+17 °С
Болотло
Башҡортостанда алдағы өс көндә эҫелек һалҡынса һауа менән алмашына. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 12 июлдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 11-16, төньяҡ-көнсығышта — 6, көндөҙ 20-25 градус була.
Шишәмбе һәм шаршамбы, 13 һәм 14 июлдә, урыны менән бер аҙ яуым-төшөм көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Төндә – 10-15, урыны менән 6, көндөҙ 21-26 градус.
https://www.bashinform.ru/news/1617986-sinoptiki-prognoziruyut-oslablenie-zhary-v-bashkirii/