

Республикала алдағы ялдарҙа һауа торошо йәнә эҫе көндәр менән һөйөндөрөргә уйлай.
Синоптиктар фаразынса, бөгөн, 15 июлдә, көн ҡояшлы буласаҡ. Яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан, уртаса тиҙлектә. Һауа температураһы көндөҙ +23, +28 градус буласаҡ.
Иртәгә, 16 июль көнө, һауа температураһы төндә +10...+15, айырым райондарҙа +5 градус йылы көтөлә. Көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуып уҙыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан. Уртаса тиҙлектә. Көндөҙ термометр бағаналары +24...+29 градусҡа тиклем күтәреләсәк.
Шәмбе, 17 июль көнө, айырым райондарҙа йәшен йәшнәп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә +12...+17 градус, көндөҙ +25...+30 градус буласаҡ.
Йәкшәмбе, 18 июль көнө, болотло һауа торошо фаразлана. Йәшен йәшнәп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы мөмкин. Һава температураһы +16, +25 градус.
Дүшәмбе, 19 июль көнө урыны менән йәшен йәшнәп, күк күкрәп ямғырҙар яуыуы бик тә ихтимал. Төндә Һауа температураһы 17 градуска етһә, көндөҙ термометр бағаналары 27 градусҡа ҡәҙәр күтәрелер тип көтөлә.
20 июлдә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин. Көндөҙ 28 градус булһа, төндә 19 градус йылы буласаҡ, тип фараз итә синоптиктар.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Фото интернеттан алынды.