

20 июль ҡот осҡос фажиғә булыуы тураһында ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова хәбәр итте:
Учалы-Ҡолош юлында ВАЗ-2107 автомобиле юлдан осоп төшә, түңкәрелә. Водитель (урындағы 55 йәшлек кеше), 42 йәшлек пассажир ҡатын ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнгә тиклем һәләк булалар. Йәнә 56 йәшлек бер пассажир дауаханаға оҙатыла.
Бәләнең бөтә хәл-шарттарын оператив-тәфтиш төркөмө асыҡлай. Нисек кенә булмаһын, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтегеҙ, яҡташтар – был ҡағиҙәләр һәләкт ҡорбандарының ҡаны менән яҙылған! Өҫтәүенә, һуңғы дәүерҙә бәлә-ҡазалар йышайып та китте, буғай. Бына ошо 20 июль, мәҫәлән, Башҡортостанда 5 юл-транспорт һәләкәте теркәлә, 2 кеше үлә, 5 кеше имгәнә...