Яйыҡ
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
16 Июль 2021, 10:00

Клуб яңы төҫ алды

Сәфәр ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы барыһы өсөн күптән көтөлгән байрамға әүрелде. Оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа ҡунаҡтар менән бергә түргә үтә һалды. Ауыл халҡы ошо уңайҙан байрам ойошторҙо. Сәфәр халҡының шатлыҡтарын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина уртаҡлашты.

Клуб яңы төҫ алды
Клуб яңы төҫ алды

Сәфәр ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы барыһы өсөн күптән көтөлгән байрамға әүрелде. Оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа ҡунаҡтар менән бергә түргә үтә һалды. Ауыл халҡы ошо уңайҙан байрам ойошторҙо. Сәфәр халҡының шатлыҡтарын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина уртаҡлашты.
Бындағы барлыҡ төҙөкләндереү эштәрен район хакимиәте үҙ өҫтөнә алды. Төҙөкләндереү эштәре өсөн 4 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Эштәрҙе "Ибраһимов" шәхси предприятиеһы атҡарып сыҡты. Яңы һулыш алған мәҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел. Клуб эсе яҡтырып, йәмләнеп киткән. Ингән урынынан башлап эске яҡ тулыһынса яңы төҫ алған. Мәҙәниәт йорто директоры Эльвира Моратшина һүҙҙәренән, 1955 йылда төҙөлгән бинала, ярты быуаттан һуң ниһәйәт, тәүге тапҡыр капиталь ремонт эшләнә.
- Бинаның тулыһынса түбәһе алмаштырылды, иҙән, түшәм, ишектәр яңыртылды, тыш яғы көпләнде, яҡтыртыу системаһы замансаға үҙгәртелде. Капиталь ремонттан һуң бында яңы эскәмйәләр, йыһаз ҡайтартылды, өр-яңы ҡорғандар эленде. Бина йылы, яҡты хәҙер, дәртләнеп эшләйһе лә эшләйһе генә, - тип бәйән итте Эльвира Алмас ҡыҙы.
Бер йылдан ашыу төҙөкләндереү эштәре барғансы, рухи аҙыҡҡа һыуһаған Сәфәр ауылы кешеләре сәхнәне, концерттарҙы һағынып та өлгөргән. Халыҡ яңы көс-дәрт, күтәренке кәйеф менән дәррәү эшкә ҡушылды. Яңыртылған комплекс Сәфәр ауылы халҡының мәҙәниәткә, әҙәбиткә һәм спортҡа булған һөйөүен тағы ла арттырып ебәрәсәгенә өмөт ҙур.
Сәфәр ауылы халҡының мәҙәни тормошондағы мөһим ваҡиға менән Эльвира Айытҡолова тәбрикләне.
- Башҡортостанда мәҙәниәт усаҡтарын яңыртыу буйынса ҙур эш алып барыла. Улар ауыл халҡының ялын юғары кимәлдә ойошторорға, төрлө саралар уҙғарырға мөмкинлек тыуҙыра. Яңыртылған клуб ауыл халҡы өсөн яңы офоҡтар асыр, яңы һәләттәр йәлеп итер, тип ышанам. Мәҙәниәт йорто күңел асыу урыны ғына түгел, ул халыҡты рухи йәһәттән байытырға, ауыр ваҡыттарҙа кешенең күңелен күтәрергә, йәшәүгә дәрт бирергә тейеш, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Сәфәр ауыл хаки­миәте башлығы Зифа Фәйзуллина ла төҙөкләндереүгә тиклем бинаның ниндәй хәлдә булыуын хәтергә төшөрөп, ремонттың көтөп алынған ваҡиға булыуын билдәләне, мәҙәни усаҡҡа халыҡ күпләп йөрөһөн, тигән теләктәрен юлланы.
- Клуб бер ҡасан да буш тормаһын. Бында матур итеп эшләргә, халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы ял саралары ойошторолһон, - тине ул.
Мәҙәниәт йортоноң дөйөм майҙаны 247 квадрат метр тәшкил итә. Учреждениела 100 урынға иҫәпләнгән ҙур тамашалар залы, теннис бүлмәһе булдырылған. Сәфәр ауылы һәләтле кешеләргә бай, улар үҙешмәкәр түңәрәктә ихлас шөғөлләнәләр. Хәҙер иһә мәҙәниәт йортоноң яңырыуы, дәртләнеп ижад итергә этәргес. Бында балалар бейеү, "Серҙәштәр" ансамблдәре эшләп килә. Яңыртылған мәҙәниәт усағы ижад итергә тағы ла дәрт өҫтәйәсәк.
Клуб асылғас, байрам уңайынан бик матур концерт та ойошторолдо. Халыҡ яңыртылған мәҙәниәт йортонда рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: