Яйыҡ
+20 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
15 Июля 2021, 05:25

Һарыҡтар үлгән

Юлдан йыраҡ түгел тиҫтәнән ашыу үлгән һарыҡ табылған.

Һарыҡтар үлгәнҺарыҡтар үлгән
Һарыҡтар үлгән

Өфө районының Таптыҡ ауылы эргәһендә юлдан йыраҡ түгел тиҫтәнән ашыу үлгән һарыҡтарға тап булғандар. Етмәһә, хайуандарҙың биркаһы юҡлығы арҡаһында хужаһын да таба алмағандар. Россельхознадзор инспекторҙары тиҙ генә үләкһәләрҙән себер язваһына анализ алғандар. Лаборатор тикшереүҙәр һарыҡтарҙа йоғошло ауырыуҙар булмауын күрһәткән. Үләкһәләрҙе махсус урынға алып барып яндырғандар. 

һарыҡтар Ҡорбан ғәйете алдынан һатыу өсөн тәғәйенләнгән булыуы ихтимал, әммә ябыҡ машинала алып китеп барғанда эҫенән үлгәндәр, тип фаразлайҙар.  

Автор:Алия Даутова
Читайте нас