Яйыҡ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
12 Июль 2021, 16:30

Балалар фольклориадаһы ҡасан үтәсәк?

Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм халыҡ ижады ойошмалары советы был мәсьәләне төрлө яҡтан уйлай.

Балалар фольклориадаһы ҡасан үтәсәк?
Балалар фольклориадаһы ҡасан үтәсәк?

Республика халыҡ ижады үҙәге һәм CIOFF Өфөлә балалар Фольклориадаһын ойоштороу мөмкинлеге хаҡында һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм халыҡ ижады ойошмалары советы был мәсьәләне төрлө яҡтан уйлай.

«Балалар ҡатнашлығындағы халыҡ-ара сараны уҙғарыуға талаптарҙың юғары булыуына һәм ҡатмарлыҡтар килеп тыуыу ихтималлығына бәйле совет был ҡарарҙы ныҡлап уйлай. Аныҡ ҡарар ноябрҙә Будапешт ҡалаһында CIOFF  советында ҡабул ителә», — тине ведомство етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3-10 июлдә Өфөлә алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһы гөрләп уҙҙы, унда 37 илдән 1000-дән ашыу милли коллектив вәкиле ҡатнашты.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  республикала балалар Фольклориадаһын ойоштороу тәҡдиме менән сығыш  яһауын хәбәр иткәйне.

 

https://www.bashinform.ru/news/1618185-reshenie-o-provedenii-detskoy-folkloriady-v-ufe-budet-prinyato-v-noyabre/

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: