

“Башҡортостан Республикаһында янғын хәүефһеҙлеге” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 23 июль Өфө районының Шамонино ҡасабаһында тантана үтте.
Республика райондарына 15 дана тағылмаға ҡуйылған автоном янғын һүндереү насостары тапшырыла. Тантанала БР Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латиповтар ҡатнаша. Быйыл республикаға һәммәһе 38 дана янғын техникаһы ҡайартылыуы телгә алына.
Беҙҙең район да тура һәм күсмә мәғәнәлә “ҡоро” ҡалманы – заманса техника Миндәк ауыл ултырағына эләкте. Алдараҡ оҡшаш тағылмаларҙы Илсе һәм Поляковка ауыл ултыраҡтары алғайны.
Техника ирекле янғын командаларына бирелә, ә был берекмәләр беҙҙең районда уңышлы эшләп килеүҙәре мәғлүм.