Яйыҡ
+17 °С
Дождь
On-line яңылыҡтар
12 Июля 2021, 09:50

Бал артынан килгән

Башҡортостанда умарталыҡҡа айыу килгән.

Бал артынан килгәнБал артынан килгән
Бал артынан килгән

Башҡортостанда умарталыҡҡа айыу килгән. Мәләүез районында бер ханым видеояҙманы социаль селтәргә һалған. Тайыш табанды уның ире төшөрөп алған.

Айыу Нөгөш ҡасабаһындағы умарталыҡҡа сыҡҡан. Кадрҙа ул кәртәләп алынған умарталыҡ тирәләй йөрөй, ләкин умарталарға яҡын барырға ҡыймай.

«Тайыш табан йыш килә, былтыр ул беҙҙең биш умартаны туҙҙырғайны. Нисек һаҡланырға белмәнек. Электр көтөүсе тураһында ишеткәс, һатып алып ҡуйҙыҡ. Әлегә һөжүм итмәй, ҡурҡа», — тип һөйләне ханым «Башинформ»ға.  

https://www.bashinform.ru/news/1617266-za-medom-v-bashkirii-medved-prishel-na-paseku-/

Автор:Алия Даутова
Читайте нас