылдары менән хушлашалар – күбеһе мәңгегә бәхилләшә.... Ошо ваҡиға иҫтәлегенә Совет власы дәүерендә һәйкәл ҡуйылған. Нисәнсе йылда икәнен асыҡлай алманыҡ.

-Һәр хәлдә лә, үҙем мәктәптә уҡығанда була торғайны инде һәйкәл. Тап бында сборҙар үткәрҙек, пионер усаҡтары дөрләтә торғайныҡ, -тип иҫкә  ала Азалия Ғәли ҡыҙы, - Үҙем уҡыта башлағас та, балаларҙы бында йыш йөрөттөм – тыуған төйәкте, тарихын белеп үҫергә тейештәр бит!

 Тап ошо һәйкәлдең   иҫкереп төҫө китә башлағас, уҡытыусы кемгәлер бәлә һалып, дәғүә ҡуйып тормай: ауылда ветеринар булып эшләгән  Рәсил улын, Фәнисә киленен,  Розалина ейәнсәрен эйәртә лә, “ғаилә өмәһе” үткәрәләр. Буяйҙар, ағарталар, төҙәтәләр, сүп-сарҙы йыялар.  Талап ителһә, ярҙамсылар тағын да күбәйер ине:  Роберт ағай менән   3 ул үҫтерәләр, барыһы ла хәҙер башлы-күҙле,  ата-әсәләренең ауыҙҙарына ғына ҡарап торалар.

   Алдан нисек булғандыр, күрмәнек, хәҙер ни – һәләк тә күркәм! Бик тә мәслихәт, никахлашыусы парҙар, Ахун менгирҙарын күрергә киләгн туристар – байтаҡ халыҡ килә уба янына.

Әйткәндәй, Ахундағы данлыҡлы “Ҡыҙыл партизан” колхозы юҡҡа ғына был исемде йөрөтмәне бит ул -  ауылдан 360 тирәһе кеше  Каширин, Блюхер ғәскәрҙәрендә Совет власы өсөн алыша.  Илебеҙҙең дәүләт ҡоролошо нисек кенә үҙгәртелмәһен, яҡты киләсәк өсөн йәндәрен фиҙа ҡылғандарҙың  хәтере ошолай ҡәҙерләп һаҡланырға тейеш! Был мәрхүмдәргә түгел, был – тереләргә кәрәк.  “Ғаилә өмә”ләрендә ҡатнашыусылар ҙа,  уба башында ниндәй һәйкәл тора, ниңә уға ошолай әһәмиәт бирелә, тип ҡыҙыҡһыныусы балалар ҙа бер ваҡыт манҡорт булып китмәйәсәк. Тыуған илеңә, халҡыңа, атай йортона тоғролоҡ ошондай “ваҡ эштәргә”  нигеҙләнә лә инде.

   Аңлашыла, бындай аңлы кешеләр Ахунда ғына йәшәмәй,  оҡшаш ыңғай миҫалдар бар – гәзиткә яҙып ебәрегеҙ, баҫтырып сығарырбыҙ. БР етксеһе Радий Хәбиров иғлан иткән “Атайсал” проекты киң ҡолас йәйһә, Учалыбыҙ тағы ла гүзәл һәм һөйкөмләрәк булып ҡалыр.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: