Яйыҡ
+24 °С
Дождь
On-line яңылыҡтар
15 Июля 2021, 10:41

Кирәбелә осрашыу

Уртаҡ ҡарарға килергә мөмкин

Кирәбелә осрашыуКирәбелә осрашыу
Кирәбелә осрашыу

Ғиффәтле тәбиғәтле, йәнлек-үҫемлектәргә кеше ҡамасауламаған ҡурсаулыҡ-заказниктар, бер һүҙһеҙ, бик кәрәк. Әммә һәр миҙалдың кире яғы ла була торған. Бындай биләмәләргә яҡын йәшәгән ауыл кешеләренә  тормош көтөүе ауырыраҡҡа төшә  -бесән әҙерләү, мал көтөү, утын, төҙөлөш ағасы юллау, урындағы төҙөлөш материалдарын кәсеп итеү һәм башҡа өлкәләрҙә  сикләүҙәр ҡуйыла бит. Әммә теләк булһа,  ике яҡтың да мәнфәғәттәрен иҫәптә тотоп, уртаҡ ҡарарға килергә мөмкин.

14 июль, район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновтың  инициативаһы менән Кирәбелә йәмәғәт сараһы ойошторолдо. Граждандарҙы  БР  Айырыуса һаҡланған тәбиғәт  биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Салауат Нафиҡов ҡабул итте.  Учалыларға аңлатып торор кәрәкмәй инде – дирекция ҡарамағына ингән “Ирәмәл” паркы һәм “Урал-тау” заказнигы тураһында һүҙ бара. Кирәбе генә түгел, Илсе, Мансур, Поляковка ауыл ултыраҡтары вәкилдәре лә борсоған һорауҙарын бирә алды.

Салауат Таһир улы бар һорауҙарҙы яҙып алды, мөмкин булғандары теге йә был кимәлдә хәл ителәсәк. Тик шуны ла иҫтә тотор кәрәк - урман мөнөсәбәттәре башлыса федераль закондар менән көйләнә. Әммә урында ла айырым мәсьәләләрҙе хәл итеп булалыр.

Фотографиялар район хакимиәте сәхифәһенән алынды -https://vk.com/uchalyraion

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас