

БР Урман хужалығы министрлығы ҡарары менән 5-25 июль урмандарға кеше барыу, транспорт менән үтеү сикләнгәйне. Артабан нисек булыр – әлегә билдәһеҙ. Әммә шуныһы көн кеүек асыҡ – урмандарҙа янғын ҡурҡынысы һаман һаҡлана әле.
Учалы лесничествоһы буйынса бүлек етәксеһе Айбулат Байғариндан алған мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан 488 гектарҙа 44 урман янғыны теркәлгән. Мәҡәлә әҙерләнгән мәлгә һуңғыһы – 19 июль Ишкен менән Баҙарғол ауылдары араһында бәлә сығыуы. Ут урманға ныҡ таралырға ирек бирелмәй, ни бары 0,7 гектар, әммә байтаҡ баҫыу, тау битләүе зыян күргән, ти. Ә иң яманы – янғындарҙың яңы сығанағы пәйҙә булды бөгөнгө көндә тип фараз ителә. Халыҡ бесән саба башланы бит. Беренсенән, яланда эшләүселәр үҙҙәре ризыҡ әҙерләү өсөн усаҡ яғып, тәмәке тартып янғын хәүефен арттыра. Ә икенсенсенән, роторлы сапҡыстар таштарға бәрелгәндә осҡон сыя, тип хәүефләнергә урын бар. Һәр хәлдә лә, былтыр тап ошо сәбәп менән дә урман янғындары теркәлде. Ишкен янында ла тап шулай булыуы мөмкин. Етди проблема был - салғы һелтәүселәрҙе һирәк күрерһең, трактор сапҡыстары хәҙер төбәгебеҙҙә ифрат күп,.
-Дөйөм алғанда ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтер кәрәк, ә бесәнселәрҙән икеләтә-өсләтә уяулыҡ талап ителә – яңылыштан бесәнегеҙҙе лә, сабынлыҡҡа терәлгән урманды ла юҡ итеп ҡуймағыҙ инде! – тип өндәй Айбулат Алик улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, урман янғынына тап булыу менән шылтыратығыҙ: Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте – 112, Учалы лесничествоһы – 5-27-23.
Янғын надзор эшмәкәрлеге буйынса район-ара бүлегенән белештек: быйыл Учалы районында һәммәһе 177 янғын теркәлде. 26 йорт, 36 ҡаралты, 26 баҡса йорто, 13 мунса, 6 гараж, 5 транспорт сараһы зыян күрә.