Яйыҡ
+17 °С
Дождь
On-line яңылыҡтар
22 Июля 2021, 03:25

Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы

99 йәш тулыр ине бөгөн

Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улыМөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы
Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы

 

Хәким (Хәкимйән) Ғәйфулла улы Мөхөтдинов 1922 йылдың 22 июлендә Башҡорт АССР-ы Учалы районының Сәфәр ауылында тыуа.

Белеме — урта махсус. 1956 йылда Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ауыл һәм урман хужалығын механизациялау һәм электрификациялау техникумын тамамлай.

1938 йылдан Учалы МТС-ының тракторсылар курсын тамамлағандан һуң, тракторсы булып эшләй башлай.

1941—1942 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша.

Ҡыҙыл Армиянан демобилизацияланғас, комбайнсы, трактор бригадаһы бригадиры, машина-трактор оҫтаханаһы мөдире, механик-Ҡариҙел МТС-ының механик- контролеры, 1949 йылдан — Учалы МТС-ы комбайнсыһы булып эшләй. Хәким Ғәййфулла улы йыл һайын юғарыуңышҡа өлгәшә: 1950 йылда 530 гектар майҙандан иген йыйып ала, 1951 йылда — 650 гектарҙан.

1950 йылда иген культураларын йыйып алыуҙа һәм һәм һуғыуҙа яулаған ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1951 йылдың 8 авгусындағы указы менән X. Ғ. Мөхөтдиновҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1956 йылдың сентябрендә Учалы МТС-ының ауыл хужалығы машиналары буйынса инженер итеп тәғәйенләнә. 1958 йылдың июленән — Учалы урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1959 йылдың мартында Учалы районы «Совет» колхозының партойошма секретары итеп һайлана. 1960—1965 йылдарҙа — Учалы баш май завод директоры була, 1965—1968 йылдарҙа — "Сельхозтехника"ның Учалы район берекмәһе идарасыһы урынбаҫары, 1968—1974 йылдарҙа — башҡорт АССР-ының Дәүләт һунар инспекцияһы һунарсыһы, 1975—1977 йылдарҙа — "Сельхозтехника"ның Учалы район берекмәһендә инженер, 1977—1984 йылдарҙа — Учалы мелькомбинат директоры.

Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы 1988 йылдың 26 майында вафат була.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас