Яйыҡ
+16 °С
Ясно
On-line яңылыҡтар
27 Июля 2021, 10:40

Ҡарағаттан желе

Ҡарағатты йыуып, таҙалап, киптереп, бер кило ҡарағат иҫәбенә 2 стакан һыу ҡойоп, 15 минут самаһы ҡайнатҡас, шәкәр һалаһың.

Ҡарағаттан желеҠарағаттан желе
Ҡарағаттан желе
Уны мин былай әҙерләйем: ҡарағатты йыуып, таҙалап, киптереп, бер кило ҡарағат иҫәбенә 2 стакан һыу ҡойоп, 15 минут самаһы ҡайнатҡас, шәкәр һалаһың.
Шәкәрҙе ярты килоға күберәк алырға кәрәк, сөнки ҡарағат әскелт емеш. Шәкәр һалып, тағы ла бер аҙ ҡайнатҡас, сироп һауыт ситтәренә ҡуйырып йәбешә башлаһа, тимәк, желе әҙер. Банкаларға ҡойоп, ябып, һалҡын урында һаҡларға.
 
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Автор:Гөлнора Йәмилева.
Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас