Яйыҡ
+31 °С
Ясно
On-line яңылыҡтар
15 Июля 2021, 10:55

Полицейский ҡулға алынған

Һүҙ 1,5 миллион һум аҡса тураһында бара...

Полицейский ҡулға алынғанПолицейский ҡулға алынған
Полицейский ҡулға алынған

Иглин районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Ирек Халиков ҡулған алынған тип хәбәр итә   Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының төбәк матбуғат хеҙмәте.   

Әлегә полиция хеҙмәткәрен ниндәй сәбәп араҡаһында ҡулға алыуҙары тураһында төплө комментария бирелмәй.  

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы тикшереү башлаған, уның һөҙөмтәләре буйынса законға ярашлы ҡарар ҡабул ителәсәк.

Әйткәндәй, 2021 йылдың мартында юғары дәрәжә биләүсе полицейскийға ҡарата тикшереү үткәрелгән булған. Тикшереү барышында ришәүәтселеккә бәйле факттар асыҡланған, һүҙ 1,5 миллион һум аҡса тураһында бара.

 

 

 

 

Сығанаҡ https://prufy.ru/all-news.php

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас