Яйыҡ
+16 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
26 Июля 2021, 11:27

Прививкаһыҙ дауаханаға ла һалмаясаҡтар, ти

Башҡа пациенттарға коронавирус йоҡтороу ҡурҡынысы бар бит.

Прививкаһыҙ дауаханаға ла һалмаясаҡтар, тиПрививкаһыҙ дауаханаға ла һалмаясаҡтар, ти
Прививкаһыҙ дауаханаға ла һалмаясаҡтар, ти

Прививкаһыҙ дауаханаға ла һалмаясаҡтар, ти, хәҙер. Ҡашшаҡтарҙың башҡа пациенттарға коронавирус йоҡтороу ҡурҡынысы бар бит. Был хаҡта "Башинформ" иҫкәртте: "

Башҡортостанда ковидтан прививка яһатмаған пациенттарҙы дауаханаға һалмайҙар. Был турала бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы оператив штаб ошондай ҡарар ҡабул итте.«Баш табиптар һәм белгестәр фекеренсә, әлеге ваҡытта коронавирустан прививкаһы булған пациенттарҙы ғына планлы дауалау тураһында положение индерергә кәрәк (онкология һәм кардиология ярҙамынан тыш). Был медицина ойошмаһында сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫҡа һәм туҡтауһыҙ  медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирер ине», — тип билдәләне Максим Забелин.Шул уҡ ваҡытта республикала йәшәүселәргә ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә вакцинация сертификатының булыуы йәки булмауы мөһим түгел. Онкология һәм кардиология йүнәлеше буйынса ярҙам күрһәтелгән пациенттар өсөн дә прививка кәрәкмәй.Тейешле үҙгәрештәр Башҡортостан Башлығы указына индерелергә һәм 2  августан көсөнә инергә тейеш".

Башҡаса әмәл ҡалмағандыр инде - ҡоторған вирус дауаханалар аша ла таралыуы  сер түгел бит.  Киреләнмәгеҙ, яҡташтар, вакцинация үтеп ҡуйығыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас