Яйыҡ
+12 °С
Ясно
On-line яңылыҡтар
22 Июля 2021, 09:08

Битлек кеймәгән ҡатынға штраф

Ә бит башта иҫкәртеү генә ине

Битлек кеймәгән ҡатынға  штрафБитлек кеймәгән ҡатынға  штраф
Битлек кеймәгән ҡатынға штраф

Учалы ҡалаһының “Магнит” магазинында битлек кеймәй йөрөгән  ҡатынға суд ҡарары менән  15 мең һум штраф һалынды. Баҡһаң, пандемия шарттарында ҡурсаланыу талаптарын инҡар иткән өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының  20.6.1-се статьяһы буйынса быға тиклем рәсми рәүештә  иҫкәртелгән була ( эске эштәр бүлегенең белешмәһе менән раҫлана). Яҡшылап һүҙ менән әйткәнде аңламағас, штраф аша аңлаясаҡ инде – ковид таралған мәлдә барыбыҙҙан да яуаплылыҡ,  закон-ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү талап ителә.

Мәғлүмәт сығанағы - http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=200

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас