Яйыҡ
+10 °С
Дождь
On-line яңылыҡтар
21 Июля 2021, 08:17

Ҡоторған вирус мутация кисерә!

Тағы ла хәүефлерәк штамм

Ҡоторған вирус мутация кисерә!Ҡоторған вирус мутация кисерә!
Ҡоторған вирус мутация кисерә!

Яҡташыбыҙ Камил Бузыкаевтың һүрәте - бүрәнә артында бүре күреүсе, бүренән ҡасып айыуға юлығыусылар, беткә үсегеп тун яғыусылар -  вакцинация кампанияһына ҡаршы сығыусылар тураһында. Ә районда ла, республикала ла, илдә лә, донъяла ла хәлдәр ҡырҡыулаша бара. "Башинформ"  хәбәр итә: 

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы директоры Тедрос Аданом Гебрейесус коронавирустың дельта-вариантҡа ҡарағанда ла хәүефлерәк штамы барлыҡҡа килеү ихтималлығы тураһында иҫкәртте.

«Вирус киңерәк таралған һайын уның дельта-варинтҡа ҡарағанда ла хәүефлерәк варианттары барлыҡҡа килеүе мөмкин», — тип ведомство етәксеһенең һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Гебрейесус фекеренсә, 2022 йылдың йәйенә һәр илдә халыҡтың 70% прививка яһау коронавирус пандемияһын туҡтатырға һәм донъя иҡтисадын тергеҙергә мөмкинлек бирер ине.

2021 йылдың 20 июненә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда көн һайын 250-нән ашыу кеше коронавирус йоҡтора, эпидемия башланғандан алып 700-ҙән күберәгенең ғүмере өҙөлгән. 800 мең самаһы кеше — вакцинацияның беренсе, 500 меңе иһә тулыһынса вакцина алған.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас