Яйыҡ
+22 °С
Ясна
On-line яңылыҡтар
14 Июль 2021, 10:00

Емеш-еләк бөгөн күпме тора?

Баҙарҙа кеше күп - кемдер һата, кемдер һатып ала. Һөт-ҡаймаҡ, эремсек, үҫентеләр... Нимә генә юҡ! Халыҡ башлыса баҡса, урман еләген эҙләй. Ер еләгенең биш литрлыҡ биҙрәләгеһен 1200 һумға алырға мөмкин. Ямғыр яумағас, быйыл еләк юҡ, шуға хаҡтар ҙа юғары, тиҙәр еләк һатыусылар. Көртмәленең 1 литры - 500, муйыл йыйып һатыусылар ҙа бар, 1 литры өсөн 200 һум һорайҙар. Күптәр ундайҙар хаҡында, анһат аҡса эшләйҙәр, иртәнсәк барып йыялар ҙа әҙер еләкте баҙарға сығара ла һаталар, тиҙәр. Беҙ уйлағанса анһат ҡына түгел шул аҡса эшләүе. Күпме тырышлыҡ, түҙемлек, сослоҡ кәрәк.

Емеш-еләк бөгөн күпме тора?Емеш-еләк бөгөн күпме тора?
Емеш-еләк бөгөн күпме тора?

Еләк-емеш миҙгеле - уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың көтөп алған мәле. Ҡышҡылыҡҡа тәмле лә, шифалы ла ҡайнатмалар әҙерләп ҡуйырға була. Күптәр был ҡыҙыу осорҙа тәбиғәт биргән байлыҡтарҙы ҡулланып килем ала. Берәүҙәр еләк йыйып һатһа, икенселәре - еләк үҫтерә. Ауыл ерендә йәшәгән һәр икенсе кешенең тәғәйен эш урыны юҡ. Әммә йүнселдәр йүнен күрә. Кемдер күпләп мал-тыуар аҫрап көн итә, ә бәғзеләре еләк-емеш һатып ғаилә бюджетын тулыландыра.
Баҙарҙа кеше күп - кемдер һата, кемдер һатып ала. Һөт-ҡаймаҡ, эремсек, үҫентеләр... Нимә генә юҡ! Халыҡ башлыса баҡса, урман еләген эҙләй. Ер еләгенең биш литрлыҡ биҙрәләгеһен 1200 һумға алырға мөмкин. Ямғыр яумағас, быйыл еләк юҡ, шуға хаҡтар ҙа юғары, тиҙәр еләк һатыусылар. Көртмәленең 1 литры - 500, муйыл йыйып һатыусылар ҙа бар, 1 литры өсөн 200 һум һорайҙар. Күптәр ундайҙар хаҡында, анһат аҡса эшләйҙәр, иртәнсәк барып йыялар ҙа әҙер еләкте баҙарға сығара ла һаталар, тиҙәр. Беҙ уйлағанса анһат ҡына түгел шул аҡса эшләүе. Күпме тырышлыҡ, түҙемлек, сослоҡ кәрәк.
Аҡса емеше түгел, баҡса емеше, тиһәләр ҙә, түтәлдәр һәм ҡыуаҡтар емештән һығылып торһон өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк. Баҡса еләге менән сауҙа итеүселәр ни эшләптер күренмәне. Баҡса сейәһенең 5 литрлыҡ биҙрәһе - 500, ҡурай еләгенеке - 700-1000, ҡара ҡарағаттыҡы 1000 һум тора. Крыжовниктың килоһы 200 һум.
- Йәйҙе мин көтөп алам, емеш-еләк йыйырға яратам, - ти Учалы ҡалаһында йәшәүсе Әлиә Сафина. - Еләкте көн дә йыйып һатыуға алып киләм. Иртә менән килеп ултырһам, төшкөлөккә һатып бөтөп, ҡайтып та китәм. Сейә, ҡурай еләге, муйыл да һатам, - тип бәйән итте ул.
-Йыйыу менән түгел, һата белеү ҙә кәрәк бит әле. Уны һәр кем булдыра алмай. Ғүмеремдә бер еләк һатырға барып, әй торҙом аптырап, - тип һүҙгә ҡушылды баҙарҙа үтеп барыусы бер ханым. -Бер биҙрәһен мине йәлләп бер урыҫ бабай алып китте, икенсеһен сейәгә алыштырып алып ҡайттым. Шуның менән сауҙам мәңгелеккә бөттө.
80 йәшлек Мәрйәм Ғәлина ла еләк менән һатыу итә.
- Емеш-еләккә йөрөү - үҙе үк күңелле ваҡыт. Бына әле ҡурай, ер еләктәре алып килдем, - ти. -Тик быйыл еләк урыны-урыны менән генә, шулай ҙа йүнселдәр ҡул ҡаушарып ултырмай ул, бөртөкләп булһа ла йыя, таба. Афариндан башҡа ни әйтәһең инде ошо уңған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап! Ошондай егәрле, тырыш кешеләр ҡулында бит ул тормош.
Бына бит, ниәт иткәндә һәр кемдең хәленән килерҙәй эш. Йәйҙе бит юҡҡа ғына аҡсалы ай тимәйҙәр. Иренмә генә - аҡса аяҡ аҫтында үҫә һәм өлгөрә! Ауылда эш юҡлыҡҡа һылтанып ултырып булмай. Етеш тормошта йәшәйем тиһәң, аяҡ аҫтындағы еләк-емештән дә аҡса эшләп була.
Емеш-еләк миҙгеле үҙе бер күңелле мәл шул. "Бәйләнештә" селтәрендә Наурыҙ ауылынан Закир ағай Ғарипов үҙенең еләк йыйған күңелле бала сағы тураһында хәтерләп, сәхифәһенә бик матур итеп мәҡәлә яҙҙы.
"Бала саҡта инәй беҙҙе иртә менән торғоҙоп әллә ҡайһы арала бешереп өлгөргән ризығы менән иртәнге сәйҙе эсерә һалып: "Әйҙәгеҙ, балаҡайҙар, кешенән алда тирә һалайыҡ, мәктәпкә мынаяттар алыр кәрәк бит," - тип өлкән, 15 литрлыҡ биҙрәһен тотоп, юртыңҡырап алдан төшөр ине. Беҙ, ыбыр-сыбыр, артынан өлгөрөргә тырышабыҙ - ҡалһаң, ҡыуып етеүе ҡыйын. Юл ыңғайы еләкте тиҙ йыйыу серҙәрен төшөндөрөп бара: "Тутырғысығыҙҙы алдығыҙға ҡуйып ике ҡуллап тирегеҙ, һауытығыҙҙы тултырғансы ауыҙығыҙға бер бөртөк тә ҡапмағыҙ, юҡһа ҡулығыҙ тик ауыҙығыҙға тартылыр. Эреһен, бешкәнен генә йыйығыҙ, тиҙерәк үтер". Еләк йыйыуы, ай-һай, анһат түгел, әммә һауыттарыбыҙҙы тултырмайынса ҡайтыш юҡ! Иртәгеһен инәй үҙенә иптәшкә бер малайын ала ла ике 15 литрлыҡ биҙрәне көйәнтәләп, береһен иңбашына ултыртып Белорет баҙарына попутка менән юллана, унда еләк ҡыйбатыраҡҡа үтә. Бына шулай итеп мәктәпкә уҡыу әсбаптары, формалыҡ аҡса эшләп ала инек".

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас