Яйыҡ
+24 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
13 Июля 2021, 11:05

Йылҡысылар тоҡомонан

Күркәм йолаларыбыҙ

Йылҡысылар тоҡомонанЙылҡысылар тоҡомонан
Йылҡысылар тоҡомонан

Республикабыҙҙа «Терра Башкирия» ат сабыштары  2019 йылдан алып үткәрелә, ҡыҫҡа арала бик популяр булып та өлгөрҙө.

 Быйыл Учалы һыбайлылары  ҡатнашыу өсөн тәғәйен көндә район һабантуйы үткәс, яҡташтарыбыҙ  5 июль, тағын да биш район спортсылары менән “Аҡбуҙат” ипподромында  көс һынаша.

Районыбыҙҙы алты  һыбайлы  вәкилләй.   Ильмир Сәғәҙәтов менән Рузель Нуриев финалға сығалар.  И.Р. Сәғәҙәтов икенсе урын алып, республиканың иң яҡшы жокейҙары исемлегенә инә – 19 балл йыя, чемпиондыҡы – 20 балл. Тимәк, далан саҡ ҡына киңерәк йылмайһа, беренсе лә булыр ине!

Егет 1998 йыл Ураҙҙа тыуған, әле Учалы ҡалаһында йәшәй, Себергә йөрөп эшләй (ярыш ваҡыты кисектерелмәһә, ҡайтып та өлгөрмәгән булыр ине!)  Өйләнгән, тормош иптәше Эльвира менән Тимур исемле ул үҫтерәләр.

-Ейән саҡ ҡына үҫһә, уны ла оҙаҡҡа һуҙмай эйәргә мендерәсәкбеҙ! – тип йылмая  Ильмирҙың атаһы Рөстәм Ғариф улы.  Башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер -   ат йәне ҡағылған кешеләрҙең данлыҡлы  династияһын дауам итеүсе бит ул!  Олатай байтаҡ йылдар “Юлдаш” йәмғиәтендә йылҡысы булып хеҙмәт итә (әлеге мәлдә –  ҡалала торлаҡ-эксплуатация участкаһында балта оҫталары бригадиры), күп бәйгеләрҙә ҡатнашҡан. “Терра Башкирия”ға ла барырға самалай, тик 35 йәште үтеп  киткәнлектән генә рөхсәт итмәгәндәр.  Ә Тимурҙың өләсәһе  Лилиә Нәдим ҡыҙы – танылған ҡымыҙсы. Барыһы ла ыңғай торһа, оҙаҡламай республика ҡымыҙсылары конкурсына барырға ниәтләнә (йә Өфөлә, йә Баймаҡ районында үтәсәк, әлегә теүәл  билдәле түгел).

 Ильмир ҙа үҙен белгәндән тиерлек һыбай йөрөргә күнеккән.  Үҫмер сағында Уральск ҡасабаһында джигитовка менән шөғөлләнгән – хәтерләйһегеҙҙер, район һабантуйында тәүәккәл оҫталыҡтары менән  бөтә тамашасыларҙың иҫен  китерә торғандар ине. Был ярыштан да ҡәнәғәт ҡайтҡан, тағын да әһәмиәтлерәк еңеүҙәре алдалыр әле, иншаллаһ!

 -Эйе, барыһы ла бик юғары кимәлдә, ғәҙел ойошоторолдо, ҡырын һүҙ әйтерлек түгел. Уңайы менән файҙаланып,   Өфөгә алып барған, булышлыҡ итеп, дәртләндереп йөрөгән “Юлдаш” йәмғиәте директоры Альфред Әхтәмовҡа рәхмәт әйтеп китәбеҙ! –ти Рөстәм Ғариф улы.

Төбәгебеҙҙең яҡшы данын таратҡан өсөн Илмирҙы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов интернеттағы сәхифәһендә ҡотланы, беҙ ҙә ҡушылабыҙ, афарин!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас