Яйыҡ
+21 °С
Ясно
On-line яңылыҡтар
23 Июля 2021, 09:54

Илселә шәжәрә байрамы үткәргәндәр

Иң олоһона 85, иң кесеһенә - 1 йәш

Илселә шәжәрә байрамы үткәргәндәрИлселә шәжәрә байрамы үткәргәндәр
Илселә шәжәрә байрамы үткәргәндәр

Бер ике йыл самаһы элек, нәҫел ептәрен барлап, туғанлыҡты нығытып, яҡты донъяларҙан киткән ата-бабаларыбыҙ рухына аяттар бағышлап, шәжәрә байрамын үткәрер кәрәк тигән уй-ниәттәр барлыҡҡа килгән ине. Ниһайәт! #Учалы районының #Илсе ауылында #Ҡорбан ғәйете көнөндә Ҡорбан салып, матур сара ойошторҙоҡ: ҡәйнәм - Вильданова Мәрйәм Һибәтулла ҡыҙының инәһе - Хажиева Хөсникамал Хаммат - ҡәртнәйебеҙҙең ҡарттаһы - Хажимөхәмәт Мөхәмәткәримов - Илсе ауылының 1-се мәсетендә указной мүәдзин һәм сабиян мөғәлим (балалар уҡытыусыһы) булған. Хажмөхәмәттең алты улы һәм бер ҡыҙы булған. Шул алты улдың балалары, ейәндәре, бүлә-бүләсәләре йыйылды. Әлхәмдүлилләһ!
"Шәжәрәңде бел һәм дауам ит! "- тигән девиз менән үткәрҙек был сараны. 5 тиҫтәнән ашыу туғандар йыйылды: уларҙың иң олоһона 85, иң кесеһенә - 1 йәш! 😊 Ҡайһы бер заттарыбыҙ менән тәүгә осраштыҡ!
"Бер күрешеү - бер ғүмер" - тей халыҡ әйтеме. Ысынлап та шулай. Туғанлыҡ ептәрен өҙөү, ҙур гонаһ һынала динебеҙҙә. Шуға күрә, хәҙерге заманда, аралашыу телефон һәм интернет киңлектәре аша ғына өҫтөнлөк алған мәлдә, бындай фәһемле осрашыуҙар айырыуса кәрәк. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, Силәбе, Миәс, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан килгән туғандарыбыҙға ҙур рәхмәт!Р.S. Шәжрәрәбеҙҙе төҙөүҙә оло өлөш индергән тарихсы, коллегабыҙ Фуат Сөләймәновҡа ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

  Гүзәл Вилданова

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас