Яйыҡ
+21 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
16 Июля 2021, 08:49

Быуындар сылбыры ныҡлы булһын!

«Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел»

Быуындар сылбыры ныҡлы булһын!Быуындар сылбыры ныҡлы булһын!
Быуындар сылбыры ныҡлы булһын!

“Берҙәмлектә барҙыр ҙур көс 

Араларҙы һис тә өҙмәйек! 

Үрнәк булып беҙҙең балаларға 

Дуҫ туғандар булып йәшәйек!”

 

«Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел», – тиҙәр беҙҙең халыҡта. Учалы районының Истамғол ауылында йәшәүсе Исхужин Раиф Мәсгүт улы тап ошондай зур әһәмиәткә эйә булған изге принцип менән йәшәй. Ауыл зыяраты ҡапҡаһы башына ла тимерҙе иретеп йәбештереү аппараты  менән ошо һүҙҙәрҙе лә ул үҙе яҙып ҡуйған. Һәр йыл 9 май көнө ағай-эненебеҙҙе йыйып, олатайыбыҙ, әзәйебеҙ, бабайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ, туғандарыбыҙ ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү өмәһен ойоштороп, ҡорбан салып, әрүәхтәрҙең  рухтарына Ҡөръән Кәримдән аяттар уҡытып тороуҙа үҙенең ғәиләһе, әсәһе Мәүлиә еңгә  менән ҙур тырышлыҡтар күрһәтә ул. Тыуған ауылыбҙҙа улар беҙҙең берҙән-бер күҙ терәп барырлыҡ кешеләребеҙ, беҙҙе һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар, хөрмәт итәләр. Аллаһы Тәғәлә уларға һаулыҡ-именлек, хәйерле бәрәкәтле тормош бирһен!

Беҙҙең Раиф  -  Исхужин Сабирйән Исхужа улының һәм Хөснә Мөхәммәтрәхим ҡыҙының нәҫелен берләштереүҙә лә үткәрелгән байрамдар, конкурстарҙа ла төп ойоштороусы, абруйлы туғаныбыҙ ул. Бына быйыл да йәйҙең йәмле көндәрендә беҙҙе  шәжәрә байрамына  йыйып алды.

Бик матур, күңелле үтте туғандар байрамы. Уны алып барыусы Луиза Хашим ҡыҙы яҙған сценарий буйынса, башта Истамғол ауылы стелаһы янында осрашып күмәкләшеп фотоға төштөк, һуңынан әрүәхтәрҙе зыярат ҡылып, уларҙың рух шәрифтәренә аяттар бағышланыҡ. Артабан беҙҙе Раифтың йәшәгән өйө янында  ул үҙе, улы Рәфис, ейәндәре Арслан, Камил, ағаһы Урал, ҡустыһы Азамат, кейәүҙәре  менән бергәләшеп ҡорған, матур итеп биҙәлгән байрам майҙансығы һәм тормош иптәше Гөлсирә, ҡыҙҙары Ләйсән, Гөлсинә, Гөлфинә, ейәнсәрҙәре, килене Зөлфийә, туғаны Луиза менән мул итеп әҙеләнгән аш-һыу өҫтәле көтә ине. Әйтеп үтәһе килә, байрам юғары кимәлдә үтһен өсөн Азамат Рәүеф улы ғәиләһе менән бик күп көс һалды: көндөҙ майҙансыҡта япма эшләү эштәрендә ҡатнашһа, төндәрен банер, плакаттар эшләне, музыкаль биҙәү, аҙыҡ-түлек һатып алыу эштәрен дә, ҡаҙаҡ кешеһенә кейәүгә сыҡҡан Ғәбиҙә әбейебеҙҙең балаларын эҙләүҙе лә үҙ өҫтөнә алды.

Байрам  Риф Нәғимйән улы аҙан әйтеп, Ирек Ильдус улы аяттар уҡып башланып китте. Ағайыбыҙ  Марс Нәгимйән улы Истамғол ауылы тарихы һәм  үҙе Өфө Үҙәк дәүләт архивы аша заказ менән махсус рәүештә эшләтеп алған Исхужиндарҙың нәҫел-нәсептәре белешмәләре менән таныштырып үтте. Быйыл ҡустыбыҙ Ильгиз Хатип улы 2012 йылда эшләнгән Исхужиндар шәжәрәһе плакатына яңы тыуған балаларҙы өҫтәп,банерын баҫтырып сығарыуҙа ярҙам итте.

Сабирйән һәм Хөснә Исхужиндар  8 бала тыуҙырып, тәрбийәләп үҫтергәндәр: Ғәбиҙә, Нәғимйән, Фатима, Сәйетйән, Хашим, Мәсғүт, Хатип һәм Флүрә. Шәжәрә байрамына уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыйылды.

Ниндәй яҡшы, тулҡынландырғыс та, күңелдәргә үтеп инерлек матур йола бит ул бындай йыйылыш - тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү ҙә ул. Күптәнән күрешмәгән ағай-энеләр менән осраштыҡ, быға тиклем күрмәгән туғандар менән таныштыҡ. Арғайыш районында йәшәүсе ағайыбыҙ Рәүил  Сәйетйән улы үҙенең улдары Азат, Ринат, ҡыҙы Гөлшат, килендәре һәм ейәндәре менән килгәндәр.  Рәүил ағай Мәүлиә һәм Сәүийә еңгәләре менән йәш саҡтарын иҫкә алып һөйләшеп ултырҙылар, матур итеп боронғо йырҙар йырланылар. Урал ағайыбыҙ бик оҫта, мауыҡтырғыс  итеп үҙенең бәләкәй сағында олотайҙан, әзәйҙән, әбей-бабайҙарҙан ишеткән хикәйәләрен һөйләне: Ҡара –Табын ырыуы, Аҡтамаҡтар аймағы, ауыл янында ятҡан тауҙарҙың исемдәре, тарихтары менән таныштырып үтте, шишмәләр, тау башында ҡуйылған әүлиә ҡәбере тураһында ла һөйләне.

Байрамда шулай уҡ балалар һәм ололар өсөн дә бик күңелле уйыдар, ҡыҙыҡлы конкурстар ҙа уҙғарылды.

Сәхнәлә балаларҙың сығыштары, Флүрә апайыбыҙҙың ҡыҙы Фәйрүзәнең йырҙары, башҡорт милли кейемендә Азамат Рәүеф улының бейеүе, шулай уҡ уның тормош иптәше киленебеҙ Зөлфийә Риф ҡыҙы менән туғаныбыҙ Луиза Хашим ҡыҙының оҫта бейеү башҡарыуҙары байрамыбыҙҙың биҙәге  булды.

Силәбе өлкәһе Александровка ҡасабаһынан килгән Рәүилә апайыбыҙ (Фатима әбейебеҙҙең ҡыҙы) йырҙары, таҡмаҡтары менән күңелде асһа, уның тормош иптәше  Данияр  еҙнәбеҙҙең балаларҙы  ҡыңғыраулы пар аттарҙың матур итеп биҙәлгән ҡырындасында йөрөтөп ҡыуандырыуы – байрамдың күрке булды. Бындай ваҡиға балалар күңелендә онолмаҫлыҡ, хәтирә  булып ҡалыр тип ышанам.  Артабан был яҡшы иҫтәлектәр, тәьҫораттар  беҙҙең киләсәк быуынға  ошондай нәҫел байрамдарын үткәреп, үҙҙәренең ете быуын ата-бабаларын белеп, бер-береһе менән аралашып, таяныс булып йәшәргә этәргес булһа ине,  ин шә Аллаһ!

Байрамды ойоштороуҙа күп көс һалыусы туғандарыбыҙға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ, ҡылған изгелектәре үҙҙәренә, ғәиләләренә бик күп бәрәкәт булып килһен. Әмин!

                                                      Ләлә Хашим ҡыҙы Хажина, Учалы ҡалаһы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас