Яйыҡ
+24 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
21 Июля 2021, 08:36

"..Бары яҙһын һеҙгә филдәй Ҙурайып, көрәйергә!"

Төркөмдәшебеҙҙең кинәйәле шиғыры

"..Бары яҙһын һеҙгә филдәй Ҙурайып, көрәйергә!""..Бары яҙһын һеҙгә филдәй Ҙурайып, көрәйергә!"
"..Бары яҙһын һеҙгә филдәй Ҙурайып, көрәйергә!"

Кесерәйтеү.

Әгәр уйлаһағыҙ мине
Хурлап, кесерәйтергә.
Теләр инем һеҙгә матур
Бер - ике һүҙ әйтергә.
Әҙермен мин йөҙ тапҡырға
Хатта кесерәйергә.
Бары хәлегеҙҙән килһен, -
Күктә ҡанат йәйергә.
Әйҙә, филдәй ҙурайығыҙ,
Бер сәбәп юҡ көйөргә.
Яҙһын һеҙгә туған телде -
Хөрмәт итеп, һөйөргә!
Яҙһын ижади донъяла
Дәү кәбәндәр өйөргә.
Ашығырмын һеҙҙе маҡтап,
Зәңгәр күккә сөйөргә!
Әгәр теләһәгеҙ мине
Хурлап, кесерәйтергә.
Үҙегеҙсә, еңел генә -
Йәшәргә өйрәтергә.
Әҙермен мин мең тапҡырға
Хатта кесерәйергә.
...Бары яҙһын һеҙгә филдәй
Ҙурайып, көрәйергә!

 Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас